Бөтә яңылыҡтар
Сәйәхәт
16 Май 2022, 14:20

“Сибайҙан күңел байрамы алып ҡайттыҡ...”

14 майҙа Сибай ҡалаһы “Тәҡүә”мәсетендә “Мосолман ҡатын-ҡыҙҙарының Ислам динендә тотҡан роле” конкурсы үткәрелде. Унда Сибай ҡалаһы, Баймаҡ, Йылайыр, Хәйбулла, Әбйәлил, Бөрйән райондарынан өсәр кешелек командалар ҡатнашты.

“Сибайҙан күңел байрамы алып ҡайттыҡ...”
“Сибайҙан күңел байрамы алып ҡайттыҡ...”

 Алдан ебәрелгән положение буйынса, конкурс һәр команданың тейешле махсус кейемдә темаға ярашлы атамаһы, девизы аҫтында үҙе менән таныштырыуҙан башланып китте. Был этапта беҙҙең мөслимәләр бөтә яҡтан да конкурс талаптарына тап килеүе менән айырылып торҙо. Унан һуң бер-бер артлы ҡатмарлы ғына һынау-имтихандар үтергә кәрәк булды. Изге Ҡөрьән сүрәләренән ҡатын-ҡыҙҙарға ҡағылышлы аяттар күрһәтелгән билетты тартып алып, шул аятты тәджвид менән уҡыу һәм уның мәғәнәһен тәфсирләү Алсыу Зарипованың өлөшөнә төшһә, яртылаш бирелгән хәҙисте тулыландырып, шулай уҡ уның мәғәнәһен асыҡлауға Миңлегөл апай Ғәлина тәүәккәллек ҡылды. Афарин, улар был этапты һис тә һынатмай, юғары баһалар менән үтеп сыҡтылар! Конкурстың артабанғы өлөшөндә үҙебеҙҙең Башҡортостан ерлегендә үткән быуат башында Ислам динен таратыуҙа,ҡатын-ҡыҙҙарҙың гражданлыҡ һәм сәйәси хоҡуҡтары өсөн көрәшеүсе, алдынғы ҡарашлы күренекле мөслимәләр Рабиға Ҡушаева, Мөхлисә Буби, Мәрйәм Солтанова, Суфия Джәнтурина, шулай уҡ тарихи шәхестәр Бәндәбикә һәм Киҫәнбикә Байрас ҡыҙы тураһында мәғлүмәт биреү талап ителде.
Тағы бер этапта һәр команда конкурс темаһы эсендә алдан әҙерләп алып килгән һорауҙарын дөйөм тәҡдим итеп, уға кем алдан өлгөрә, шул яуап бирергә тейеш ине.Был этап ярайһы ғына көсөргәнешле барҙы, сөнки һорау биреүсенең дә, яуап биреүселәрҙең дә тел байлығы, зирәклеге, дини кимәле асыҡтан-асыҡ ошонда күренде.
Конкурстың һуңғы этабы Ислам дине ғилеме менән һөнәри белемеңдең нисек бер-береһенә бәйләнеп, үрелеп, шәхси үҫешеңә булышлыҡ итеүе тураһында тәжрибәң менән уртаҡлашыуға ҡоролған ине.Был этапта сығыш яһарға теләүселәр күп ине,әммә бәйгенең ваҡыты сикле булыуҙан, сараны алып барыусы дилбегәне ҡыҫҡа тоторға мәжбүр булды.
Жюри ағзалары БСТ каналындағы "Йома" тапшырыуының алып барыусыһы Светлана Галиуллина; БДУ профессоры, филосогия фәндәре докторы Вильданова Гүзәл Булат ҡыҙы;"Әс-сәләм" дин-мәғрифәт гәзитенең корректоры,”Башҡортостандың киң мәғлүмәт саралары атҡаҙанған хеҙмәткәре ”Әлфиә Батталова, Өфөләге "Мәҙинә" мәсетенең мөғәлимәһе Ләйсән Бәхтиева, хажиә Гөлнәзирә абыстай командаларҙың сығыштарын ғәҙел баһалап, урындар билгеләгәнсә, йыйылған халыҡ хәҙрәттәрҙең сығыштарын, файҙалы вәғәздәрен тыңлай торҙо.
Гран-при эйәһе - баймаҡтар, беренселәр - сибайҙарҙан һуң, икенселекте яулап ҡайтты бөрйән мөслимәләре был күңел байрамынан!
Команданы әҙерләп сараға алып сығыусы етәксебеҙ Гөлнара Хоҙайназарова һәм райондың имам-мөхтәсибе Хәсән хажи Зариповтың үҙе ошо сәйәхәтте ойоштороп йөрөтөп ҡайтыуына рәхмәтлебеҙ, Аллаһ Тәғәлә риза булһын барыбыҙҙан да!

Рәшиҙә Ғиззәтуллина.

Автор:
Читайте нас: