Ҡатнашыусылар жюри хөкөмөнә икешәр бейеү тәҡдим итте. Уларҙың береһе мотлаҡ башҡорт бейеүе булырға тейеш ине.
Бөрйәндән “Еҙ үксә” (өсөнсө дәрәжә лауреат) һәм “Азамат” (беренсе дәрәжә дипломант) өлгөлө бейеү коллективтарын һәм уларҙың етәкселәре Исмаҡова Зилә Йәнғәле ҡыҙын уңышлы сығыштары менән ҡотлайбыҙ!
Зилә Йәнғәле ҡыҙы “Халыҡ бейеүенә тоғролоҡ һәм һөйөү өсөн” тигән махсус диплом менән бүләкләнде. Шулай уҡ уға “Халыҡ бейеүенә тоғролоҡ һәм һөйөү өсөн һәм үҫеп килеүсе быуынға рухи тәрбиә биргән өсөн” тигән Рәхмәт хаты тапшырылды.
Афарин! Йәш бейеүселәргә һәм уларҙың етәкселәренә ижади осоштар, яңы бейеклектәр насип булһын!
(Детская школа искусств им. Камиля Рахимова төркөмөндәге мәғлүмәттәр тәржемә менән бирелде һәм шул төркөмдәге фотолар файҙаланылды).