Бөтә яңылыҡтар
Сәнғәт
5 Апрель , 16:30

Иң шәп ҡумыҙсы Иҫке Монасипта йәшәй!

Иҫке Собханғол урта дөйөм белем биреү мәктәбе базаһында ҡумыҙсыларҙың район конкурсы үтте. Уны Балалар ижады үҙәге ойошторҙо.

Иң шәп ҡумыҙсы Иҫке  Монасипта йәшәй!
Иң шәп ҡумыҙсы Иҫке Монасипта йәшәй!

Конкурста район мәктәптәренән уҡыусылар һәм Балалар ижады үҙәгендә шөғөлләнеүсе балалар ҡатнашты.

Яңғыҙ башҡарыусылар араһында үҙ йәш төркөмдәрендә Руфина Мөхәмәтғәлина (Нәби) һәм Вилиә Ибәтуллина (Балалар ижады үҙәге) еңеүсе булдылар.

Ғәҙелгәрәй мәктәбе һәм Нәби мәктәбе ҡумыҙсылар ансамблдәре 1-се урын яуланы.

Конкурстың Гран-приһына Иҫке Монасип мәктәбе уҡыусыһы Динис Ҡунафин лайыҡ булды!

Халҡыбыҙҙың милли музыка ҡоралдарына тоғролоҡ һаҡлаған балаларға афарин!
Сығанаҡ: https://clck.ru/396d5d

Иң шәп ҡумыҙсы Иҫке  Монасипта йәшәй!
Иң шәп ҡумыҙсы Иҫке Монасипта йәшәй!
Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас: