Бөтә яңылыҡтар
Сәнғәт
25 Апрель 2023, 09:35

Өфөнән "Гүзәл дэнс" Мәскәү жюриҙарын аһ иттергән!

Рәсәйҙең халыҡ артисы Надежда Бабкина уларҙың сығышы хаҡында бына ниндәй һүҙҙәр әйткән.

Өфөнән "Гүзәл дэнс" хореография ансамбле НТВ каналындағы "Таланттар иле" тапшырыуын таң ҡалдырҙы. Ҡыҙҙарҙың сығышын баһалама ағзалары юғары баһаланы.

"Был иҫ киткес матур булды. Яулыҡтың көнкүреш тормошта ниндәй урын алыуын матур итеп күрһәттегеҙ. Тамашасыға ҡарарға ла өлгөрҙөгөҙ. Сәхнәгә ҡапыл әйләнгәндә миңә, әйтерһең дә, ҡоштар осорға әҙерләнгән кеүек тойолдо", - тине Рәсәйҙең халыҡ артисы Надежда Бабкина.

Автор:Т. Баһауетдинова
Читайте нас: