Бөтә яңылыҡтар
Сәйәхәт
14 Июнь 2023, 09:15

“Шүлгән мәмерйәһендәге ике гидҡа һоҡланып ҡайттым”, ти яҙыусы Миләүшә Ҡаһарманова

...Бер һылыу ҡыҙ һоҡландырҙы - Нәркәс Әбүбәкирова. "Шүлгән-таш мәмерйәһе" музейы белгесе. Уның да шыма телмәренә, бөтә һорауҙарға ла тулы һәм дөрөҫ яуап биреүенә, эпостар, эпос геройҙары, уларҙың теге-йәки был ҡылығындағы сокраль серҙәр аңлатмаһын да тағатып биреп китә алыуына ҡарап, тыңлап, шундай ҡәнәғәтлек кисереп йөрөнөм. Тулыраҡ – артабан.

“Шүлгән мәмерйәһендәге ике гидҡа һоҡланып ҡайттым”, ти яҙыусы Миләүшә Ҡаһарманова
“Шүлгән мәмерйәһендәге ике гидҡа һоҡланып ҡайттым”, ти яҙыусы Миләүшә Ҡаһарманова

-Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән йыйылған музей белгестәрен оҙатып йөрөргә тура килде һәм уларҙы Шүлгән мәмерйәһенә лә алып барҙыҡ. Әлбиттә, ҡунаҡтарға мәмерйә лә, уның музейы ла бик оҡшаны, тик һүҙем улар хаҡында түгел, ә үҙебеҙҙекеләр тураһында. Нисә йылдар инде йәйенә өсәр-дүртәр тапҡыр Шүлгәнгә йә ҡырҙан килгән дуҫтарҙы, йә туғандарҙы, йә башҡа сәйәхәтселәрҙе оҙатып йөрөргә тура килә һәм, ундағы мәғлүмәт биреүселәрҙең һүҙ наҡыҫлығынан, һөйләү ҡеүәһенең түбәнлегенән уңайһыҙланып, сараһыҙҙан, үҙемә гид роленә инеп китергә тура килә ине. Был юлы, тәүге тапҡыр, ике кешегә һоҡланып ҡайттым.

Мәмерйәгә беҙҙе ошо өлкәне өйрәнеүсе билдәле ғалим Вячеслав Котовтың улы, шундай уҡ ғалим Михаил Котов үҙе алып инде һәм өҫкө ҡаттарға тиклем йөрөтөп сыҡты. Ул беҙгә ғилми хәбәр һөйләп кенә ҡалманы, ә "Урал батыр" эпосы буйынса бик ҡыҙыҡлы фәлсәфәүи аргументтар ҙа килтерҙе. Шулай уҡ бында табылған һөйәктәр тураһында ла, экспонаттар буйынса ла, хатта мәмерйәгә бәйле хөрәфәттәрҙе, магик мөғжизәләрҙе лә һөйләп хайран итте. Мин һәр хәлдә бер йәш кенә урыҫ кешеһенең мәмерйәгә ҡарата шундай хөрмәт һәм һөйөү менән йәшәүенә, үҙ эшен төптән белеүенә, йырлаған һымаҡ туҡтамайса һөйләй алыуына һоҡландым. Эстән сыҡҡас та беҙ уның янынан китә алмай, аҙаҡ ҡайҙа осрай шунда тотоп һорауҙар биреп йонсоттоҡ. Яратам шундай белемле һәм белемен телмәре аша ҡыҙыҡлы итеп бирә белгәндәрҙе. Бында гид тап бына ошолай булырға тейеш, минеңсә.

Тағы ла икенсе бер һылыу ҡыҙ һоҡландырҙы - Нәркәс Әбүбәкирова. "Шүлгән-таш мәмерйәһе" музейы белгесе. Уның да шыма телмәренә, бөтә һорауҙарға ла тулы һәм дөрөҫ яуап биреүенә, эпостар, эпос геройҙары, уларҙың теге-йәки был ҡылығындағы сокраль серҙәр аңлатмаһын да тағатып биреп китә алыуына ҡарап, тыңлап, шундай ҡәнәғәтлек кисереп йөрөнөм. Осраҡлы ғына кеше түгел Нәркәс Ғаяз ҡыҙы бында, ул был музейҙың, Шүлгән-таштың, эпостың бер тере күҙәнәге лә.
Шулай итеп, хеҙмәткәр үҙ эшен белә, ярата һәм башҡарғанына ҡарата башҡаларҙа ла һөйөү уятыу һәләтенә эйә икән - ҙур бәхет. Барыһы өсөн дә. Бындай кешеләр донъяны биҙәп йәшәй, - тип яҙа Миләүшә Саяғәфәр ҡыҙы.

“Шүлгән мәмерйәһендәге ике гидҡа һоҡланып ҡайттым”, ти яҙыусы Миләүшә Ҡаһарманова
“Шүлгән мәмерйәһендәге ике гидҡа һоҡланып ҡайттым”, ти яҙыусы Миләүшә Ҡаһарманова
“Шүлгән мәмерйәһендәге ике гидҡа һоҡланып ҡайттым”, ти яҙыусы Миләүшә Ҡаһарманова
Автор:Т. Баһауетдинова әҙерләне.
Читайте нас: