Бөтә яңылыҡтар
Сәнғәт
25 Май 2023, 10:25

Бөрйән ҡыҙы Әлфиә Зәһиҙуллина: «Тормош юлым – китап яҙырлыҡ»

 ...Күрмәгән ҡалманы инде... Бер мәлде, табипҡа сираттағы тикшерелеүгә барғас, ҡыҙымдың бөтөнләй ауырлығын арттырмауы асыҡланды. Һөтөм етмәй ине шул. Ә махсус туҡландырыу өсөн аҡса юҡ. Шунда күрше ҡатын һыйыр һөтө ҡайнатып эсерергә тәҡдим итте. Эсереп ҡараныҡ, яратмаған кеүек түгел. Әммә һөт һатып алырға ла аҡса кәрәк бит. Башыма бер уй килде: яҡын тирәлә шәхси йорттар бар. Мал тотоусылар ҙа юҡ түгел. Шуларҙың берәйһе менән һөйләшеп, ниндәй ҙә булһа эштәрен башҡарып, һөт алыу яғын ҡарарға кәрәк. Был уйым тормошҡа ашты: бер өлкән генә ҡатын менән көн дә уның һыйырын һауып бирергә һөйләштем, ул миңә хеҙмәтем өсөн бер литр һөт бирә. Баламды күрше ҡатынға ҡалдырып, килешелгәнсә көн дә шулай һыйыр һауырға йөрөнөм. Шулай итеп ҙурайтып алдым Илнарамды.

Бөрйән ҡыҙы Әлфиә Зәһиҙуллина: «Тормош юлым – китап яҙырлыҡ»
Бөрйән ҡыҙы Әлфиә Зәһиҙуллина: «Тормош юлым – китап яҙырлыҡ»

Әгәр ҙә Аллаһы Тәғәлә кемделер бәхетле итергә теләһә, уны иң ауыр юлдан алып барыр, тигән бөйөктәрҙән берәү... Йырсы, педагог Әлфиә Зәһиҙуллина был һүҙҙәрҙең мәғәнәһен үҙ иңендә татыған. Бөгөнгө ҡаҙаныш-табыштарына ул төрлө һынауҙар, әрнеүҙәр, юғалтыуҙар аша килгән. Һәм ошо ауырлыҡтар аша үтмәһәм, бәлки, уңайлы мөхиттән сығырға теләмәй, тормошомдо үҙгәртергә баҙнат итмәй, барына ҡәнәғәт булып йәшәй бирер инем әле, ти ул... Нимәләрҙе күҙ уңында тота икән Әлфиә Зәһиҙуллина былар хаҡында һүҙ йөрөткәндә? Әңгәмәлә ошо һәм башҡа бик күп һорауҙраға яуап табырһығыҙ...

 

 Хәйерле көн, Әлфиә! Әңгәмәне ошондай һорауҙан башлайыҡ әле: үҙегеҙҙе бөгөн иң тәү сиратта кем тип билдәләйһегеҙ: әсәйме, йырсымы, вокал уҡытыусыһымы?

– Ошо өс булмышты бер йәнгә һыйҙырғанмындыр, әммә шул уҡ ваҡытта иң тәүҙә әсәймендер, моғайын. Ни тиһәң дә, 18 йәшлек сағымда уҡ әсәлек бәхетен татып, үҙем бала ғына килеш бала баҡҡан, артабан иһә йырсы, вокал уҡытыусыһы булып киткән кешемен...

 Ә ниндәйерәк ҡыҙ була торғайны кескәй Әлфиә, нимәләр хаҡында хыяллана ине ул?

– Бала сағым башҡаларҙыҡынан айырылып тора. Бүтәндәр ғаиләлә атай-әсәй ҡосағында наҙланып, әсәй әҙерләгән ризыҡтан ғына һыйланып үҫһә, миңә тыуған йорттан бик иртә айырылырға тура килде. Элек Өфөнән райондарға килеп, йыр-моңға һәләтле балаларҙы һайлап йөрөйҙәр ине бит, ауылда өйрәнсек класында уҡып йөрөгәндә шул маҡсат менән килгән комиссия ағзалары алдында йырлап күрһәттем. Әйткәндәй, мин Бөрйән районының Брәтәк ауылында донъяға килгәнмен. Әсәйем үҙе Байназарҙан. Шул ауылға килен булып төшкән. Ләкин атайым менән улар оҙаҡ йәшәмәгән. Айырылышҡас, әсәйем беҙҙе, апайым менән икебеҙҙе алып, тыуған нигеҙенә ҡайтып киткән. Шуға ла был хәл Байназар ауылында булды тимәксемен. Әсәйем, балам уҡып кеше булһын, тигәндер инде, комиссия ағзалары миндә музыкаль йәһәттән һәләт барлығы хаҡында әйткәс, Өфөгә музыка мәктәбенә бирергә ҡарар ҡылған. Үҙем дә ҡаршылыҡ күрһәтмәгәнмендер, теләмәһәм, көсләп ебәрмәҫтәр ине. Шулай итеп, миңә беренсе кластан алып Өфө сәнғәт институты эргәһендәге махсус музыка мәктәбендә (хәҙер ул сәнғәт колледжы тип атала) уҡырға насип булды. Күп кенә тиҫтерҙәрем ул мөхиткә берегеп китә алманы, атай-әсәйҙәре килеп алды, әммә мин түҙҙем, бер кемгә лә бәлә һалмаҫҡа тырыштым. Ҡыҫҡаһы, тиҙ өлкәнәйергә тура килде миңә. Ә бер нисә йәшкә өлкән Әлимә апайым әсәйем янында ауылда ҡалды. Шуға ла мин уға ҡарағанда үҙаллыраҡ, көслөрәк, ныҡышмалыраҡ булып үҫтем. Бала саҡтан уҡ апайымды ҡурсалап, яҡлап та йөрөнөм. Ауылға каникул мәлдәрендә генә ҡайта инем. Эйе, үҫмер йылдарында, кирелегем уянып китеп, әсәйемә мине уның наҙына мохтаж саҡта интернатҡа биреүенә үпкәләп йөрөгән саҡтарым да булды. Әммә әсәй кеше балаһына аламалыҡ теләй аламы? Ул саҡта уның ниҙәр кисергәнен үҙем әсәй булғас ҡына аңланым.

 Тимәк, һеҙ бала саҡтан музыка йүнәлеше буйынса үҫешәсәгегеҙҙе тойғанһығыҙ... Кемдәрҙә белем алдығыҙ?

– Беренсе кластан алып бик көслө уҡытыусыларға эләктем. Мәктәптә фортерпиано класында уҡығанда Татьяна Ивановна Чистяковала белем алдым. Рус телендә бер һүҙ аңламайым, ул башҡортса белмәй. Шулай ҙа, уның тырышлығы арҡаһында, бик оҫта итеп фортепианола уйнарға өйрәндем. Һәр имтиханды «бишле» билдәһенә тапшыра инем...

Сәнғәт училищеһында Флүрә Ғәлим ҡыҙы Ноғомановала уҡый башланым. Икенсе курстан һуң, кейәүгә сыҡтым. Тормош иптәшем училищеның художество бүлеген тамамлағас, уны Сибай филармонияһына рәссам итеп эшкә ебәрҙеләр. Әйткәндәй мин дә урта белемемде сәнғәт училищеһының Сибай филиалында Джон Әхмәт улы Мусин класында тамамлап ҡуйҙым. Хәҙер уйлайым да, шуны аңлайым: өйләнешкәндә иптәшем менән икебеҙ ҙә бала ғына булғанбыҙ. Яратҡанмындыр инде... Ҡулда уртаҡ балабыҙ ҙа бар. Әммә ир тигәнем ғаилә өсөн яуаплылыҡ алырға әҙер ҙә түгел ине...

Күрмәгән ҡалманы инде... Бер мәлде, табипҡа сираттағы тикшерелеүгә барғас, ҡыҙымдың бөтөнләй ауырлығын арттырмауы асыҡланды. Һөтөм етмәй ине шул. Ә махсус туҡландырыу өсөн аҡса юҡ. Шунда күрше ҡатын һыйыр һөтө ҡайнатып эсерергә тәҡдим итте. Эсереп ҡараныҡ, яратмаған кеүек түгел. Әммә һөт һатып алырға ла аҡса кәрәк бит. Башыма бер уй килде: яҡын тирәлә шәхси йорттар бар. Мал тотоусылар ҙа юҡ түгел. Шуларҙың берәйһе менән һөйләшеп, ниндәй ҙә булһа эштәрен башҡарып, һөт алыу яғын ҡарарға кәрәк. Был уйым тормошҡа ашты: бер өлкән генә ҡатын менән көн дә уның һыйырын һауып бирергә һөйләштем, ул миңә хеҙмәтем өсөн бер литр һөт бирә. Баламды күрше ҡатынға ҡалдырып, килешелгәнсә көн дә шулай һыйыр һауырға йөрөнөм. Шулай итеп ҙурайтып алдым Илнарамды.

Иптәшем эсеп ялҡытҡас, уның менән айырылырға тура килде. Сибайҙа училище тамамлағас, өс йәше лә тулып өлгөрмәгән ҡыҙымды алып Сәнғәт институтына уҡырға инеү масҡсаты менән Өфөгә әйләнеп ҡайттым. Унда, бәхетемә күрә, Флүрә Әхмәтша ҡыҙы Килдейәрова класына эләктем. Профком аша ҡыҙыма балалар баҡсаһы юлланым. Унда түләр өсөн туғыҙ ҡатлы ятаҡтың һикәлтәләрен йыуырға тура килде миңә. Ә өлкәнерәк курстарҙа уҡытыусымдың ярҙамы менән Башҡорт дәүләт филармонияһының милли ҡорал оркестрында эш башланым. Шуға ла уҡыу йортон тамамлағас, минең алдымда ҡайҙа эшкә урынлашырға тигән һорау торманы. Дипломымды Башҡорт дәүләт филармонияһына алып барып тапшырҙым. Уҡыуы еңел булманы, әлбиттә. Өҫтөмә ҙур яуаплылыҡ алғайным. Ҡыҙымды ла үҫтерергә кәрәк ине. Әйткәндәй, Илнараға биш йәш тулғас, йәнә тормошҡа сыҡтым. Уныһы ла рәссам ине. Ике баламдың, тағы бер ҡыҙым һәм улымдың атаһы ул. Бишенсе курста уҡығанда ҡыҙыбыҙ Алтынгөл донъяға килде. Шул сәбәпле, академ ялы алып, сәнғәт институтын курсташтарымдан бер йылға һуңыраҡ тамамланым.

 Байтаҡ ваҡыт Башҡорт дәүләт филармонияһында эшләп алдығыҙ... Яңылышмаһам, шул йылдарҙа үҙегеҙҙең айырым концертығыҙҙы ойошторҙоғоҙ. Шулай ҙа ҡапыл ғына эштән китеүегеҙгә нимә сәбәпсе булды?

– Эйе, филармонияла ун бер йыл эшләп ташлағанмын. Ул йылдарҙы һәр саҡ айырым бер йылылыҡ менән иҫкә алам. Әммә мин бер урында оҙаҡ тотҡарлана торғандарҙан түгел. Күңелем ниндәйҙер үҙгәреш көҫәй ине. Бер мәлде Татарстандың Аҡтаныш районындағы «Ағиҙел» йыр һәм бейеү ансамбленә эшкә саҡырҙылар. Уҡытыусым Джон Әхмәт улы Мусин сығышы менән шул тарафтарҙан ине. Ул мине ошо коллективҡа тәҡдим иткән. Директорҙары үҙе бәйләнешкә сыҡты. Ул саҡта филармонияла ун алты мең һум эш хаҡы ала инек. Аҡсаны ла ике тапҡырға артығыраҡ түләрбеҙ, фатир мәсьәләһен дә хәл итербеҙ, тинеләр. 2017 йылда булды был хәл. «Барып күреп, бер аҙ эшләп ҡарайым, барыһы ла ыңғай килеп сыҡһа, ғаиләмде алып шунда күсер ҙә китермен», – тип уйланым. Мохтажлыҡ та үҙәккә үткән булғандыр инде... Әммә һис тә күңелемә ятманы был коллектив. Алтын тауҙар вәғәҙә итеүҙәре лә ымһындырыу өсөн генә булғанлығын аңланым. Юғары профессиональ коллектив түгеллеге айырыуса оҡшаманы. Шулай ҙа унда барып, үҙемә ят мөхитте күреп, уларҙың тын алышын тойоп ҡайтыуыма үкенмәйем. Әммә был хәл иптәшем менән былай ҙа үтә яҡшынан булмаған мөнәсәбәтте селпәрәмә килтерҙе. Йәнә айырылышырға тура килде. Тағы яндым... Ике тапҡыр тормошта булдым, икеһендә лә яратып сыҡтым. Тик... Әллә үҙем артыҡ көслө булдым, ниңәлер ғаилә тормошонан уңманым. Ғаилә тарҡалыуҙа мине ғәйепләүселәр ҙә булды. Бер кемгә бер нимә лә иҫбат итмәнем. Хәйер, иҫбат итергә теләгем дә, хәлем дә юҡ ине. Ул йылдар минең өсөн һынылыш осоро булды. Эшһеҙ ҡалдым, ғаилә тарҡалды, ауырып киттем. Өҙлөктөм, ахыры... Быуынһыҙ йығылдым. Үҙемде япа-яңғыҙ ҡалғандай тойҙом. Илнарам студент ине инде. Шулай ҙа ике бәлиғ булмаған балам бар. Миңә уларҙы аяҡҡа баҫтырырға, артабан йәшәргә кәрәк. Шул осрҙа «Мираҫ» ансамблендә бер аҙ эшләп алдым. Әммә унда ла берегеп китә алманым. Шуны ла төшөндөм – ансамблдә эшләй торған кеше түгелмен. Миндә индивидуализм көслө. Үҙемсә эшләп, үҙ яйыма йәшәп өйрәнгәнмен...

 Кемгәлер буйһонорға, яраҡлашырға яратмайһығыҙ инде...

– Ижадта, ысынлап та, шулай. Күңел эше бит ул. Ә тормошта яраҡлаша белеү кәрәк. Һәм миңә төрлө шарттарға яраҡшалырға тура килде лә. Пандемия осоро... Эшһеҙмен... Ярай әле балаларҙы ауылға әсәйем янына ҡайтарҙым. Улым тыуғас, декрет аҡсаһына теген машинаһы алғайным. Интернеттан ҡарап, битлектәр тегергә өйрәнеп, шуларҙы һата башланым. Тегеп кенә өлгөрт, күмәртәләп алып китәләр... Бер аҙ ваҡыт шул эш менән булдым. Әммә тора-бара битлеккә ҡытлыҡ бөттө. Аҡса эшләүҙең башҡа ысулдарын эҙләргә кәрәк ине. Барса халыҡ өйҙә бикләнеп ултырғанда ҡайҙан эш тапмаҡ кәрәк?! Аҙыҡ-түлек магазиндарын белешеп ҡарайымсы тип, уларҙың кадрҙар бүлегенә шылтырата башланым. Күҙ алдына килтерәһегеҙме – бер кибеттә лә буш урын юҡ! Шулай ҙа, эҙләнә торғас, «Пятерочка» магазинында буш вакансия таптым. Алдылар. Бер көн эсендә кассаны өйрәндем дә барып ултырҙым тегендә. Әммә мине халыҡ таный бит! Башта ныҡ оялдым. Тора-бара өйрәнелде. Тик ундағы бер-береңә мөнәсәбәтте, ҡысҡырыу-һүгенеүҙәрҙе генә ҡабул итә алманым. Йәш кенә ҡыҙҙар ураған һайын тәмәке көйрәтә, өлкәндәргә ҡарата ихтирам тигән нәмә бөтөнләй юҡ... Унда ла оҙаҡ тотҡарланманым. Бер ни тиклем ваҡыт бал кибетендә лә эшләп алдым. Ундағы мөхит сағыштырмаса тынысыраҡ ине...

Элек-электән абитуриенттар, буласаҡ вокалистар менән шөғөлләндем. Дипломым буйынса мин – ике һөнәр эйәһе, йырсы һәм вокал уҡытыусыһы. Ваҡыты-ваҡыты менән ошо мәсьәләләр буйынса ла мөрәжәғәт итәләр. Һәм абитуриенттар менән эшләү миңә бик оҡшай ине. Шул эште яңынан тергеҙә башлағанда, бер мәлде апайым шылтырата: иртәгә Мәскәүгә эшкә китәм, теләгең булһа, әйҙә һин дә минең менән, ти. Ҡыҫҡаһы, хәл итеп бөткән, уйынан кире күндерерлек түгел. Төнө буйы йоҡлай алмай апайымды уйлап сыҡтым, ул бит ауыл кешеһе, алданып ҡуймаһын тип хафаландым. Юҡ, нисек кенә булһа ла Мәскәү һынлы Мәскәүгә апайымдың бер үҙен сығарып ебәрә алмайым. Ул бит һәр саҡ минең ҡурсалауға мохтаж. Иртән тороп сумаҙанымды йыйҙым да уның менән бергә юлға сыҡтым...

Шулай итеп Мәскәүгә барып төштөк, бер офисҡа алып барҙылар. Ҡошсолоҡ фабрикаһына эшселәр йыйғандар икән. Беҙҙе ап-аҡтан кейендереп, һыуыҡ цехҡа индерҙеләр. Бөтә ерҙә лә һыуытҡыстар эшләп тора. 11 сәғәт аяҡ өҫтө торған килеш тиҙ-тиҙ генә тауыҡ түшкәләрен киҫергә тейешбеҙ. Ултырырға ла, хәл йыйырға ла рөхсәт ителмәй. Бәҙрәфкә лә рөхсәт һорап ҡына бараһың. Хужалары, һәр ваҡыттағыса, беҙҙең халыҡ түгел инде. Ситтән килгәндәр идара итә. Бына шундай шарттарҙа ике вахта эшләп ҡайттыҡ. Уның ҡарауы, мин вахтаның нимә икәнлеген, ябай эшселәрҙең тормошон үҙ күҙҙәрем менән күреп, үҙ иңемдә татып ҡайттым. Күргәндәремде туплап китап яҙырлыҡ! Ғөмүмән, минең тормош юлым үҙе әллә нисә китаплыҡ...

 Бына ошондай шарттарҙа эшләгәндә, йәки эшһеҙ, аҡсаһыҙ итеккәндә, ниңә генә филармониянан киттем икән тип үкенгәнегеҙ булманымы?

– Юҡ, мин үкенә торған кеше түгел. Әгәр ҙә филармонияла ҡалһам, шундағы эш хаҡына риза булып, шул мөхиттә генә генә ҡайнар, гастролдәргә йөрөр, бәлки, тағы ла бер нисә концертымды ойошторор инем. Мәҙәниәт, сәнғәт өлкәһенә ҡағылмаған тормошто күрмәҫ тә, рухи йәһәттән сыныҡмаҫ та, үҫешмәҫ тә инем. Әлеге һынауҙар мине үҙемде нығыраҡ аңларға, төрлө яҡтан үҫешергә, ныҡ булырға өйрәтте. Был үҙгәреүсән тормошта кешенең үҙенән башҡа бер таянысы ла юҡ. Шуға төшөндөм. Эйе, психологик китаптарҙы үҙ мәлендә күп уҡыным мин. Әммә кеше, үҙ башына төшмәйенсә, күп нәмәләрҙе аңламай шул. Китаптарҙан ятлап алған аҡыллы фекерҙәрҙе әллә күпме һөйләргә мөмкин. Шулай ҙа бик һирәктәр, барыһын да үҙ тиреһе аша үткәргәндәр генә ысын мәғәнәһендә уларҙың асылына төшөнә. Үткән юлыңды хата тип түгел, тәжрибә тип ҡабул итергә өйрәнәһең...

 Былтыр «Юлдаш Хит»та сығыш яһап, унда еңеү ҙә яуланығыҙ? Сәхнә, тамашасы һағындырғанмы? Һәм, ғөмүмән, артабан йырсы карьераһын дауам итергә, ҙур концерттар ойошторорға теләгегеҙ бармы?

– Эйе, биш йыл самаһы сәхәнәгә сыҡмай торҙом. Әммә бөтөнләй сәнғәттән ситләштем тигән һүҙ түгел был. Үҙем сәхнәлә күренмәһәм дә йырҙар яҙҙырып, радиоға тәдим итеп торҙом. Һәм артабан да шулай буласаҡ. Концерттарҙа ла ҡатнашыуым ихтимал. Әммә шәхсән концерттарымды ойоштороуҙы, гастролдәр менән йөрөүҙе планлаштырмайым. Бөгөн мин үҙемде педагог, продюсер итеп күрәм. Байтаҡ ваҡыт инде вокал буйынса шәхси дәрестәр алып барам. Был эш хәҙер минең тотош булмышымды биләгән тиһәм дә хата булмаҫ. Миңә профессиональ йырсылар түгел, халыҡ араһынан сыҡҡан үҫешмәкәрҙәр мөрәжәғәт итә. Араларында шундай матур тауышлылары бар. Әйткәндәй, сәхнә теле нескәлектәрен дә өйрәтәм. Һәр көнөм, һәр сәғәтем алдан билдәләп, планлаштырып ҡуйылған тип әйтергә лә мөмкин. Һәм был йүнәлештәге эшемдең тағы ла шундай үҙенсәлеге бар – вокалотерапия тип атала ул. Миңә төрлө психолгик, неврологик сирҙәр менән мөрәжәғәт итеүселәр ҙә булғылай. Әйтәйек, аутизм сире менән яфаланған Дарина исемле ҡыҙ дәрестәргә йөрөй башлағанда һүҙҙәрҙе асыҡ итеп әйтеп бөтөрә алмай ине. Бер курс үткәс тә телмәрендә һиҙелерлек үҙгәрештәр күҙәтелде. Һөҙөмтә менән үҙе лә, әсәһе лә бик шат ҡалды. Йырларға өйрәнеүҙе төрлө маҡсатта ҡулланырға мөмкин: неврологтар үҙҙәре пациенттарына вокал дәрестәренә йөрөргә кәңәш итә. Сөнки вокал – ул иң тәү сиратта дөрөҫ тын алырға өйрәнеү, эске көсөргәнештән ҡотолоу. Уның төп фәлсәфәһе шунда. Ошо йәһәттән үҫешеү, кешегә ярҙам итеү теләге лә көслө миндә бөгөн...

Ә йырсылар, улар былай ҙа күп хәҙер...

 Әңгәмә башында мин иң тәү сиратта әсәй тинегеҙ. Балаларығыҙ хаҡында ла һорамай булдыра алмайым. Әйтәйек, Илнара ҡыҙығыҙ – билдәле блогер, 23 йәшендә үҙе эшләп тапҡан аҡсаға ҡала үҙәгендә милли стилдәге матурлыҡ салоны асҡан кеше. Балаларығыҙ ҙа, үҙегеҙгә оҡшап, шулай үҙ аллы булып үҫтеме?

– Илнара бәләкәйҙән аҡыллы бала булды. Үҫә төшкәс, мин уны төрлө эшкә өйрәттем. Бәлки, хәҙер ҡайһы бер атай-әсәйҙәрҙе шаҡ ҡатырырлыҡ һүҙ әйтермен, әммә ул ун дүрт йәшендә үк туңдырма һатты. Өлкән кластарҙа уҡығанда каникул мәлендә официант булып эшләне. Сөнки үҙеңә кейем-һалым, дәфтәр-ручкалыҡ аҡса эшләргә тейешһең тигән талап ҡуйҙым. Мин баламдың ауылға ҡайтып, таңға саҡлы клубта йөрөп, төшкә саҡлы йоҡлап ятыуын теләмәнем. Тәрбиә шулайыраҡ булды. Уның ҡарауы, мәктәпте тамамлағанда ул тулыһынса үҙ аллы тормошҡа әҙер ине. Һуңынан иһә, прическалар яһарға оҫтарып, ошо йәһәттән үҫеште. Башҡорт дәүләт университетының Башҡорт филилогияһы факультетын тамамлаһа ла, бөгөнгө шарттарға яраҡлашып, эшҡыуар булып китте. Әйткәндәй, Алтынгөл ҡыҙым да, туғыҙынсы синыфта ғына уҡыһа ла, интернетта, кемдәргәлер курс һатышып аҡса эшләп, үҙенә айфон алды. «Аҡса эшләйһең икән, үҙеңә генә тотонма, аҙыҡ-түлек тә алғыла», – тип әйтеп ҡуйғанмын. Аллаға шөкөр, ҡыҙҙарым, ҡайһы берҙә көйөндөрөп алһалар ҙа, шулай маҡсатлы булыуҙары менән һөйөндөрәләр. Ә бына кесе улымды яратып туя алғаным юҡ әле. Бигерәк һөймәлекле һөйәк шул үҙе... Малайҙар башҡасараҡ була икән ул...

 Әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт, Әлфиә! Матур-матур уй-ниәттәрегеҙ тормошҡа ашһын! Ижад ҡыуаныстары, ҡатын-ҡыҙ бәхете теләйем үҙегеҙгә!

Гөлшат Ҡаһарманова әңгәмәләште.

(Асыҡ сығанаҡтан – “Тамаша” хурналы төркөмөнән алынды).

 

Бөрйән ҡыҙы Әлфиә Зәһиҙуллина: «Тормош юлым – китап яҙырлыҡ»
Бөрйән ҡыҙы Әлфиә Зәһиҙуллина: «Тормош юлым – китап яҙырлыҡ»
Бөрйән ҡыҙы Әлфиә Зәһиҙуллина: «Тормош юлым – китап яҙырлыҡ»
Автор:Т. Баһауетдинова
Читайте нас: