Сәйәхәт
11 Апреля 2024, 03:40

Сынтимер менән Ирхан да Мәскәүҙе күргән!

Бөрйән районынан 23 уҡыусының Мәскәү ҡалаһына юлланыуы хаҡында хәбәр иткәйнек инде. Балалар илебеҙҙең баш ҡалаһында бик күп тәьҫораттар алған.

Добавить в предпочтительные источники Google
Сынтимер менән Ирхан да Мәскәүҙе күргән!Сынтимер менән Ирхан да Мәскәүҙе күргән!
Сынтимер менән Ирхан да Мәскәүҙе күргән!

-Мәктәбебеҙҙең иң талантлы, иң зирәк уҡыусылары - 11 кластан Сынтимер Билалов менән Ирхан Үтәбаев Бөрйән районының бер төркөм әүҙем уҡыусылары менән бергә Мәскәүгә - ВДНХ-ға экскурсияға барыу бәхетенә эйә булдылар.

Был, әлбиттә, бына-бына мәктәпте тамамларға йөрөгән уҡыусыларыбыҙ өсөн уларҙың артабанғы тормошонда яңы белем һәм тәжрибә алыуға яңы офоҡтар аса, тигән һүҙ.

Тағы ла яңы үрҙәр, мауыҡтырғыс сәйәхәттәр көтһөн һеҙҙе алда! - тип хәбәр итәләр Әбделмәмбәт мәктәбе(Ҡыпсаҡ) төркөмөндә.

Сынтимер менән Ирхан да Мәскәүҙе күргән!
Сынтимер менән Ирхан да Мәскәүҙе күргән!
Автор:Тансылу Багаутдинова