Бөтә яңылыҡтар
Сәнғәт
8 Апрель , 11:05

Тарыуалдың талантлы улы

Әнүәр Нурмөхәмәтов 1943 йылдың 9 майында Бөрйән районының Яңы Усман ауылында тыуған. Өфө сәнғәт институтын тамамлаған. Уның "Һары ҡолаҡ", "Мине Матросов фамилияһы менән эҙләгеҙ", "Ай ҡыҙы", "Ҡара генерал", "Кинйә абыҙ", "Миҙал", "Ырыуымдың бишек йыры", "Халҡым алдында баш эйеп" фильмдары, "Арыш башағы", "Аҫылйәр" телеспектаклдәре Башҡортостан һәм Рәсәй кино һәм телевидение сәнғәтенең алтын фондына инде.

Тарыуалдың талантлы улы
Тарыуалдың талантлы улы

Ә. Нурмөхәмәтов Салауат дәүләт башҡорт драма театрында баш режиссер һәм художество етәксеһе сифатында эшләп, театрҙың үҫешенә ҙур өлөш индергән. 1987 йылдан "Башҡортостан" дәүләт телерадиокомпанияһы режиссеры, 1991 йылдан баш режиссеры, художество етәксеһе булып эшләй.

Телевидение режиссеры булараҡ, Әнүәр Әбүбәкир улы юғары художестволы әҫәрҙәр ижад итә, улар тамашасыларҙа киң резонанс тыуҙыра һәм ижади берләшмәлә танылыу яулай. Уның "Һары ҡолаҡ", "Мине Матросов фамилияһы менән эҙләгеҙ", "Ай ҡыҙы", "Ҡара генерал", "Кинйә абыҙ", "Миҙал", "Ырыуымдың бишек йыры", "Халҡым алдында баш эйеп" фильмдары, "Арыш башағы", "Аҫылйәр" телеспектаклдәре Башҡортостан һәм Рәсәй кино һәм телевидение сәнғәтенең алтын фондына инде.

Оҙаҡ йылдар уңышлы эшләгәне, сәнғәттәге ҡаҙаныштары өсөн Әнүәр Нурмөхәмәтов "БАССР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре", Ғ. Сәләм исемендәге премия лауреаты кеүек юғары исемдәргә лайыҡ булды.

Талантлы етәксе һәм режиссер бөтә ғүмерен Башҡортостан сәнғәтенә һәм мәҙәниәтенә хеҙмәт итеүгә арнаны.

#яңыусман #тарыуал #шәхестәр #әнүәрнурмөхәмәтов #айҡыҙы #һарығолаҡ #башҡорткиноһы

https://ba.m.wikipedia.org/wiki/Нурмөхәм..


Яңы Усман (Новоусманово) төркөмөнән алынды.

Автор:
Читайте нас: