Сәнғәт
27 Марта , 04:30

ИЖАДЫМ БӨРЙӘНЕМДӘ БӨРӨЛӘНДЕ, ти Бөрйән ҡыҙы Венера Рәхмәтуллина

Бәләкәйҙән йырлап йөрөнөм. Күршелә генә әсәйемдең еңгәһе Ғәйшә инәйем йәшәне. Бик алсаҡ, шат күңелле кеше ине ул. Шаян таҡмаҡтар сығара торғайны. Миңә ни бары өс йәш самаһы булғандыр. Ғәйшә инәйем таҡмаҡтар өйрәтә лә икән, бар йырлап күрһәт тип, атайым менән әсәйем янына индереп ебәрә. Ҡайһы бер насар һүҙҙәр ҙә булғандыр, иҫләмәйем. Атайым ҡалала үҫкән егет, ҡып-ҡыҙыл булып, ояла торғайны тип һөйләйҙәр. Улар сәпәкәй итмәгәс, ҡысҡырып илайым, үсегәм икән. Күршеләрҙе бер итеп гиҙеп йөрөйөм, тегеһе лә алып ҡайта, быныһы ла. Илгәҙәк булғанмындыр инде. Йырлай торған ҡурсаҡ кеүек күреп йөрөткәндәр, буғай. Мәктәптең интернаты бар, күрше ауылдарҙан шунда ятып уҡыған ҡыҙҙар алып ҡайтып китә. Мине йырлаталар, улар менән рәхәтләнеп шаярып, уйнап ҡайтам.

ИЖАДЫМ БӨРЙӘНЕМДӘ БӨРӨЛӘНДЕ, ти Бөрйән ҡыҙы Венера РәхмәтуллинаИЖАДЫМ БӨРЙӘНЕМДӘ БӨРӨЛӘНДЕ, ти Бөрйән ҡыҙы Венера Рәхмәтуллина
ИЖАДЫМ БӨРЙӘНЕМДӘ БӨРӨЛӘНДЕ, ти Бөрйән ҡыҙы Венера Рәхмәтуллина

Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының эстрада солисы, тамашасыларҙың яратҡан йырсыһы, башҡорт йыр сәнғәтендә лайыҡлы урын биләгән Венера Рәхмәтуллина март айында күркәм юбилейын һәм ижадына 25 йыл тулыу тантанаһын билдәләне.

Йомшаҡ лирик сопрано тауышлы талантлы йырсының ижады бай һәм үҙенсәлекле. Ул һирәк яңғыраған башҡорт халыҡ йырҙарын оҫта башҡарыусы булараҡ киң танылыу яуланы. Тәбиғәттән килгән сағыу таланты, һоҡланғыс тауышы, сибәрлеге, нәзәҡәтле нәфислеге, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарына хас иплелеге, тыйнаҡлығы, инсафлығы менән һоҡландыра ул. Уның тик сәхнә өсөн генә яратылған тышҡы гүзәл ҡиәфәтен бай, хисле эске донъяһы тулыландыра.

Яҙмыш һынауҙарына бирешмәй, яратҡан һөнәренә тоғро ҡалып, башҡорт йыр сәнғәтенә тырышып хеҙмәт иткән ижадсының тормош һәм ижад юлы күптәрҙе ҡыҙыҡһындыра, сөнки Венера үҙе тураһында һөйләргә яратмай, журналистар менән һирәк аралаша. Әле лә тәүге осрашыуҙан уҡ асылып китмәне. Күңеленә нисек юл ярырға , ниндәй генә серле һүҙҙәр табып асырға икән уның ҙур йоҙаҡтар менән бикләнгән эске донъяһын тигән һорауҙар борсоно мине. Күп уйландым. Яҙасаҡ мәҡәләмде төрлөсә күҙаллап ҡараным. Ниһәйәт, юбилей концертының сценарийы буйынса фекер алышҡанда, Венера менән ихлас һөйләштек. Уҡыусыларға ла тәҡдим итәм йырсы менән әңгәмәне.

 

– Венера, ғүмер юлын үткәндә һәр кеше төрлө төҫтәрҙән торған тормош келәмен туҡый. Алмашынып торған ғүмер миҙгелдәре, яҙмыш боролоштары, урау-урау юлдары, бәхетле, шатлыҡлы минуттары, еңеп сыға алмаҫтай тойолған яҙмыш һынауҙары, ҡара болот ҡаплаған ҡайғы-хәсрәтле көндәре ана шул келәмдә төҫлө ептәрҙән туҡылған ғәжәйеп һүрәттәр булып урын ала. Һинең тормош келәменең төҫтәре ниндәйерәк булды? Ундағы иң сағыу биҙәктәр йәки тоноҡ төҫтәр ғүмер юлыңдың ниндәй ваҡиғалары менән бәйле?

– Эйе, дөрөҫ әйтәһегеҙ, һәр кем тик үҙенең тормош тарихы һүрәтләнгән келәмен туҡый. Мин дә ғүмер юлым биттәрен үҙ келәмемә теҙәм, Аллаға шөкөр. Тормошом бик семәрле булды, күпте кисерергә тура килде. Яҡшыһын да, яманын да. Ауыр һынауҙар үттем. Тормош булғас, төрлөһө була: ҡараһы ла, ағы ла. Сиратлап килә тиҙәр бит. Ниндәй генә хәлдәргә юлыҡһаң да, алдыңа маҡсат ҡуйып йәшәргә тырышаһың, һынауҙарға бирешмәй, алға атлайһың. Үҙ юлыңды дауам итергә теләйһең икән, ҡаршылыҡтарҙы еңеп сығаһың. Түҙәһең, көрәшәһең. Ғөмүмән, был тормошта көрәшмәйенсә, көс һалмайынса булмай. Бер нимә лә әҙерләп ҡуйылмаған. Мин бер ваҡытта ла кемдәндер нимәлер өмөт итеп, көтөп ултырманым.

Тормош келәмем тик сағыу төҫтәрҙән башланды. Гүзәл тәбиғәтле Бөрйән районының Монасип ауылында үткән ҡояшлы, ғәмһеҙ бала сағым... Тыуған яғымдың хуш еҫле сәскәле, еләкле болондарында, сафлыҡ бөркөгән ап-аҡ ҡарлы ҡыштарында, бөтә донъяны алтынға күмгән мул көҙҙәрендә ҡалды минең бала сағым, үҫмер йылдарым.

Барыһы ла хәстәрһеҙ, иркә баласаҡтан башлана. Минең дә йырға, ижадҡа ынтылышым баласағым үткән Бөрйәнемдә бөрөләнде. Атайым, әсәйем яғынан туғандарым йыр-моңға маһир кешеләр. Атайымдың атаһы Ғәйҙәни олатайым Борайҙан, урман башҡорто, оҫта тальянсы, йырсы. Өләсәйем Фәниә Ғәбделбарый ҡыҙы юрматы ырыуынан, Ишембай районы Көҙән ауылында тыуып үҫкән, Зәки Вәлидиҙең яҡын туғаны. Олатайым менән өләсәйем ФЗО -ла – Завод-фабрика эшенә өйрәтеү уҡыу йортонда танышып, Стәрлелә төпләнгәндәр. Атайым Тимерғәли Ғәйҙәни улын Стәрлетамаҡта институт тамамлағас, Бөрйән районы Монасип ауылына эшкә ебәрәләр. Шунда ул әсәйем Әлфиә Рәхмәт ҡыҙы менән таныша. Атайым уҡытыусы, завуч, директор булып эшләне. Бик матур итеп гитарала уйнап, йырлай торғайны. Ә әсәйем клуб мөдире булды. Ул замандарҙа клуб мөдире китапхансы ла, йырсы ла, бейеүсе лә, ойоштороусы ла. Гастролдәр менән килгән әртистәрҙең ҡайһы берҙәре беҙҙә туҡтай торғайнылар. Шундай мөхиттә үҫтем мин. Бәләкәйҙән йырлап йөрөнөм. Күршелә генә әсәйемдең еңгәһе Ғәйшә инәйем йәшәне. Бик алсаҡ, шат күңелле кеше ине ул. Шаян таҡмаҡтар сығара торғайны. Миңә ни бары өс йәш самаһы булғандыр. Ғәйшә инәйем таҡмаҡтар өйрәтә лә икән, бар йырлап күрһәт тип, атайым менән әсәйем янына индереп ебәрә. Ҡайһы бер насар һүҙҙәр ҙә булғандыр, иҫләмәйем. Атайым ҡалала үҫкән егет, ҡып-ҡыҙыл булып, ояла торғайны тип һөйләйҙәр. Улар сәпәкәй итмәгәс, ҡысҡырып илайым, үсегәм икән. Күршеләрҙе бер итеп гиҙеп йөрөйөм, тегеһе лә алып ҡайта, быныһы ла. Илгәҙәк булғанмындыр инде. Йырлай торған ҡурсаҡ кеүек күреп йөрөткәндәр, буғай. Мәктәптең интернаты бар, күрше ауылдарҙан шунда ятып уҡыған ҡыҙҙар алып ҡайтып китә. Мине йырлаталар, улар менән рәхәтләнеп шаярып, уйнап ҡайтам.

Һабан турғайы кеүек иртүк тора торғайным. Бигерәк тә йәй көндәренең ысыҡлы иртәләрендә йырлай-йырлай урамға ашығам. Күршелә генә йәшәгән Таңһылыу апайҙарға югерәм. Балалар баҡсаһына йөрөй башлағансы, атай - әсәйем эшкә киткәндә мине уларҙа ҡалдыра торғайны. Таңһылыу апайым менән бейә һауырға йөрөйбөҙ. Ул мине етәкләп, бейәләр бәйле торған йәйләүгә алып бара. Апайым бейә һауа, мин шул тирәлә буталам. Ҡуйы үлән араһына инеп йырлай - йырлай еләк ашайым. Апайым: «Венера, ҡайһылай йыраҡ киткәнһең. Йырыңды ишетеп, саҡ таптым үҙеңде. Алыҫ китмә, балаҡайым, аҙашырһың. Юғалмаҫ өсөн ана шулай йырлап йөрө. Күрәһеңме, ҡолонсаҡтарға бәләкәй генә ҡыңғырау таҡты ферма мөдире. Ана шул һинең кеүек һикерәндәп әллә ҡайҙарға йыраҡ китеп, аҙашмаһындар тип. Һин дә шул ҡолонсаҡтарҙың ҡыңғырауы кеүек, йырың менән тауыш биреп йөрө, йәме», – тип һөйләгәндәре хәтеремдә.

Балалар баҡсаһында төшкө аштан һуң йоҡларға һалалар. Мин һис йоҡлай алмай аҙапланам. Шунан шым ғына йырлай башлайым. Тәрбиәсе Фәниә апай мине йоҡо бүлмәһенә ситтәрәк урынлашҡан уйын залына алып китә, йырҙар өйрәтә. Башҡа балаларға ҡамасауламаһын тигәндер инде. Һуңынан инде мәктәптә, районда концерттарҙа йырланым, күрше ауылдарҙа ла концерттар ҡуя торғайныҡ. Ауылда, район үҙәгендә үткән сараларҙа, урам байрамдарында ғаиләбеҙ менән сығыш яһай инек. Атайым менән Марат ҡустым гитарала уйнай, әсәйем менән мин йырлайбыҙ, бейейбеҙ. Ҡустым да бәләкәйҙән йырларға яратты. Ҡыҙыҡ ваҡиға хәтеремдә ҡалған. Бер заман «Сафыя» тигән йыр бик популяр булып китте. Мин шул йырҙы һабантуйҙа башҡарырға уйлап йөрөйөм. Ике туған апайым менән байрамға саҡ ҡына һуңлап барып еттек. Сәхнәлә үҙешмәкәр артистарҙың бәйгеһе бара. Мин дә программаға яҙылырға тип ойоштороусылар янына килдем. Йырымды әйткәйнем, «әле яңы ғына Марат килеп йырлап китте», – тип көлдөләр. Ҡустым төрлө яҡлап та талантлы булды. Йырланы, музыка ҡоралдарында уйнаны. Ҡулынан килмәгән эш юҡ ине. Теүәл фәндәр уға еңел бирелде. Атайым һөнәрен һайланы. Юғары белем алып, физик - математик булып китте. Беҙ Өфөлә уҡый башлағас, атай - әсәйем Бөрө ҡалаһына күсеп килделәр. Атайым институтта уҡытты, кафедра мөдире, педагогия фәндәре кандидаты ине. Докторлыҡ диссертацияһын яҙып бөткәс кенә, яҡты донъянан китте. Марат ҡустым уның юлын дауам итеп, Бөрө педагогия институтында атайым эшләгән кафедраны етәкләне. Кандидатлыҡ диссертацияһын яҡланы. Йәшәргә өлгөрөп ҡалырға тырышҡан кеүек, бөтәһен дә үҙ ҡулдары менән эшләне. Төплө, тәрән аҡылы менән күп нимәгә өлгәште. Бик матур итеп ҙур йорт һалды. Балаларында музыкаға, башҡорт теленә, мәҙәниәтенә һөйөү тәрбиәләне. Өйҙәрендә гитара ла, синтезатор ҙа бар. Эшендә гел алдынғы булды, докторлыҡ диссертацияһын яҙҙы. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, яҡлап өлгөрмәне. Күптән түгел барыбыҙҙы ла ҡара ҡайғыларға һалып, мәңгелек йортҡа китте... «Апай, һинең юбилейыңда йырлайбыҙ әле», – тигән хыялы тормошҡа ашманы. Бик үкенесле. Ҡайғыларға бөгөлөп төшмәҫкә тырышам. Ҡалғандарға нисек кенә булһа ла артабан  йәшәргә кәрәк.

Тормош келәмемдең иң сағыу төҫтәр менән һуғылған урыны йырға арналған ғүмерем, сәхнә тормошом, ижад юлым. Мин ошо юлда данға, хөрмәткә, халыҡ һөйөүенә лайыҡ булдым. Сәнғәт институтын тамамлағас та, түҙемһеҙләнеп тиҙерәк сәхнәгә сығырға ашҡындым, йырлайһым килде. Мин йырһыҙ йәшәүҙе күҙ алдына ла килтерә алмайым. Йыр миңә ҡанаттар ҡуйҙы, мине йәшәтте, көс бирҙе. Яратҡан профессиям өсөн уҡытыусыларыма сикһеҙ рәхмәтлемен. Йырға һөйөү тәрбиәләгәндәре өсөн ата-әсәм алдында мәңге бурыслымын. Аллаһҡа шөкөр итәм, ул миңә күптәргә бирелмәгән талант, һәләт биргән. Һәләтемде йәшереп ятҡырмай, күрһәтергә, халҡыма тапшырырға тейешмен. Шуға күрәлер ҙә мин һәр ваҡыт үҙемде сәхнә кешеһе итеп тойҙом. Унда миңә рәхәт, оҙағыраҡ сыҡмай торһам, донъя тарая, һауа етмәй. Тормош иптәшем дә башҡа профессия кешеһе түгел, ошо өлкәнән, Башҡортостандың халыҡ артисы, данлы ҡурайсы Рушан Биктимеров. Ижадташтар булғас, бер-беребеҙҙе күҙ ҡарашынан, ярты һүҙҙән аңлап торабыҙ. Рушан һәр саҡ мине ҡеүәтләп тора, эшемдә ярҙам итә. Концерттар алдынан төрлө пландар ҡорабыҙ, кәңәшләшәбеҙ. Ниндәй йырҙы йырларға, ниндәй кейем кейергә, ниндәй һүҙҙәр һөйләргә, ҡайһы шиғыр юлдарын ҡулланырға... Барыһын да уның менән бергәләп хәл итәбеҙ, бәхәсләшеп тә китәбеҙ. Бәхәс тә дөрөҫлөк тыуа тиҙәр. Шул беҙгә ҡағыла ла инде. Ҡыҫҡаса әйткәндә, мин сәхнәлә үҙемде таптым. Күптәр миңә: «һин сәхнәлә бөтөнләй икенсе кеше, танырлыҡ түгел», – тиҙәр. Ысынлап та, сәхнә бөтөнләй башҡа мөхит, унда уй - фиғелең, ҡиәфәтең, күҙ ҡарашың, эске кисерештәрең үҙгәрә.

Сәнғәт институтын уңышлы тамамлап, ижад юлымды бик матур башлап ебәрһәм дә, ҡаты сир ҡамасауланы. Етди һынауҙар үтергә тура килде миңә. Келәмемдең тоноҡ, ҡара төҫтәре ана шул йылдарға тура килә лә инде. Әллә нисә ҡатмарлы операциялар үткәрҙем. Бик ауыр сирләгән саҡтарымда ла, һауыҡһам, шул йырҙы йырлаясаҡмын, быныһын өйрәнәсәкмен, Алла бирһә тип хыяллана торғайным. Өмөт менән йәшәнем. Сәхнәне һағындым. Табибтар ҡәтғи тыйып, сәхнә тормошон оноторға тура киләсәк, тигәс тә, бар булмышым, һәр күҙәнәгем был ҡарар менән килешмәне. Иң ауыр саҡтарымда әсәйем менән Рушан янымда булдылар. Әсәйем көнө - төнө минең яндан китмәне, доғалар уҡып, минең һауығыуымды теләне, аҡыллы кәңәштәре менән тынысландырҙы, сабыр булырға өндәне. Рушан: «Венера, беҙ әле һинең менән ҙур сәхнәләрҙе гөрләтәсәкбеҙ. Әлегә иң мөһиме – һинең һаулығың. ашыҡма, сәхнә көтәсәк һине», – тип өмөтләндерә ине. Бик ҡаты сирләгән йылдарҙа Президентыбыҙ Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов, ул ваҡыттағы Мәҙәниәт министры Хәләф Хәлфетдин улы Ишморатов ярҙам ҡулы һуҙҙылар. Мине ике тапҡыр сит илгә дауаланырға ебәрҙеләр. Ғүмерем буйы рәхмәтлемен уларға. Ҡаты сир минең сәхнәгә ынтылышыма кәртә була алманы, артҡа сигенде. Әлбиттә, гастролдәр тураһында оноторға тура килде. Шул сәбәпле эстраданан Музыкаль-әҙәби лекторийға күстем. Күптәнге таныштар осраһа, «Венера, һин ҡайҙа юғалдың, бер ҙә күренмәйһең», – ти торғайнылар. Лекторийҙың эше бөтөнләй икенсерәк шул. Күбеһенсә уҡыу йорттарында, мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында сығыш яһайһың. Ә эстрада ла республика буйлап гастролдәрҙә йөрөйһөң, һәр саҡ халыҡ менән аралашаһың. Һине беләләр, күрәләр, көтөп алалар. Яңы урында эш башлау менән репертуарымды балалар, үҫмерҙәр өсөн яҙылған йырҙар менән тулыландырҙым, сөнки мәктәптәрҙә уҡытыу-тәрбиә эше программаларына ярашлы әҫәрҙәр башҡарырға тейешһең. Күп милләтле республикабыҙҙа йәшәгән халыҡтар телендә йырҙар өйрәндем.

