Сәнғәт
17 Октября 2025, 11:15

Бейеү – илаһи донъя!

Башҡорт бейеүҙәре беҙгә ҡан аша һеңгән, ген аша бирелгән, - ти Бөрйән ҡыҙы Розалина Тулыбаева

Бейеү – илаһи донъя!Бейеү – илаһи донъя!
Бейеү – илаһи донъя!

«Гүзәл-Дэнс» бейеү ансамбле ҡыҙҙарҙың итәғәтлегенә, оялсанлығына, кәрәк саҡта саялығына, шулар менән бер рәттән саф, ихлас булыуҙарына ҡарап һоҡланам. Ысын кинәнес алам, бер тынала ҡарайым сығыштарын. Бейеүсе ҡыҙҙар араһында үҙенең ихласлығы, ҙур кинәнес менән үҙ эшен башҡарыусы бер һылыу күптән иғтибарымды яулап өлгөрҙө инде. Ул – Розалина Тулыбаева. Уның менән әңгәмәне һеҙгә лә тәҡдим итмәксебеҙ. 

– Сәләм, Розалина! Һин тыуып үҫкән яҡтар бик матур, һоҡланғыс булырға тейештер – тап шундай ерҙә һинең кеүек һылыу ҡыҙҙар үҫә торғандыр. Тыуған яҡтарың тураһында һөйләп үтһәң ине. Бер юлы ата-әсәйең, туғандарың менән дә таныштыр әле – тормош юлың тап уларҙан башлана бит.

– Эйе, тыуған яҡтарым бик матур. Мин – Бөрйән районының Мораҙым ауылынан. Бөрйәндең гүзәллеген «Икенсе Швейцария» тип тә атайҙар бит инде. Йырҙарҙа йырланған, сәнғәт әҫәрҙәрендә данланған минең тыуған ерҙәрем.

Ауылыма килгәндә, төпкөлдә урынлашҡан, тирә-яғын тау-урмандар, таш-ҡаялар уратып алған, уның ҡап уртаһын Ағиҙел йылғаһы киҫеп үткән иҫ киткес төйәк ул.

Ата-әсәйем өйләнешеп, ошо ауылда ғаилә ҡора. Беҙ ғаиләлә – 4 бала. 3 ағайым бар.

– Бейеүселәрҙең һәр береһенең бейеүгә килгән үҙ юлы бар. Һин бейеү менән ҡасан, нисек мауығып киттең? Ҙур сәхнәләрҙә бейеү хыялың инеме? Кем алып килде һине бейеүгә?

– Минең өләсәйем – Нурия Мөхәммәт ҡыҙы Сәйәхова – бейеүсе, мөнәжәт әйтеүсе. Ҙур сәхнәләрҙә сығыш яһап йөрөгән ағинәй ҙә ул. Сәнғәткә булған һөйөү тап өләсәйемдән килгәндер тип уйлайым. Ҡумыҙҙа ла уйнай, бейеп тә ебәрә. Ҙур сәхнәләрҙә лә сығыш яһай торғайны. Уның матур костюмдарын күреп, бейеүгә ҡыҙыҡһыныуым барлыҡҡа килгәндер тип уйлайым.

4 йәшемдән бейейем мин. Башта ауыл мәҙәниәт йортонда шөғөлләнә инем, унан, күрше Байназар ауылы мәктәбенә уҡырға барғас, 5-се кластан «Арғымаҡ» һәм «Азамат» өлгөлө бейеү коллективтарына йөрөй башланым. Уның етәксеһе – Айгөл Фәрит ҡыҙы Буранова, күп кенә уҡыусыларҙың күңеленә бейеүгә ҡарата һөйөү уятҡан остаз булараҡ, мине лә бейеүгә ылыҡтырҙы.

Беҙ ул ваҡытта күп кенә конкурстарҙа ҡатнаша инек. «Еҙ үксә»нән дә «Байыҡ»тан да ситтә ҡалғаныбыҙ булманы. Төрлө призлы урындар яулай торғайныҡ.

9-сы кластан һуң мин Өфөгә М.Аҡмулла исемендәге БДПУ колледжына уҡырға индем һәм, интернет селтәрҙәрендә «Гүзәл-Дэнс» ансамбле менән танышып, кастингҡа барып ҡарарға булдым. Тап ошонда тәүгә Гүзәл Рәшит ҡыҙы Исламғолованы күрҙем. Мин уны юғары кимәлдәге хореограф булараҡ астым: үҙе йомшаҡ, итәғәтле, ихлас аңлата, өйрәтә.

