Бөтә яңылыҡтар
Сәнғәт
18 Ноябрь , 09:45

Шүлгән мәмерйәһе донъя кимәлендә танылған опера йондоҙҙарын хайран иткән

Башҡортостанда тыуып-үҫеп, донъя кимәлендә танылыу яулаған опера йырсыһы, башҡорт егете Илдар Абдразаҡов бөтә донъяға билдәле опера йырсылары менән Шүлгән мәмерйәһенә һуғылған һәм хайран ҡалған... Уны нимә айырыуса аптыратҡан?

Шүлгән мәмерйәһе донъя кимәлендә танылған опера йондоҙҙарын хайран иткән
Шүлгән мәмерйәһе донъя кимәлендә танылған опера йондоҙҙарын хайран иткән

“Мин төрлө урындарҙа, Альп тауҙарында, Италияла, Францияла төрлө мәмерйәләрҙә, мәғәрәләрҙә булдым. Әммә Башҡортостан буйлап машинала китеп барғаныңда, ошо гүзәл тәбиғәтте күрәһең дә, бында ундайын да нәмә барҙыр тип көтмәйһең. Был музей, был ҡурсаулыҡ, Шүлгәнташ мәмерйәһе – фантастик урын бит! Уның тураһында күп ишеттем. Өфөнән бер аҙ йыраҡ булғас, әлегә тиклем барып етә алмағайным. Мөмкинлек тә булманы.

Бына әле юл ыңғайы ошо уникаль мәмерйәгә һуғылыу насип булды. Беҙҙә был тиклем дә мотлаҡ күрергә кәрәк булған урындар барҙыр тип көтмәгәйнем. Был ысын мөғжизә! Мәмерйәгә ингәс, был донъяла үҙебеҙҙең ни тиклем бәләкәй генә өлөшсәләр икәнебеҙҙе аңлайһың. Мәмерйәләге һәр нәмә, ҡаялағы һүрәттәр барыһынан элек тәбиғәттең ҡеүәтен, беҙгә ҡәҙерле булған нәмәләрҙең ҡеүәтен тойорға мөмкинлек бирә» – донъяға билдәле йырсы Илдар Абдразаҡов.

Шүлгән мәмерйәһе донъя кимәлендә танылған опера йондоҙҙарын хайран иткән
Шүлгән мәмерйәһе донъя кимәлендә танылған опера йондоҙҙарын хайран иткән
Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас: