Бөтә яңылыҡтар
Сәнғәт
18 Ғинуар 2023, 17:10

Дүрт йылда 500 селтәр эшләгән

Брәтәк ауыл мәҙәниәт йортонда мәҙәни ойоштороусы булып эшләп йөрөгән Сулпан Юлдашеваның күҙҙең яуын алырҙай семәрле, биҙәкле, үҙенсәлекле ҡул эштәренең ниндәйе генә юҡ та, хәйер, уларҙың ниндәйенә генә тотоноп ҡараманы икән.

Дүрт йылда 500 селтәр эшләгән
Дүрт йылда 500 селтәр эшләгән

Түшелдеректәр модаға сығып киткәс, беҙ ҙә эшләп ҡарарға булдыҡ. Клубҡа ҡул эштәре менән шөғөлләнергә йөрөгән апайҙарға мәҙәниәт йортонда минән алда эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан оҫта ҡуллы Наилә апай Хәсәнова өйрәтте. Ерлеген унан һыҙып алып, мәрйен һалыра өйрәндек. Өйҙә төрлөләндереп эшләп ҡарап, был шөғөл менән шунан бирле «ауырыйым». Бер ҙур селтәрҙе бер көндә тамамлайым. Башҡаларҙан айырмалы мин күберәк сәскә, ҡош-ҡорт һүрәттәрен теҙәм. Уларҙы эшләүе ҡатмарлыраҡ, ләкин миңә шулай оҡшай, мин бит тәбиғәт балаһы. Дүрт йыл эсендә 500-ҙән артыҡ ҙур селтәр эшләгәнмен. Әле үҙемдә 60 селтәр һаҡлана. Һуңғы арала уларҙың стилләштерелгән бәләкәйҙәрен эшләү менән мауығып киттем, - ти Сулпан.

 

Әлеге мәлдә оҫтабикә эпоксид ыҫмаланан биҙәүестәр эшләү менән мәшғүл. Интернетта бик ҡыйбатҡа һатыуға ҡуйылған биҙәүестәрҙе, үҙем эшләй алмайыммы ни, тип тотоноп ҡарай. Тәүге ҡоймаҡ төйөрлө була, тигәндәй башта тейешенсә килеп сыҡмай. Интернеттан эшләү технологияһын ентекле өйрәнеп яңынан тотона.

-Эпоксид ыҫмаланан әле күберәк брелок, кулон, телефондарға терәү эшләйем. Уны эшләр өсөн матур, дөрөҫ итеп киптерелгән сәскәләр, үләндәр кәрәк. Уларҙы, төҫө һаҡланһын өсөн, мамыҡ дискылар араһына һалып китап эсендә ете көн киптереп алаһың. Кәрәкле формаларға ыҫмаланы ҡойоп, кәрәк икән махсус буяуҙар ҡушып, кипкән сәскәләрҙе һалып ҡатыраһың. Ыҫмала 24 сәғәттә ҡатып, биҙәүес әҙер була, - тип аңлатты.

Киләсәктә кейеҙгә Бөрйән тәбиғәтен төшөрөү, Бөрйәндең гербын мәрйендән теҙеп картина итеп эшләү хыялдары менән яна ҡыҙ.

Эшен дә мөкиббән китеп башҡара Сулпан Ғәни ҡыҙы. Бигерәк тә балалар менән эшләү, уларҙы һәр төрлө сараға ылыҡтырыу, үҙенең белгәндәрен өйрәтеү оҡшай уға. Балалар ҙа үҙен яратып, мәҙәниәт йортона ашҡынып киләләр. Байрам-концерттарҙа сәхнәне тематик биҙәү, фото-зоналар эшләү Сулпанға ышанып тапшырылған.
Ҡул эштәренең күргәҙмәһе менән күрше райондарҙа уҙған байрамдарҙа ла ҡатнашып, уларҙа мастер-класс үткәрергә лә өлгөрә.

 

(Тулы вариант гәзиттең 1-се һанында)


Дүрт йылда 500 селтәр эшләгән
Дүрт йылда 500 селтәр эшләгән
Дүрт йылда 500 селтәр эшләгән
Автор:Гулиза Хафизова
Читайте нас: