Байназар ауылында урынлашҡан был йортта оҫта йәшәгәне әллә ҡайҙан күҙгә ташлана. Ихата эсендәге йорт-ҡаралтының семәрләп эшләнеүе, төрлө һүрәттәр менән биҙәлеүе, хатта өйҙөң адресының да ғәҙәти булмағанса яҙылыуы әкиәт донъяһын хәтерләтә.
Ә өйҙөң эсенә оҫтаның үҙ ҡулдары менән төшөргән картиналары, биҙәлгән көҙгө, ҡош-йәнлек һындары үҙенсәлекле зауыҡ өҫтәй. Был күркәм, йыйнаҡ өйҙә донъяға матурлыҡ «күҙлеге» аша ҡараусы, ҡулдары менән тылсым тыуҙырыусы, ғәҙәти ағас түмәргә, ҡар өйөмөнә йән өрөүсе Ильяс Муллағолов йәшәй.
Ильяс ағай Иҫке Монасип ауылында Мәхмүтдин һәм Сәриә Муллағоловтарҙың ишле ғаиләһендә 3-сө бала булып донъяға килә.
Ҡул эшенә оҫталыҡ атаһынан күскән - Мәхмүтдин ағай балта оҫтаһы була. Кескәй сағынан матурлыҡҡа ғашиҡ Ильяс мәктәптән һуң Өфөнөң 2-се педагогия училищеһына “Художестволы графика” йүнәлеше буйынса уҡырға инә. Шул осорҙа ағасты һырлап төрлө әйберҙәр эшләргә өйрәнә. Һөнәри белем алып, әрме сафтарынан йөрөп ҡайтҡас, 1982 йылда Байназар мәктәбенә уҡытыусы булып эшкә урынлаша. Унда рәсем, хеҙмәт, черчение (һыҙма) дәрестәренән уҡыта, үҙенең белгәнен йәш быуынға өйрәтә.
Мәктәп биләмәһен ҡар һындары менән биҙәй башлауы ла осраҡлы башлана. “Ҡапҡа алдында Ҡыш бабай эшләп йөрөһәм, мәктәп директоры Роберт Ишдәүләт улы Баязитов күреп ҡалып: “Ҡотороп йөрөгәнсе, ана, мәктәп алдын биҙә”, - тигәйне, мәктәп алдына ҙурҙан Ҡыш бабай эшләп ултырттым. Районда биләмәләрҙе ҡар һындары менән биҙәү шунан башланып китте. Ҡыш бабай, Ҡарһылыуҙан тыш, ниндәй йыл булыуға ҡарап, йыл хужаһын, төрлө йәнлектәр эшләйем. Ҡарҙы әрәм итеү юҡ. Хеҙмәтем килем өсөн түгел, күңел өсөн”, - тип үҙенең оло таланты хаҡында ғәҙәти әйбер кеүек кенә һөйләй ошо көндәрҙә 65 йәшен билдәләүсе Ильяс ағай Муллағолов.
Ағастан юнып айыу һындары яһай башлауы ла тап ошо мәктәптә эшләү осорона тура килә. Унан тыш, тал ҡайнатып, кәрзиндәр үрә. Был эштәрҙең барыһын да ҡустыһы Илгизгә лә өйрәтә. Бигерәк тә айыуҙар юныу күңеленә ята уның. Ике яғына һаҡсылай ике айыу баҫтырып эшләгән эскәмйәләренә һоҡланмаған кеше юҡ. Тағы ла илек, болан, мышы, һуйыр һәм башҡа йәнлек-ҡоштарҙың һындарын эшләгәне бар. Республикала киң билдәлелек алған “7 егет” телепроектына ла саҡырғандар үҙен. Унда реалити-шоуҙа ҡатнашыусы егеттәргә ағастан айыу юныу серҙәрен асҡан.
Һөнәрле кеше бер ҡасан да юғалып ҡалмай, тигәндәй, һуңғы йылдарҙа Ильяс Мәхмүтдин улына йышыраҡ тирүгә һуға торған станоктар эшләүен һорап мөрәжәғәт итәләр. Халҡыбыҙҙың онотолоп барған кәсебенә – тирүгә һуғыуға яңы һулыш биреүселәргә алтмыштан ашыу станок эшләп биргән ул. Семәрләп эшләгән кубок, сәғәттәренең иҫәбе-һаны юҡ. Ат яратыусылар кашауай саналарын биҙәүгә лә заказ бирә.
Ильяс Муллағолов Әтек ауылындағы Алдар батыр бюсының авторы ла. Яуаплы эште оҫтаға Марат Муллағолов ышанып тапшырған була. Тәүҙә бюсты балсыҡты яндырып эшләп ҡарай, аҙаҡтан ағастан юнып эшләп ҡуя. Был бюст 2022 йылда батырға яңы стела асылғанға ҡәҙәр тора. Әйткәндәй, Бәләкәй Ҡыпсаҡта асылған сайыр музейын биҙәүгә лә күп көс түккән оҫта - бинаның иҙән-түшәмен йәмләп, һүрәт төшөргән, ағастан юнған эштәре лә музейҙа урынлашҡан.
Ильяс ағайҙың һәр эшен хуплап, күтәрмәләп тороусы тормош юлдашы Әлфирә апай - Байназар ауылы ҡыҙы. Уларҙың ғаилә ҡороуҙарына 40 йыл. Татыу һәм өлгөлө ғаиләлә 3 бала үҫкән. Өлкәндәре Эльмира Байназар мәктәбендә һәм сәнғәт мәктәбендә уҡытыусы булып эшләй. Эльвира данлыҡлы Ф. Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы. Улдары Иҙел Себер тарафтарында эшләй.
Булмышы менән тынғыһыҙ балта оҫтаһы район, республика кимәлендә үткән конкурстарҙа ҡатнаша, урман һабантуйҙарынан ҡалмай. Талант эйәһенең эштәре һәр ваҡыт юғары баһаға лайыҡ була. Был хаҡта иҫәпһеҙ-һанһыҙ грамота-дипломдары һөйләй. Яңыраҡ “Хеҙмәт даны” миҙалына лайыҡ булған.
Бөгөнгө көндә ағасты һырлап биҙәүсе балта оҫталары районда бармаҡ менән генә һанарлыҡ. Ильяс Муллағолов балта оҫтаһы ғына түгел, рәссам, скульптор, ҡар-боҙ һындары эшләүсе оҫта. Эшләгән ҡар һындары яҙ етеү менән иреп аҡһа ла, халыҡ араһында яулаған ихтирамы, абруйы ныҡлы уның.