Сәнғәт
3 Сентября , 11:55

Башҡорт режиссеры 100 миллион һумға фильм төшөргән

«Еңеү почтальоны» нәфис фильмы (16+) – Рәсәй, Белоруссия һәм Ҡаҙағстандың уртаҡ проекты. Ябыҡ күрһәтеү Мәскәүҙә һәм Алматыла үтте. Картина 3 сентябрҙән БДБ илдәрендә прокатка сыға.

Башҡорт режиссеры 100 миллион һумға фильм төшөргәнБашҡорт режиссеры 100 миллион һумға фильм төшөргән
Башҡорт режиссеры 100 миллион һумға фильм төшөргән

«Еңеү почтальоны» нәфис фильмы (16+) – Рәсәй, Белоруссия һәм Ҡаҙағстандың уртаҡ проекты. Ябыҡ күрһәтеү Мәскәүҙә һәм Алматыла үтте. Картина 3 сентябрҙән БДБ илдәрендә прокатка сыға.

 «Еңеү почтальоны» фильмының режиссеры — башҡорт режиссеры Айнур Асҡаров («Өфөнән һөйөү менән», «Өс таған», «Буран», «Йыл ғаиләһе», «Ярлыҡау»).

ТАСС хәбәр итеүенсә, күләмле проекттың бюджеты яҡынса 100 миллион һум тәшкил иткән. Аҡсаның күп өлөшө Ҡаҙағстандан бүленгән, тип уртаҡлашты проекттың генераль продюсеры һәм идея илһамландырыусыһы — Ҡаҙағстандың Кинематографистар лигаһы идараһы рәйесе Айҙар Баталов.

«Фильмдың бюджеты – 100 миллион һум тирәһе. Был шәхси бизнес ярҙамы менән Ҡаҙағстан аҡсаһы, Рәсәйҙән дә ярҙам булды. Бюджеттың күп өлөшө — Ҡаҙағстандыҡы», — тип Айҙар Баталовтың һүҙҙәрен килтерә ТАСС.

«Еңеү почтальоны» фильмы өҫтөндә эш 2025 йылдың аҙағында башланғайны. Сценарий нигеҙендә – алғы һыҙыҡта батырлыҡ ҡылған 18 йәшлек почтальондың тарихы. Төп ролде Ҡаҙағстан актеры Алихан Нуржауов башҡара.

Фильм Белоруссияның Минск ҡалаһы янында төшөрөлә, ҡуйы урмандарҙа һәм һаҙлыҡтарҙа әле лә тарих һулышы һиҙелә. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында тап ошо урындарҙа ҡаты алыштар бара, партизан отрядтары ойошторола. Фильмда өс илдең актерҙары ҡатнаша, шул иҫәптән Юлия Лазовская, Василий Копейкин һәм Константин Адаев.

"Башинформ" мәғлүмәттәре файҙаланылды.

 

Автор:
Читайте нас