

Яҡташыбыҙ – Бөрйән егете, Өфөләге М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры директоры Рәфис Гәрәй улы Мөхәмәтйәнов - “Иң яҡшы мәҙәниәт учреждениелары етәкселәре, белгестәре һәм хеҙмәткәрҙәре – 2026” Бишенсе Төбәк-ара конкурсы еңеүсеһе. Ул беренсе урын өсөн дипломға лайыҡ булды.
Бынан тыш, Рәфис Гәрәй улы һөнәри эшмәкәрлегендәге юғары ҡаҙаныштары өсөн “Рәсәй хеҙмәтсәндәренең Почет таҡтаһы” Федераль мәғлүмәт интернет-порталы лауреаты ла булды.
Конкурсты Халыҡ-ара мәғарифты үҫтереү академияһы һәм Мәскәү эшҡыуарҙары ассоциацияһы үткәрә.
Уның маҡсаты – Рәсәй төбәктәрендә мәҙәниәт учреждениеларының иң яҡшы етәкселәрен һәм белгестәрен асыҡлау һәм дәртләндереү, алдынғы тәжрибәне таратыу һәм мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең һөнәри үҫешкә ынтылышын күтәреү.
Байназар егете Рәфис Гәрәй улын ҡотлайбыҙ һәм киләсәктә лә уңыштар насип булыуын теләйбеҙ!