2025 йылдан яңынан яратҡан эстрадама ҡайттым, Аллаға шөкөр. Рушан етәкселек иткән «ҠураЙыр» төркөмө менән республика һәм күрше өлкәләр буйлап гастролдәрҙә йөрөйбөҙ.

– Һәр кеше тормошонда мөғжизәле хәлдәр була. Ҡайһы берәүҙәр иғтибар ҙа итмәй үткәреп ебәрә торғандыр ундай серле хәлдәрҙе. Мин белеүемсә, сәхнә юлын һайлағандар ундайҙар иҫәбендә түгел. Үҙенә тартып торған серле сәнғәт донъяһы мөғжизәләргә бай мөхит. Унда бик һирәктәр үҙен таба, юғары ҡаҙаныштарға өлгәшә. Талантлы, һәләтле, хисле кешеләрҙе үҙ итә ул донъя. Әңгәмә башында мин сәхнәлә үҙемде таптым тинең. Тимәк, сәхнә лә һине үҙ иткән, тоғролоғоңдо баһалаған. Ижад юлыңда, тормошоңда мөғжизәле хәлдәр булдымы? Ололарса, боронғоса әйткәндә төрлө ырымдарға ышанаһыңмы?

– Ырымдарға, улар менән бәйле мөғжизәләргә бәләкәйҙән ышана торғайныҡ. Ололар шулай өйрәткәндер инде. Оло юлға сығыр алдынан, ҡапҡа тышына сығып ҡарап инәбеҙ. Ир кеше йәки тулы биҙрәләр көйәнтәләгән ҡатын - ҡыҙ осраһа, юлым уңа, тип шатлана торғайныҡ.

Урта мәктәпте тамамлағас, Өфөгә уҡырға китергә йыйынған иртәлә лә шулай булды. Ҡаршыға тулы биҙрәләр күтәреп һыуҙан ҡайтып килгән апай осраны. Әсәйем менән Өфөгә юлланырға ныҡ әҙерләндек. Әллә нисә сумка әйбер йыйылып китте. Аҙыҡ - түлекте лә мул ғына тултырҙы әсәйем. Атайым ул ваҡытта «Белемде камилләштереү» институтында уҡыуҙа ине. Өйҙән ашығып сығып киттек. Самолетҡа һуңлап барабыҙ. Шул саҡ бер еңел машина килеп туҡтаны. Сибай яғынан ҡунаҡҡа килгән ағай беҙҙе елдертеп аэродромға алып барып еткерҙе. Ул йылдарҙа Бөрйәндән самолет менән оса инек. Күккә күтәрелгәс, әсәйем бер сумка онотолоп ҡалғанын күрә төштө. Минең документтар шул сумкала ине. Бик ныҡ хафаландыҡ. Бер ниндәй документһыҙ сәнғәт институтына барып индек. Ҡабул итеү бүлмәһендә документтарһыҙ имтихандарға үткәрмәйбеҙ тинеләр. Шул саҡ коридорҙа Райман Ишбаев осраны. Хәлде һөйләп биргәс, ул беҙҙе икенсе ҡатҡа алып китте. «Кафедра мөдире, профессор Миләүшә Ғәлиевна Мортазина» тигән яҙыу торған ишеккә еткәс, ҡурҡып ҡалдым, эстән ҡалтыраныуым көсәйҙе. Әсәйем арҡамдан һөйөп, «Тыныслан, ҡыҙым, матур итеп йырлап күрһәт», – тигәс, ҡалтыраныуым кәмене. «Сәлимәкәй»ҙе йырлап күрһәттем. «Тағы ниндәй йырҙар беләһең?», – тип һорағас, «Абдрахман»ды шунан «Уйыл»ды йырланым. Миләүшә Ғәли ҡыҙы: «Һирәк осрай торған тәбиғи тауыш. Тәбиғәттән бирелгән бындай һәләтле балалар беҙгә бик кәрәк», – тине лә, кемгәлер шылтыратып мине имтихан биреүселәр исемлегенә индерергә ҡушты, документтарын сентябрь айында килтерер тине.

Институтҡа инергә теләүселәр бик күп, мин шулар араһына ҡушылып, өс этаптан торған ҡабул итеү имтихандарын уңышлы тапшырҙым. Өс кенә кешене – мине, Лариса Потехинаны һәм Илдар Абдразаковты алдылар. Илдар Миләүшә Ғәлиевна класына, мин Римма Мөхтәровна класына билдәләндек. Башланғыс музыка белемем булмағас, ике йыл әҙерлек курсында уҡыным. Йүнләп русса белмәгән, ноталарҙың нимә икәнен дә аңламаған ауыл балаһына уҡыу еңел булманы. Илдар менән бер парта артында ултырҙыҡ. Ул миңә һәр саҡ ярҙам итә, аңлата, ҡайһы берҙә күсерергә бирә торғайны. Тырышып-тырмашып музыка теорияһын, сольфеджио фәндәрен өйрәндем, бик яратып вокал дәрестәрендә шөғөлләндем. Йырсы һөнәренә өйрәтеү бик ҡатмарлы һәм ауыр эш. Уҡытыусым сабыр ғына итеп миңә һәр дәрес һайын йыр сәнғәте серҙәрен асты. Моңдо, өндө, һәр нотаны дөрөҫ йырлау өсөн ирен, аңҡау, тауыш яраларын эшләтеү алымдарын өйрәтте, профессиональ йырсы итеп әҙерләне.

Бына шулай итеп бер мөғжизәле осрашыу минең яҙмышымды хәл итте. Һоҡланғыс моңо бик иртә өҙөлгән мәрхүм Райман ағай Ишбаевҡа рәхмәтлемен, йәне йәннәтә булһын, мәңгелек йортта тыныс йоҡлаһын.

Алда һөйләгәнсә, ауыр һынауҙар үтергә тура килде миңә. Аллаһы тәғәлә һынауҙарҙы күтәрә алырҙай, көсө етерҙәй бәндәһенә бирә тиҙәр бит. Мин дә ана шулар иҫәбендәмен, ахрыһы. Ҡаты сирҙәрҙе, ауырлыҡтарҙы еңеп сығыу өсөн бер туҡтамай көрәштем. Ҡыйын саҡтарҙа гел йырларға тырыштым. Әллә нисә операцияларҙы көслө наркоздар аҫтында үткәрҙем. Йырҙарым һүҙҙәре хәтеремдән юйылыр инде тип хафаландым. Аллаға шөкөр, һәр йырымдың һүҙҙәре шул көйө башымда һаҡланған, онотмағанмын. Йырлай башлау менән үҙенән - үҙе сығып тора. Был үҙе бер мөғжизә бит!

Быйыл әллә нисә юбилей бергә килде: үҙемә 50 йәш, ижадыма – 25 йыл, ғаилә ҡороп йәшәүгә лә 25 йыл тулды. Рушан менән институттың 4 курсында танышҡайныҡ. Ул Нефтекама филармонияһында эшләй ине. Мин диплом алғас та, тәҡдим яһаны, үҙе янына саҡырҙы, тик мин Нефтекамаға барырға ризалашманым. Никах уҡытып, гөрләтеп туй яһап өйләнештек. Рушан Нефтекаманан Өфөгә күсте.

Оҙаҡ ҡына балабыҙ булманы. Перинаталь үҙәккә йөрөп тикшерелә башланым. Унда анализдар биргәс, бауырымда ауырыу барлығы асыҡланды. Сиремде белмәй йөрөгәнмен. Табибтар бала табыуҙы ҡәтғи тыйҙылар. Мин өмөтөмдө өҙмәнем, әсә буласағыма ныҡ ышана инем.

Шулай бер көндө БСТ - нан шылтыратып, «Сәңгелдәк» тапшырыуы өсөн йыр яҙҙырырға тәҡдим иттеләр. Шатланып риза булдым, һүҙҙәрен ятлап, тиҙ арала аранжировка эшләтеп, йырҙы яҙҙырҙым. Йырлағанда быға тиклем таныш булмаған хис - тойғолар кисерҙем: ҡулымда сабыйымды тотоп бәүетәм, наҙлап күкрәгемә ҡыҫам, татлы бәпес еҫен дә тоям. Ошондай һис аңлата алмаҫлыҡ кисерештәр менән йырланым мин «Сәңгелдәк йырын». Ул йыр бик күп йылдар радио, телевидение эфирҙарында яңғыраны. Тыңлаған һайын тәүге башҡарғандағы хистәрҙе яңынан кисерә торғайным. Ниһәйәт, 2015 йылда тормошомда тағы бер мөғжизә булып, күптән көткән ҡыҙыбыҙ тыуҙы. Рушан менән төрлө исемдәр эҙләйбеҙ. Береһе лә оҡшамай. Рушан: «быға тиклем һис ишетелмәгән ят, матур, яңғырауыҡлы исем булһын», – тип эҙләй. Тапты ул шундай исемде. Заманында сәхнәләрҙе гөрләтеп, оҫта бейеүселәрҙе, тамашасыларҙы бейетеп, Ғәли ағай Хәмзин йырлаған «Ай зифа ла буйҙарың, билең нескә тал тигән» йырҙан алып Айзифа тип ҡуштыҡ ҡыҙыбыҙға. Уға ун бер йәш. «Рушандың копияһы булған бит», – тиҙәр. Тышҡы ҡиәфәте, музыкаға булған һәләте менән дә, холҡо менән дә атаһының ише. Атаһына оҡшаған ҡыҙ бала бәхетле була тиҙәр, шулай ғына булһын инде, Алла бирһә.

– Һинең репертуарың һирәк башҡарылған оҙон көйҙәр булыуы менән айырылып тора. «Кәмәлекәй буйы», «Байас», «Ғүмер», «Һары ла сәс», «Зөлхәбирә», «Кәкүккәй» һәм башҡа йырҙарың. Башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыуҙың ниндәй үҙенсәлектәре, серҙәре бар?

– Боронғо йырҙар быуындан - быуынға тапшырылып, халыҡтың милли аңында һаҡлана һәм нәҫелдән нәҫелгә күсә килә. Ғаиләбеҙҙә яратып йырланған халыҡ йырҙарын мин бәләкәйҙән тыңлап, йырлап үҫтем.

Ижад юлым «Йәдкәр» фольклор ансамблендә башланды. Дәртле, һикереп, шартлап торған саҡ. Арымайһың да, көнөнә бишәр концерт бирә торғайныҡ. Мәктәптәрҙә лә сығыш яһайбыҙ. «Башҡортостан мәҙәниәте» тигән уҡыу программаһына ярашлы сығыштар әҙерләйбеҙ. Милли кейемдәр, халыҡ ижады, фольклоры тураһында һөйләйбеҙ, йыр тарихы менән таныштырабыҙ. Балалар өсөн тәғәйенләнгән концерт программалары башҡорт халыҡ йолаларына бәйләп ҡуйыла ине. «Йәдкәр»ҙең данлы йырсылары – Ғәли Хәмзин, Тәнзилә Үҙәнбаева, Мәүлетбай Ғәйнетдинов, Хима Йәнбирҙина, ҡурайсылар Ишморат Илбәков, Рушан Биктимеров, бейеүсе Әлфирә Сәфиуллина, думбырасы Илгизәр Ғәниев, баянсы Рәсүл Дауытов, флейтасы Ләйсән Сәлимгәрәеваларҙың сығыштарын һоҡланып ҡарай торғайным. Улар менән бер сәхнәләрҙә сығыш яһауым менән ихлас ғорурлана инем. «Йәдкәр» ансамблендә эшләгән йылдар минең өсөн тормош һәм ижад мәктәбе булды.

Хөкүмәт делегациялары менән сит илдәрҙә йыш булдым. Сағыу милли кейемдәр кейеп, халыҡ йырҙарын башҡара торғайным. Сит ил тамашасыһы беҙҙең йырҙарҙы ихлас ҡабул итә. Оҙон көйҙөң ҡатмарлы мелизмдары менән һоҡланыуҙарын йәшермәй, концерттарҙан һуң бик ҡыҙыҡһынып һорауҙар бирә торғайнылар.

Республика, сит өлкәләр буйлап гастроль сәфәрҙәрендә йөрөгәндә, Рушан менән йыш ҡына быға тиклем ишетелмәгән йырҙар яҙып алып ҡайттыҡ. «Кәмәлекәй буйы» йырын Һарытау өлкәһендә йөрөгәндә бер өлкән йәштәге әбейҙән өйрәндем. Ул йырҙың тарихын һөйләне. Кәмәлекәй йылғаһы буйында ултырған ауылдың иң һылыу ҡыҙын сит яҡтарҙан һораталар. Ҡыҙ тыуған еренән китергә теләмәй, илап-ялбарып бирмәүҙәрен һорай. Тик атаһы риза булмай, биреп ебәрә. Ҡыҙ кейәүгә киткәндә үҙе сығарған «Кәмәлекәй буйы» йырын йырлап китә. Ауылдаштары, әхирәттәре, туғандары илап оҙатып ҡалалар. Ҡыҙҙы һағынып, уның йырын йырлайҙар. Шулай итеп был йыр Һарытау яҡтарында таралып китә. Ә Башҡортостанға «Кәмәлекәй буйы» йырын Рушан менән беҙ алып ҡайттыҡ. Беренсе башҡарғас та, тамашасыларға бик оҡшаны, белгестәрҙә ҡыҙыҡһыныу уятты.

Институтта уҡып йөрөгән осорҙа уҡытыусым Римма Мөхтәр ҡыҙы Юлдашбаева ғалим - фольклорсы Фәнүзә Айытбай ҡыҙы Нәҙершинаның халыҡ йырҙары тупланған йыйынтығын бүләк итте. Мин унан йырҙар өйрәндем, тарихтары менән таныштым. Яратып йырлаған йырҙарымдың береһе «Зөлхәбирә». Был йыр Зөлхәбирә исемле ҡыҙҙың аяныслы яҙмышы тураһында. Атаһы кәрт уйнап отолғас, ҡыҙын ҡарт сыуашҡа ҡатынлыҡҡа бирә. Зөлхәбирә ҡот осҡос ғазаптар кисереп йәшәй, аҡылдан яҙа, һыуға батып үлә. Был йырҙы тыныс ҡына йырлап булмай. Ғөмүмән, халыҡ йырҙарын йырлағанда тәрән эске хис - тойғоларың булмаһа, башҡорт оҙон көйөнөң эстәлеген, тәрән драматургияһын асып биреү мөмкин түгел.

Студент ваҡытта уҡ төрлө йыр бәйгеләрендә халыҡ йырҙарын башҡарып, еңеүҙәр яуланым. «Ирәндек моңдары» бәйгеһендә Гран - при отҡас, дан таралып китте. Стәрлетамаҡ, Сибай филармонияларына эшкә саҡырҙылар. Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге бәйгелә ике тапҡыр ҡатнаштым, дипломант, лауреат исемдәренә һәм махсус призға лайыҡ булдым. 2004 йылда, Башҡорт дәүләт филармонияһында эшләп йөрөгән саҡта, «Урал моңо» төрки телле халыҡтарҙың Халыҡ - ара йыр бәйгеһендә Гран – при һәм бүләккә машина бирҙеләр. Бүләкләү тантанаһынан һуң сәхнәнән машина менән сығып киттек. Бик ныҡ әҙерләндек конкурсҡа. Беренсе тапҡыр халыҡ йыры «Салауат»ҡа аранжировка яҙҙырҙыҡ. Музыкаль яҡтан биҙәү эштәре һәм оҫта музыканттарҙы йәлеп итеү буйынса Рушан югереп йөрөп ярҙам итте. Стилләштерелгән сәхнә кейеме тектерҙек. Яңыса башҡарыласаҡ йырға тура килерлек сәхнә образы, хәрәкәттәр өҫтөндә эшләнем. Гран-при булырын бөтөнләй белмәнем, иғлан иткәс, бик аптыраным, ҡыуанысымдың сиге булманы. Ул бәйгеләге сәхнә кейемемде танылған модельер, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Степанова Наталья Анатольевна ижад итте тиһәм, дөрөҫ булыр. Сөнки быға тиклем ундай заманса стилдәге милли кейем менән сығыш яһаусы булманы. Наталья Анатольевна бер бөтөн образ тыуҙырҙы, оҙон ҡуныслы иттектәремә тиклем тектерҙе. Бөтә сәхнә кейемдәремде тик унан тектерәм. Сәхнәләге образымды миңә генә тура килгән кейемдәр менән тулыландырыуҙа уның роле бик ҙур.

Халҡым йырына һәр саҡ тоғро булдым. Концерттарымды башҡорт халыҡ йырҙары менән башлайым. Репертуарымда, әлбиттә, эстрада йырҙары ла, башҡорт, татар композиторҙарының классик әҫәрҙәре лә байтаҡ. Илһамланып, ҡанатланып ижад итәм, сәхнәгә һәр сығыуымды һағынып көтөп алам. Артабан да яратҡан эшемдән, сәхнәмдән айырмаһын мине яҙмыш тип Аллаһтан һаулыҡ, сәләмәт ғүмер һорайым.

– Аминь шулай булһын, Венера. Әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт! Һин ауырлыҡтар алдында ҡаушап ҡалмаған, көслө рухлы, һоҡланғыс шәхес. Яҙмыш һынауҙары артабан һине урап үтһен. Тормош келәмеңде тик сағыу төҫтәр менән генә туҡырға яҙһын. Ҡәҙерле әсәйең, мәңгелек мөхәбәтең Рушаның, яратҡан ҡыҙың Айзифаң менән һау - сәләмәт, бәрәкәтле, бәхетле, оҙон ғүмер юлы үтергә насип итһен. Яңы ижади үрҙәр яулап, сәхнәләрҙе балҡытып, тамашасыларыңды ҡыуандырып, йырлап йәшә, Венера!

                                                                                                                            

Әлфиә Ғимаҙиева.

ИЖАДЫМ БӨРЙӘНЕМДӘ БӨРӨЛӘНДЕ, ти Бөрйән ҡыҙы Венера Рәхмәтуллина
ИЖАДЫМ БӨРЙӘНЕМДӘ БӨРӨЛӘНДЕ, ти Бөрйән ҡыҙы Венера Рәхмәтуллина
Автор:
Читайте нас