– Бейеү – һинең төп шөғөлөңмө ул?

– М.Аҡмулла исемендәге колледждың ер мөлкәте кафедраһын тамамлағас, мин инженер булып эшкә төштөм. Шул рәүешле, төп эшем – офиста. Шулай уҡ мин ситтән тороп ике урында уҡыйым. Беренсеһе – Башҡорт дәүләт аграр университетының ер кадастры факультеты, икенсеһе – М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының хореография бүлеге. Кистәрен «Гүзәл-Дэнс»та хореограф-репетитор булып эшләйем.

– Иғтибар иткәнем бар: башҡорт бейеүҙәрен икенсе милләт ҡыҙҙары башҡарһа (әйтәйек, урыҫ, йә татарҙар), айырма ныҡ ҡына һиҙелә. Башҡорт ҡыҙҙарына хас талғын хәрәкәттәр, тыйнаҡлыҡ яһалма күренәме шул...

Ә бына һеҙҙең ансамбль ҡыҙҙары башҡа милләт бейеүҙәрен дә башҡара: һинд, үзбәк, испан һәм башҡалар. Һеҙгә лә башҡа милләт бейеүҙәрен башҡарыу ауырыраҡ кеүекме?

– Эйе, ысынлап та, беҙҙең үҙебеҙгә лә башҡорт бейеүҙәрен бейеүе күпкә еңелерәк. Беҙгә ҡан аша һеңгән, ген аша бирелгән бит инде. Был – беҙҙең менталитет, асылыбыҙ.

Башҡа милләт бейеүҙәрен башҡарыу, әлбиттә, ауырыраҡ. Мәҫәлән, испан ҡыҙҙары бейеүен генә алһаҡ та, ул шундай ялҡынлы бит инде, унда етеҙ хәрәкәттәр өҫтөнлөк итә. Ә башҡорт ҡыҙҙары, белеүебеҙсә, тыйнаҡ, оялсан. Шуға күрә лә етәксебеҙ был бейеүҙе бер аҙ ябайлаштырып, беҙгә тап килтереберәк ҡуйырға тырышты.

Ғөмүмән, Гүзәл Рәшит ҡыҙы бейеү аша ҡатын-ҡыҙҙың нәзәкәтле, наҙлы, серле булыуын күрһәтергә тырыша. Булмышыбыҙға яҙылғанғамы, бындай бейеүҙәр беҙгә лә еңел бирелә.

– Башҡа милләт бейеүен башҡарғанда, ул халыҡтың менталитетын аңлау өсөн, йола, ғөрөф-ғәҙәттәрен өйрәнәһегеҙме?

– Ниндәй генә бейеү булмаһын, уны ҡуйыр алдынан уйланырға, эҙләнергә кәрәк. Беҙҙең «Ете ҡыҙ» бейеүе башҡа ансамблдәрҙекенән айырыла. Роберт Юлдашев һалған көйө лә айырылып тора. Башҡаларҙың «Ете ҡыҙ»ы һағышлы, трагик булһа, беҙҙең «Ете ҡыҙ»ыбыҙ бөтөнләй башҡаса. «Гүзәл-Дэнс»тың тәүге бейеүе лә ул.

– Зәңгәр экрандарҙа бейеүгә арналған төрлө шоуҙарҙа билдәле хореографтар «Халыҡ бейеүҙәре менән шөғөлләнгәндәргә заманса бейеүҙәр ауыр бирелә, сөнки уларҙың хәрәкәттәре ҡалыплаша», – ти. Ошоноң менән килешәһеңме һин? Бейеүсегә бөтә төр бейеүҙәр ҙә еңел бирелмәйме ни?

– Килешәм. Быйыл беҙҙә заманса бейеү ҡуйылды. Тимур Чугаев репертуарға «Ҡылған» тигән бейеү индерҙе. Халыҡ бейеүҙәренә, ысынлап та, ныҡ өйрәнгәнбеҙ. Беҙҙең ҡыҙҙар йомшаҡ, наҙлы, ә заманса бейеүҙә ҡырҡыу, етеҙ булыу кәрәк, тип әйтәйемме икән…

– Үҙең заманса бейеүҙәр менән шөғөлләнәһеңме?

– Бала саҡта шөғөлләндем. Хәҙер тулыһынса халыҡ бейеүҙәренә күстем. Әммә киләһе йыл заман бейеүҙәрен дә үҙ графигыма индерергә кәрәк, тип уйлайым. Сөнки бейеүсе кеше үҙен бар төр бейеүҙәрҙә лә һынап ҡарарға тейеш, тигән фекерҙәмен.

– Балаларға бейеү серҙәрен өйрәткән педагогтар йәш быуын өсөн бейеү менән шөғөлләнеү бик мөһим, сөнки ул баланы тәртипкә, дисциплинаға өйрәтә, физик яҡтан нығыта, сәләмәтлеккә лә ыңғай йоғонто яһай, хатта хәтерҙе яҡшырта, һәм, ғөмүмән, кешенең үҙ-үҙенә ышанысын арттыра, дуҫтар табырға ярҙам итә тип һанай. Ошо фекерҙәр менән килешәһеңме? Тағы ниндәй ыңғай яҡтары бар, балалар өсөн ҡайһы яғы менән файҙалы ул бейеү түңәрәктәре?

– Эйе, әлбиттә. Бейеү менән шөғөлләнә башлағас, ҡайҙа ғына булһам да, үҙемә бик яҡшы дуҫтар таптым. Сәләмәтлек яғына килгәндә – үҙеңде формала тотоу өсөн бик шәп ысул. Дисциплина булдырыуҙа ла ҡулай. Сөнки график буйынса йәшәргә өйрәнәһең. Репетиция сәғәттәрең дә була бит: дәрескә һуңлаһаң, 3 минут планкала тораһың. Шул рәүешле, яуаплылыҡҡа өйрәнәһең. Физик яҡтан нығынаһың. Миңә мәктәптә уҡыған саҡта уҡ уҡытыусылар «Розалина кеүек тура йөрөгөҙ! Бейеүгә яҙылығыҙ!» ти торғайнылар. Әммә мин уны үҙем һиҙмәйем, тура атлап йөрөү ауыр кеүек түгел – күнегелгән. Бейеүҙә арҡаны төҙ тотоп, башты юғары күтәреп йөрөргә кәрәк, шулай уҡ турһайып йөрөү ҙә онотола.

Әлбиттә, хәтерҙе лә яҡшырта. Күпме бейеү, шуларҙың эсендә күпме хәрәкәт. Барыһын да ятлап алырға кәрәк. Бейеүҙе сәхнәгә тулыһынса ятлап, биш бармағыңдай белеп сығырға тейешһең. Сөнки тамашасыға эмоциональ торошоң да бирелә бит. Әгәр хәрәкәттәрҙе онотһаң, был һинең йөҙөңә сыға, ә тамашасы уны шунда уҡ һиҙәсәк. Концерттан һуң күп кешеләр рәхмәт әйтә, һоҡланыуын белдерә, «Шул тиклем еңел хәрәкәт итәһегеҙ», – тиҙәр. Ә шуға етешер өсөн, күпме тир түгергә тура килә.

– Сәнғәт кешеһенең тормошо тынғыһыҙ, һәр ваҡыт билдәле график буйынса ғына ла бармай бит инде. Әле кейәүҙә түгелһең, ә бына тормошҡа сыҡҡас, балаларың тыуғас, өлгөрә алмай китермен, йә бейеүҙе артҡы планға күсереп торорға тура килер тип ҡурҡмайһыңмы?

– Эйе, сәнғәт кешеһенең тормошо тынғыһыҙ тиеүҙәре менән тулыһынса килешәм. Бейеүгә килгәндән алып минең йәшәү графигым күпкә үҙгәрҙе. Бер һөнәрҙе генә айырып һайлай алмағас, ваҡытымды һәр шөғөлөмә бүлеп еткерергә тырышам инде.

Әлегә кейәүҙә түгелмен, әммә тормошҡа сыҡҡас, бейеүҙе икенсе планға күсерергә теләмәҫ инем. Әлеге кеүек уҡыуыма ла, офис эшенә лә, бейеүгә лә берҙәй иғтибар бүлергә һәм әлегеләй берҙәй алып барырға уйлайым.

Донъя хәлен белеп булмай,әлбиттә, барыһы ла Аллаһ ҡөҙрәтендә. Әммә теләктәрем шундайыраҡ инде.

– Үҙем балалар әсәһе булараҡ, шуны әйтә алам: бейеүгә йөрөй башлаған бала ундағы талаптарҙан ҡапыл албырғап ҡала, аяғым һыҙлай, башҡа бармайым тип, мыжый башлай. Бына шул балаларға һәм уларҙың ата-әсәһенә ниндәй кәңәштәрең булыр ине? Бейеүгә йөрөүҙе нисек дауам итергә? Ғөмүмән, әгәр баланың теләге һүлпән икән, дауам итергә кәрәкме? Әллә баланы тыңлап, башҡа йөрөтмәҫкәме?

– Эйе, балалар төрлө була. Һәр бала менән шәхсән эшләү ысулы кәрәк. Үҙемдән сығып әйтәм: мәҫәлән, быйылдан мин кескәйҙәр төркөмөндә лә дәрестәр бирәм. Уларҙың йәше: 3,5 йәштән 6 йәшкә тиклем. Кескәйҙәр менән эшләү еңелдән түгел, дәресте уйын формаһында ойошторорға кәрәк. Балаларҙың иғтибарын оҙаҡ тотоп ҡалып булмай, бер үк күнекмәне ҡат-ҡат ҡабатлағас, улар арый, ултыра, йә ята башлай.

Дәрестәрҙе мин, мәҫәлән, сағыштырыу формаһында үткәрәм. Башҡорт бейеүҙәре түңәрәге булғанға күрә, беләҙектәр, йөҙөктәрҙе күрһәтәйек, хәҙер сәскәләргә үреләйек тип, һәр хәрәкәткә уйын рәүешендә атама уйлап сығарып торорға тура килә. Һәм улар шул рәүешле яҡшыраҡ иҫтә лә ҡалдыра.

Аяғым һыҙлай, башҡа килмәйем тиеүсе ике бәләкәс ҡыҙ булды минең төркөмдә. Уларҙың үҙенсәлеге, тәбиғәтенән тора инде.

Һәр баланың күңеленә юл табырға тырышыу мөһим. Ҡайһы бер бала һине оҡшатып етмәүе лә бар, тормош бит, бөтәһенә оҡшау мөмкин дә түгел.

Бала был түңәрәккә башҡа бармайым тиһә, уға һайлау мөмкинлеген бирергә кәрәктер, бәлки. Мәҫәлән, «Әйҙә 10 тапҡыр йөрөп ҡарайыҡ та, унан һуң да оҡшамай икән, икенсе түңәрәк һайларбыҙ». Ғәҙәттә, 10 тапҡыр йөрөгәнсе, бала өйрәнеп китә, күнегә. Ә шунан һуң да оҡшамай тип илай икән, бәлки, ысынлап, икенсе шөғөл һайларғалыр?

Әммә һәр баланы түңәрәктәргә йөрөтөү мөһим тип уйлайым. Шул сағында ул киләсәктә нимә менән шөғөлләнергә кәрәклеген аңлаясаҡ.

Шулай уҡ оялсан, тыйнаҡ балалар ҙа була. Уларға яңы коллективҡа өйрәнеп китеүе ауырыраҡ. Тап шуның өсөн балаларҙы үҙ-ара таныштырыу, берләштереү кәрәк, шул маҡсаттан төрлө уйындар үткәрергә була.

Мәҫәлән, беҙҙең төркөм формалашҡас, бер ай тирәһе бер-беребеҙгә өйрәнеү, күнегеү этабы булды. Балалар арып китмәһен, башҡа йөрөмәйем тигән уй барлыҡҡа килмәһен өсөн, тәүге 8-9 күнекмәне мин еңелерәк итеп ойошторҙом.

Шулай уҡ баланың күңелендә ошо шөғөлгә һөйөү, ихтирам тойғоһон да булдырыу кәрәк.

Бәләкәстәр менән хәҙер бер-беребеҙгә өйрәндек инде. Осрашҡанда ҡосаҡлашабыҙ, улар балалар баҡсаһында, йә мәктәптә булған ҡыҙыҡлы ваҡиғаларын һөйләй.

Бала менән эшләгәндә уның һөйләгәнен тыңларға, күҙҙәренә ҡарарға, һорашырға, ярҙам итергә һәм дә ҡосаҡлашырға кәрәктер.

Түңәрәк, ундағы педагог оҡшаймы-юҡмы икәнен белер өсөн, хәҙер бөтә ерҙә лә тәүге дәресте бушлай бирәләр. Бала ла, шөғөлләнеп ҡарап, үҙен һынай ала, ата-әсә лә, балаһының тәьҫораттарынан сығып, педагог менән аралашып, үҙ ҡарарын формалаштыра.

Бейеү менән мин аҙнаһына дүрт көн шөғөлләнәм. Балаларҙан тыш, олораҡ йәштәге апайҙар өсөн дә түңәрәк алып барам. Башҡорт мәҙәниәте, сәнғәтенә ғашиҡ ҡатын-ҡыҙҙар шөғөлләнә бында. Уларҙың тағы ла бер теләге: һомғол буйлы булыу, үҙеңде формала тотоу, тән ауыртыуҙарынан арыныу. Ул шәмбе көнөнә тура килә.

Шул рәүешле, ял көндәрһеҙ эшләйем, хатта ауырып ятырға ла ваҡытым ҡалмай.

– Сәхнәлә бейегән ваҡытта ҡапыл хәрәкәттәреңде онотҡан, йә ҡолап китә яҙған саҡтарың булдымы? Булһа, нисек йырып сыҡтың?

– Сәхнәлә бейегәндә элегерәк хәрәкәттәрҙе онотоп киткән саҡтар булды. Ваҡыт үтеү менән ул хәрәкәттәр автоматик рәүештә яһала, хатта икенсе уйҙарға сумһаң да, өйрәнелгәнсә бейеп китәсәкһең.

Башҡа бейеүселәр нисектер, ә бына мин сәхнәгә сыҡҡас, тамашасылар араһынан берәйһен һайлап алам да, шуға ғына ҡарап бейейем. Элегерәк таныштарымды күҙ-ҡарашым менән эҙләп, уларға ҡараш төбәлтә инем. Хәҙер тура ҡарап, тап ҡаршыла ултырған кешене һайлайым.

Ҡолап киткән саҡтарға килгәндә, 2014 йыл Күгәрсен районында «Байыҡ» телевизион конкурсы инеме икән, ни булһа ла, тышта ямғыр яуа ине. Гала концерт ваҡытында тайып ҡоланым. Бер нисә кеше ҡоланы ул көндө.

Беҙҙең әлеге ваҡытта «Ритайым» бейеүе бар, унда беҙ аяҡҡа сарыҡ кейеп бейейбеҙ. Сарыҡ төшөп киткән саҡтар булды, сөнки резинкаһы насарыраҡ тота. Әммә шул моментты уйынға әйләндереп, йөҙ-мимика аша, шаяртыуға бороп, уңайлы ғына үткәреп ебәрергә була. Тамашасы шулай тейеш тип уйлаясаҡ, бергә бейегәндәргә лә ҡыҙыҡлы буласаҡ. Бейеүсе – ул артист та бит.

– Яратҡан бейеүселәрең бармы? Кемдәрҙән өлгө алырға тырышаһың?

– Яратҡан бейеүселәремә килгәндә, әлбиттә, мин райондашым Эльвира Муллағолованың ижадына ғашиҡ. Бала саҡтан тап уға ҡарап, бейергә теләгем барлыҡҡа килде.

Беҙ уның менән оҡшаш та кеүекбеҙ, хатта туған да булып сығабыҙ.

Һәм, әлбиттә, етәксебеҙ Гүзәл Рәшит ҡыҙы Исламғолова – минең остазым. Бейеүгә һөйөү, ихтирам хисе уятыусы. Уға ҡарап һоҡланам, рәхмәт әйтеүҙән арымам. Тап уның кәңәштәре һөҙөмтәһендә хореография бүлегенә уҡырға индем һәм бейеү өлкәһендә үҫеш юлымды башланым.

Аллаһ бирһә, ҡулыма диплом аласаҡмын. Был диплом уның да хеҙмәт емеше!

 Матур әңгәмәң, ихласлығың өсөн рәхмәт, Розалина,! Бар теләктәрең, яҡты хыялдарың тормошҡа ашһын! Ижад ҡомарың һүнмәһен, башҡорт бейеү сәнғәтен шулай балҡытып, ҙур үрҙәргә етергә яҙһын!

 

Рита ХӘСӘНОВА

 

“Тамаша” журналы, 4-2025

 

Автор:
Читайте нас