Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов республика ҡалаларына һәм райондарына эшләргә килгән йәш уҡытыусыларҙы матди яҡтан дәртләндереү варианттарын уйларға ҡушты. Был турала ул Дәүләкәндең 1-се урта мәктәбендә булғанда белдерҙе.
439 уҡыусыға иҫәпләнгән мәктәп былтыр төҙөкләндерелгәндән һуң файҙаланыуға тапшырылды. Яңы төкөтмә менән бинаның дөйөм майҙаны 4,4 мең квадрат метр тәшкил итә, унда шулай уҡ оҫтаханалар һәм спорт залдары урынлашҡан.
Директор Светлана Квашнина һүҙҙәренсә, мәктәптә уҡытыу-тәрбиә биреү процесын ойоштороу өсөн бөтә кәрәкле шарттар булдырылған. Бөтә уҡытыу кластары мультимедия проекторҙары менән йыһазландырылған, юғары тиҙлектәге интернетҡа тоташҡан. Компьютер, лингафон кабинеттары, медиатекалы китапхана бар. Техник хеҙмәт кабинетында – төрлө заманса станоктар, хеҙмәтләндереү хеҙмәте бүлмәһендә – биш тегеү машинаһы, оверлок, электр плитаһы бар. 300 квадрат метр майҙанды биләүсе ҙур спорт залында ҡаяға менеү ҡорамалы, ә 100 квадрат метрлыҡ бәләкәй залда боксерҙар рингы урынлашҡан. Шулай уҡ 188 кеше һыйышлы тамаша залы һәм 120 урынлыҡ ашхана бар. Мәктәп биләмәһендә балалар өсөн уйын майҙансығы эшләнгән.
Рөстәм Хәмитов уҡытыусылар һәм уҡыусылар менән аралашты, уҡытыу кластарын, ашхананы, спорт залдарын ҡараны, уҡытыусылар коллективы менән кадрҙар мәсьәләләрен тикшерҙе. Әңгәмә аҙағында республика Башлығы Башҡортостан ҡаларына һәм райондарына йәш уҡытыусылар йәлеп итеү, уларҙы матди яҡтан дәртләндереү варианттарын уйларға йөкләмә бирҙе.