Бөтә яңылыҡтар
Сәнғәт
3 Апрель 2023, 14:45

Линар Белый кем ул?

Бөрйәндән, тиҙәр. Ысынлап та, шулаймы икән? Кем ул Линар Белый? Ниңә үҙенә ундай исем алған? Йәш йырсы матур йырлауы, моңло тауышы, әле йәштәр араһында киң таралған «шафл» стилендә бейеүе менән иғтибарҙы йәлеп итте. Бөрйәндән, тиҙәр, ысынлап та, шулаймы икән? Барыһын да үҙенән белешергә булдым.

Линар Белый кем ул?
Линар Белый кем ул?

Линар Вәлиев Күгәрсен районының Мораҡ ауылында ғаиләләрендә өсөнсө бала булып тыуған. Шунда беренсе класҡа  уҡырға барған. 9 – 10 йәштә Бөрйәнгә әсәһенең тыуған ауылы Мәҡсүткә күскәндәр.

– Мәҡсүт ауылы күңелемә бик яҡын, бөтә бала сағым шунда үтте бит. Иртәнсәк уянып китһәң, боронғо башҡорт халыҡ йыры яңғырай. Өләсәйем Миң­һылыу Нәҙершинаның йыр­ҙарын, әкиәттәрен тыңлап үҫтем. Моң миңә әсәйем яғынан бирелгән, ул да матур йырлай, – ти Линар.
– Бәпәй сағынан көйләп йөрөй торғайны, – ти әсәһе. Мәҡсүттә йәшәгән Мөхәрләм Нәҙершин бабаһы ла – бына тигән балта оҫтаһы, умартасы ғына түгел, баянсы, йырсы ла. Линар уның көйөн дә, һүҙҙәрен дә үҙе ижад иткән «Тәбиғәт сер­ҙәре», «Тыуған ауылым» тигән ике йырын башҡара. Бик моңло улар, тыңлаған һайын тыңлағы килә:
Ошо донъя – үҙе бер ожмах
Ҡәҙерҙәрен белгән кешегә…
Линарға әле 19 ғына йәш, әммә ҡайҙа ғына булырға тура килмәй: Мәҡсүттән һуң IV синыфҡа Күмертау ҡалаһына уҡырға урынлаштыралар. Республика политехник лицейында белем алған сағында малайҙың йырға һәләтен музыка уҡытыу­сыһы Йәмил Заһрый улы Рафиҡов күреп ҡала. Егет уның етәкселегендәге йыр түңәрәгенә йөрөп, төрлө кимәлдәге конкурстарҙа ҡатнаша башлай. «Ирәндек моңдары», «Яҙғы тамсылар» һәм башҡа республика бәйгеләрендә дипломдарға лайыҡ була. Линарҙың боронғо башҡорт халыҡ йырҙарын да башҡарыуы маҡтауға лайыҡ.
– «Азамат», «Уйыл» бик оҡшай, – ти ул.
«Алтын сапсан» Бөтә Рәсәй конкурсында «Халыҡ йыры» йүнәлешендә I урынға лайыҡ була. Уҡыусы сағынан: «Йырлау – ҙур бәхет, сәхнәлә йәшәр инем», – тип хыяллана егет. Музыка мәктәбен тамамлай. Гитарала, ҡурайҙа, ҡумыҙҙа, кла­вишалы музыка ҡоралдарында уйнай. Үкенескә күрә, сәнғәт училищеһында уҡыу бәхете эләкмәй һәләтле егеткә. Пе­дагогия университетына ин­һә лә, барыбер уҡытыусы булмайым, тип ваҡытын әрәм итмәҫкә уйлай. Әле Линар Стәрлетамаҡ ҡалаһын төйәк иткән. Колледжда уҡый, продюсеры Илнур Асаинов менән йырҙар яҙҙыралар, клиптар төшөрәләр. Әйткәндәй, уның август аҙағында сыҡҡан тәүге «Һан­дуғаслы тыу­ған яғым» клибын 110 меңдән ашыу кеше ҡараған да инде. Былтыр «Йөрәгемдә ҡалды» тигән йыры менән «Юлдаш»-хит»та еңгән. Тиҙҙән тәүге альбомын сығармаҡсы, үҙенең концерттары менән сығыш яһамаҡсы. Ә «Белый» исемен алыуы тураһында былай тине:
– Барыһы ла аҡ биттән башлана, тиҙәр бит, шунан алынған был һүҙ. Йәғни аҡ биттән башланған ижад.
Линар Белый менән ҡыҙыҡ­һыныусылар уның йырҙарын башҡортса ла, татарса ла яҙҙыр­ғанын белә. Ниңә, тиһегеҙме?
– Минең әсәйем – башҡорт, атайым татар милләтенән. Шуға икеһен дә үпкәләтмәҫкә тырышам, – ти йәш йырсы.
Хәҙерге заманда «йырсы» тигәндә мотлаҡ «шоу-бизнес» тигән төшөнсә күҙ алдына килеп баҫа. Бында уңышҡа өлгәшеү өсөн, таланттан тыш, ҙур тырышлыҡ та талап ителә.
– Тырышҡан – ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан, тиҙәр бит. Шоу-бизнес – бик ҡатмарлы өлкә. Һәр деталде ныҡлы уйларға, бөтә нәмәне еренә еткереп башҡарыр­ға тырышам. Йырҙарым та­машасыға барып етһен өсөн бар күңелемде һалам, – ти Линар.
Эйе, ихлас күңелдән сыҡҡан ғына күңелгә үтеп инә. Линар Белый­ҙың йырҙарын, клиптарын төрлө йәштәгеләр – балалар, йәштәр, өлкәндәр ярата. Моңло тауышы, матур йырлауы, сәхнәлә үҙен тотошо, ихласлығы, ябайлығы менән дә әсир итә йәш йырсы тама­шасыларын. Киләсәктә ҙур сәхнәләрҙе яулар­ға теләй егет. Ә беҙ, йыр-моң яратыусылар, унан тағы ла матур, мәғәнәле йырҙар көтәбеҙ.
Шағирә Әнисә Таһирова әйткәнсә:
Йыр ул – Ҡояш!
Ә Ҡояшты күктән
Йолҡоп алыр көстәр юҡ әле!

Эльвира ӘСӘҘУЛЛИНА.

“Шоңҡар” журналы төркөмө мәғлүмәттәре һәм фотоһы файҙаланылды.

 

Линар Белый кем ул?
Линар Белый кем ул?
Автор:
Читайте нас: