Бөтә яңылыҡтар
Сәйәхәт
9 Декабрь 2022, 12:15

"Шүлгәнташ" үзбәктәрҙе шаҡ ҡатырған

– Мин Башҡортостанға беренсе тапҡыр килдем. Кисә Бөрйән районында урынлашҡан “Шүлгәнташ” археологик һәйкәленә барҙыҡ һәм шаҡ ҡаттыҡ. Беренсенән, мәмерйәнең үҙен күреп һоҡландыҡ. Икенсенән, быйыл йәй асылған музейҙы күреп иҫебеҙ китте.

"Шүлгәнташ" үзбәктәрҙе шаҡ ҡатырған
"Шүлгәнташ" үзбәктәрҙе шаҡ ҡатырған

Өфөлә “Урта быуат Евразияһының күсмә цивилизациялары” халыҡ-ара фәнни-ғәмәли конференцияһы үтте. Халыҡ-ара сараға сит илдәрҙән дә ғалимдар килде. Улар араһында тарих фәндәре кандидаты, әйҙәүсе ғилми белгес, Үзбәкстан Фәндәр академияһы Тарих институтының боронғо тарих бүлеге мөдире Фирүзә Шакир ҡыҙы Шәмүкәрәмова ла бар ине. Ул беҙҙең баҫмаға тәьҫораттары тураһында һөйләне.

– Мин Башҡортостанға беренсе тапҡыр килдем. Кисә Бөрйән районында урынлашҡан “Шүлгәнташ” археологик һәйкәленә барҙыҡ һәм шаҡ ҡаттыҡ. Беренсенән, мәмерйәнең үҙен күреп һоҡландыҡ. Икенсенән, быйыл йәй асылған музейҙы күреп иҫебеҙ китте. Уны асыу тантанаһында беҙҙең институт вәкилдәре лә ҡатнашҡайны, әле үҙем килеп күрҙем. Музейҙың идеяһы, материалды тәҡдим итеү һәр кемгә аңлашыла, бала ла, ғалим да аңлай ала, бер һорау ҙа ҡалмай. Ваҡыттар бәйләнеше, киңлек менән бәйләнеш, экспонаттарҙы күрһәтеү бик юғары кимәлдә башҡарылған. Мәмерйәгә инә алыу мөмкинлеге булыуы ла яҡшы. Һеҙ был тарихи әйберҙе туристик объект итеп эшләүегеҙ ҙә бик әһәмиәтле һәм маҡтауға лайыҡ.

Бөгөнгө күргәҙмә һәм ғилми конференция ла юғары кимәлдә ойошторолған. Беҙ бында Евразия киңлегендә күсмә һәм ултыраҡ мәҙәниәттәр тураһында фекер алышабыҙ.

Совет осоронда Башҡортостан менән Үзбәкстан араһында ғилми бәйләнештәр бар ине, 90-сы йылдарҙа өҙөлдө. Ә ике-өс йыл элек йәнә нығына башланды. Ғөмүмән, һуңғы йылдарҙа фундаменталь фән Евразия киңлегендә күсмә мәҙәниәттәр темаһы менән ҡыҙыҡһына башланы. Һәм был мәсьәләлә ике республиканың бәйләнеше кәрәк. Айырыуса күсмә мәҙәниәттәр үҫеше өлкәһендә. Шуға күрә тығыҙ хеҙмәттәшлек дауам итер тип өмөтләнәм, – тине ул.

Автор:
Читайте нас: