Бөтә яңылыҡтар
Сәйәхәт
3 Ноябрь 2023, 19:00

Экологик туризм өлкәһендә иң яҡшы маршрут – Бөрйәндә

Өфө ҡалаһында X Бөтә Рәсәй туристик премияһының финал өлөшө үтте. 2023 йылда жюри ҡарамағына Рәсәйҙең 60 төбәгенән 582 проект тәҡдим ителгән. Финалға 270 проект үтеп, шуларҙың 48-е – Башҡортостан вәкилдәренеке. “Экологик туризм өлкәһендә иң яҡшы маршрут” номинацияһында беҙҙең райондашыбыҙ, шәхси эшҡыуар Динар Байегетов Гран-при яуланы!

Экологик туризм өлкәһендә иң яҡшы маршрут – Бөрйәндә
Экологик туризм өлкәһендә иң яҡшы маршрут – Бөрйәндә

Шүлгән егете Динар менән Өфө ҡыҙы Динара ойошторған “Туры и сплавы с Динарлар” турфирмаһы 2020 йылдан яҡшы ғына эшләп килә. Динар – юғары белемле географ, Динара – туризм белгесе. Икеһе лә ҡасандыр “Шүлгән-Таш” ҡурсаулығында эшләп, тәжрибә туплап, туризмға ныҡлы аяҡ баҫҡан йәштәр. Урын-ерҙе яҡшы белгәндәре, эштәренә яуаплы ҡарағандары өсөн ҡурсаулыҡ администрацияһы уларҙы тур һораған туристарға бер ниндәй икеләнеүһеҙ тәҡдим итә. Элеккке хеҙмәткәрҙәребеҙ хәҙер эшлекле партнерҙарыбыҙға әйләнеп, экологик туризм өлкәһендә бергә-бергә аңлашып эшләгәнебеҙ өсөн шатбыҙ. Уларҙы оло еңеүе менән ҡотлап, Динараға бер нисә һорау менән мөрәжәғәт иттем.

-Динара, мәртәбәле премия алыуығыҙ менән ҡотлайым! Күпселек туристик фирмалар Шүлгән-Ташҡа тиклем ағып төшөүҙе тәҡдим итә. Ә һеҙ, киреһенсә, ҡурсаулыҡ биләмәһенән  башлап “Башҡортостан” милли паркына – Антон ҡаяһына тиклем маршрут һалғанһығыҙ. Ни өсөн?

- Ҡотлауығыҙ өсөн рәхмәт! Был маршруттың уңайлыҡтары бик күп: артыҡ оҙон да, ҡыҫҡа ла булмаған оптималь оҙонлоҡ, ваҡыт буйынса ҡабаланырға кәрәкмәй бер нисә сәғәттә ағып төшөү мөмкинлеге, йылғаның ике яғы буйлап легендаларға бай ҡая-таштар, Ағиҙел йылғаһының тыныс өлөшө, ямғыр яуғанда ла машина менән үтерлек юлдар. Был маршрут айырыуса бәләкәс балалы ғаиләләргә, оло йәштәгеләргә, беренсе тапҡыр ағып төшкәндәргә тура килә.

Т. Хәмиҙуллина.

Автор:
Читайте нас: