

- Беҙ сәйәхәтебеҙҙе ай ярымға планлаштырҙыҡ. Иң матур райондарҙың береһенән башларға булдыҡ. Артабан өләсәйем йәшәгән Ейәнсура районына, аҙаҡ кәләшемдең тыуған яғы Миәкәгә, артабан Ҡыҙыл шишмәгә (Красный ключ) барасаҡбыҙ, тағы ла Салауат районында буласаҡбыҙ һәм иң һуңынан минең тыуған яғым Мәсетлегә ҡайтабыҙ. Ғөмүмән, мин күп сәйәхәт итергә яратам, - ти 5 йыл элек Өфөнән Мәскәүгә (унан алда Сочиға, Ҡазанға) тиклем велосипедта барып етеп танылыу алған егет. - Үткән йылда Алтайҙа булғайным, унда ла Бөрйәндәге кеүек тәбиғәт бик матур, ҡайһылай оҡшаш тип ҡарап йөрөгәйнем. Тик унда тауҙар бейегерәк һәм йылғаларҙа ағым көслө.
Бөрйәнде ныҡ яратам. Был юлы палаткалар алып килеп, саф һауала көн итәбеҙ. Ике көн элек йылға буйлап аҡтыҡ, - тип ҡыҫҡаса ялдары менән таныштырҙы Салауат.
Илһөйәр йәштәргә матур ялдар, күңелле сәйәхәт, бәхетле тормош теләйбеҙ!