Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
16 Ноябрь 2017, 10:56

Рөстәм Хәмитов "Башҡорт брендтары" күргәҙмәһен ҡараны

10 ноябрҙә баш ҡалабыҙ Өфөлә Конгресс-холл бинаһында Ауыл хужалығы һәм эшкәртеүсе сәнәғәт хеҙмәтсәндәре көнөнә арналған тантаналы йыйылыш үтте. Йыйылышта Башҡортостан Республикаһының башлығы Рөстәм Хәмитов, Рәсәй Федерацияһы ауыл хужалығы министры урынбаҫары Сергей Левин, республикабыҙҙын төрлө райондарынан килгән ауыл хакимиәте башлыҡтары, алдынғы хужалыҡ етәкселәре, тармаҡ эшсәндәре, производство етәкселәре ҡатнашты.

Тантана башланыр алдынан ҡунаҡтар бай йөкмәткеле “Башҡорт брендтары” күргәҙмәһен ҡараны. Республиканың крәҫтиән-фермер хужалыҡтары, ауыл хужалығы тармағында эшләүсе шәхси эшҡыуарҙар, аҙыҡ-түлек етештереү сәнәғәте предприятиялары күргәҙмәгә һөт, ит аҙыҡтары, өй төрлө сорт сырҙар, ҡымыҙ, ҡаҡ, бал аҙыҡтарын һ.б төрлө ризыҡтар алып килгәндәр ине. Ошо күргәҙмәлә Бөрйән районы хакимиәте һәм “Капова-тур” туристик фирмаһы менән берлектә “Шүлгән-Таш” ҡурсаулығы ла ҡатнашты.
Беҙҙен күргәҙмәне Республика башлығы Рөстәм Хәмитовҡа район хәкимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов һәм Бөрйән информацион-консультация үҙәге директоры Айнур Бейембетов күрһәтте. Туҙҙан эшләнгән баш кейемен Республика башлығы бик ҡыҙыҡһыныу менән кейеп ҡараны. Ә инде 350 грамлыҡ банкалы һауыттағы солоҡ балын ҡулына алғас, республика башлығы “Был бал нисә һум тора”? – тип ҡыҙыҡһынды. “1650 һум тора”, - тигән яуапты ишеткәс, “Мин ике менгә һатыр инем”, тип солоҡ балының баһаһын тағы ла күтәреп ебәрҙе.
Рәсәй Федерацияһының Ауыл хужалығы министр урынбаҫары Сергей Левин, Башҡортостанда ауыл хужалығы тармағы хеҙмәткәрҙәренең һөт, бал, ит етештереүҙең боронғо йүнәлештәрен һаҡлап ҡалыу менән бергә, хәҙерге технологияларҙы ла ҡулланып, юғары сифатлы итеп эшләй алыуҙарына һоҡланыуын белдергән.
Р. Ғәлина,
ҡурсаулыҡ хеҙмәткәре
Читайте нас: