

Акцияны Башҡортостандың Ҡурайсылар союзы иғлан итте. Уның сиктәрендә, 10 октябрҙә билдәләнәсәк Ҡурай көнө алдынан, 110 ҡурайсы 110 халыҡ көйөн башҡарырға тейеш.
— Халҡыбыҙҙа ата-бабаларыбыҙҙан һаҡланып килгән көйҙәр, йырҙар бихисап. Был беҙҙең ҙур мәҙәни байлығыбыҙ. Музыкаль мираҫ ынйыларының 110-ы республика конкурстары положениеһына индерелгән — шул рәүешле профессионал ҡурайсылар араһында уникаль система булдырылған. Күләмле эстафетаны тап ошо 110 көйгә бағышлайбыҙ. Беҙ был көйҙәрҙе уйнап ҡына ҡалмайбыҙ, ә уларҙың матурлығы һәм тәрәнлеге хаҡында һәр кемдең иҫенә төшөрөргә теләйбеҙ, – ти эстафета-флешмобты ойоштороусылар.
Эстафетаны Стәрлетамаҡ ҡурайсыһы Динар Абдуллин башлап ебәрҙе. Һәр ҡатнашыусы исемлек буйынса бер көйҙө уйнай (мәҫәлән, беренсе ҡурайсы «Азамат»ты башҡара) һәм эстафетаны артабан тапшыра.
Ҡатнашҡан ҡурайсыларҙың видеояҙмалары интернет селтәрҙәрендә төрлө төркөмдәргә һалып барыласаҡ.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2025 йылдың 10 октябрендә Башҡортостанда тәүге тапҡыр Ҡурай көнө билдәләнде.
Фото: видеонан скриншот | ВКонтакте.
Ләйлә Аралбаева.