Сәнғәт
27 Декабря 2024, 10:20

Айгиз – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы!

Бөрйән егете Айгиз Гранит улы Ғизәтуллинға Башҡортостандың атҡаҙанған артисы тигән юғары исем бирелде.

Айгиз – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы!Айгиз – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы!
Айгиз – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы!

Бөрйән егете Айгиз Гранит улы Ғизәтуллинға Башҡортостандың атҡаҙанған артисы тигән юғары исем бирелде.
-Ошо көндәрҙә Өфөлә Яңы йыл аллдынан республикабыҙҙың байтаҡ ҡына сәнғәт әһелдәре маҡтаулы исемдәргә лайыҡ булды.
Уларҙың араһында Айгиз ҡустымдың булыуына ныҡ шатландыҡ!
Ҡазанда консерватория бөткәндән һуң бер нисә йыл Башҡорт дәүләт филармонияһында, унан һуң Һамар опера һәм балет театрында эшләп, ҙур ғына тәжрибә туплаған Айгизыбыҙ бына бер нисә йылдар үҙебеҙҙең Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында эшләп йөрөй.
Эстрада йырҙарын ғына түгел, халҡыбыҙҙың боронғо оҙон йырҙарын, төрлө операларҙан арияларҙы ҙур оҫталыҡ менән башҡара.
Кешелекле, ярҙамсыл, үтә тыйнаҡ ҡустыбыҙға алдағы көндәрҙә һаулыҡ, ғаилә, эш уңыштары, тағы ла юғары бейеклектәр яулауын теләйбеҙ! – ти уның ике туған апа йы, “Таң”дың яҡын дуҫы, шағирә Флүрә Йомағужина.

Талантлы яҡташыбыҙҙы ҡотлайбыҙ һәм алда ла емешле хеҙмәт, уңыштар, ижади балҡыштар, һөйөнөстәр теләйбеҙ.

Айгиз – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы!
Айгиз – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы!
Айгиз – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы!
Айгиз – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы!
Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас