Бөтә яңылыҡтар
Сәнғәт
24 Апрель 2023, 09:20

Бөркөт ҡаны тамды ташҡа...

Бөрйән бөркөтө, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Ғаяз Алтыншинға кисә 57 йәш тулған булыр ине...  Бәрәкәтле, хозур Бөрйән ерендә тыуып үҫкән Ғаяз Алтыншиндың тормош йыры ниңә тиҙ өҙөлә лә Бөрйән һандуғасыныҡы кеүек зарлы күҙ йәше менән тамамлана? 

Бөркөт ҡаны тамды ташҡа...
Бөркөт ҡаны тамды ташҡа...

Ғаяз Алтыншин. Был исемде күптәр иҫләйҙер. Онотола торған егеттәрҙән түгел ине ул. Бөрйән ҡарағайылай һомғол кәүҙәле, тулҡын-тулҡын бөҙрә сәсле, асыҡ, үҙенсәлекле бәрхәт тауышлы актерҙы бөгөн дә һағынып иҫкә алалар. Башҡортостандың халыҡ артисы Муллайән Һөйәрғолов яҡташы Ғаязды иҫкә алып: ”Һандуғастар иң тәүҙә Бөрйәнгә ҡайта. Уларҙың йыр һуҙыр мәле самалы. Шуға улар миңә һайрап туя алмаҫтай кеүек тойола. Һандуғастың күҙ йәшен һис күргәнем юҡ. Иллә мәгәр уның һайрауы күҙ йәше менән туҡтай кеүек… Ғаяздың да һайрар ғына сағында йөрәге һыҡрап туҡтаны”, – тигәйне бер мәл.

Бәрәкәтле, хозур Бөрйән ерендә тыуып үҫкән Ғаяз Алтыншиндың тормош йыры ниңә тиҙ өҙөлә лә Бөрйән һандуғасыныҡы кеүек зарлы күҙ йәше менән тамамлана? Был һорауға бөгөн берәү ҙә аныҡ ҡына яуап бирә алмаҫ. Ул тормоштоң яһалма ҡалыптарына һыймаған тәбиғәттең ирекле бер балаһы була. Беҙ атлаған юлдар уға тар күренә, ә күнегелгән һуҡмаҡтарҙы ашатлап үткәндә яҙа баҫа.

2008 йылда Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Ғ. Алтыншин баҡыйлыҡҡа күсә. Был турала бер ҡайҙа ла хәбәр ителмәй. Яҡындарының ҡайғыһын уртаҡлашҡан некрологтар ҙа булмай, ерләүгә театрҙан ни бары яҡташы Муллайән Һөйәрғолов ҡына бара...

Зөлфиә Рәхмәтуллина.

(Иҫ киткес талантлы яҡташыбыҙҙың яҙмышы, ҡаҙаныштары һәм башҡалар хаҡында тулыраҡ “Таң” гәзитенең киләһе һанында уҡырһығыҙ).

Автор:Т. Баһауетдинова
Читайте нас: