Бөтә яңылыҡтар
Сәйәхәт
16 Апрель , 09:00

“Был сәйәхәттә ғүмеремдә лә онотмаясаҡмын”, ти Исмәғил

Иҫке Монасип мәктәбенең 10-сы класс уҡыусыһы Исмәғил Бикмәтов та Мәскәүҙә булып, онотолмаҫ тәьҫораттар алып ҡайтҡан.

“Был сәйәхәттә ғүмеремдә лә онотмаясаҡмын”, ти Исмәғил
“Был сәйәхәттә ғүмеремдә лә онотмаясаҡмын”, ти Исмәғил

-Тырышып уҡыу, конкурстарҙа, олимпиадаларҙа ҡатнашып еңеүҙәр яулау бушҡа китмәй. Алдынғы уҡыусылар өсөн төрлө иҫтәлекле сараларҙа ҡатнашыу бәхете тейә. 10-сы класс уҡыусыһы Бикмәтов Исмәғил дә Мәскәүгә, Бөтә Рәсәй күргәҙмәһенә барыу бәхетенә ирешете. Районыбыҙҙың алдынғы уҡыусылары менән бергә баш ҡалабыҙҙа булып, онотолмаҫ тәьҫораттар менән ҡайтты ул: "Беренселәр хәрәкәте ҡатнашыусылары менән мин Мәскәүҙә булып ҡайттым. Беҙ Мәскәүҙә 2 көн булдыҡ һәм шул арала күп нәмә күреп ҡайттыҡ. Мәскәүҙә 1-се көндә беҙ ВДНХ-ла йөрөнөк. Күп павильондар күрҙек, ундағы яңы технологиялар менән таныштыҡ. Ә 2-се көндә ҡала буйлап экскурсия ойошторолдо, Ҡыҙыл Майҙанда йөрөнөк, матур урындарҙа булдыҡ. Мәскәүҙә бик уңайлы, ҙур ҡунаҡханала урынлаштыҡ, ресторанда һыйланылар, сувенирҙар алып ҡайттыҡ. Был сәйәхәт ваҡытында мин күп кешеләр менән аралаштым, таныштым, дуҫлаштым. Мин мәктәбемә, сәйәхәтте ойоштороусыларға бик ҙур рәхмәтемде еткерәм, был сәйәхәтте мин ғүмеремдә лә онотмаясаҡмын”, - тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты Исмәғил.
Афарин, Исмәғил! Алда тағы ла бик күп уңыштарың менән беҙҙе ҡыуандырып тор! – тип хәбәр итә класс етәксеһе Рәғиҙә Истәкова.


Иҫке Монасип Мәктәбе  төркөмөнән.

“Был сәйәхәттә ғүмеремдә лә онотмаясаҡмын”, ти Исмәғил
“Был сәйәхәттә ғүмеремдә лә онотмаясаҡмын”, ти Исмәғил
“Был сәйәхәттә ғүмеремдә лә онотмаясаҡмын”, ти Исмәғил
“Был сәйәхәттә ғүмеремдә лә онотмаясаҡмын”, ти Исмәғил
Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас: