Бөтә яңылыҡтар
Сәнғәт
16 Май 2022, 09:55

Бөрйән егете – беренсе!

Өфөлә Ғата Сөләймәнов исемендәге Ҡурай байрамы үткән. Республиканың 19 районынан һәм 12 ҡалаһынан, Силәбе өлкәһенән дөйөм 334 ҡурайсы ҡатнашҡан конкурста районыбыҙҙың Тимер ауылы егетененң сығышы иң-иңдәр рәтендә баһаланған. Кем һуң ул, тиһегеҙме? Был турала – артабан.

Бөрйән егете – беренсе!
Бөрйән егете – беренсе!

Эйе, Тимер ауылы егете Дәүләтбирҙин Вилдан Билал улы атаҡлы ҡурайсы Ғата Сөләймәнов исемендәге республика Ҡурай байрамында беренсе дәрәжә лауреат исеме алыусылар рәтендә!

Ҡурайға һөйөү уға Янһары ауылында йәшәгән олатаһы Ағзам Халиҡовтан күскән.

Ҡурай серҙәренә кем төшөндөргән, әлеге ваҡытта егет ҡайҙа эшләп йөрөй – была тураһында ентекләберәк “Таң” гәзитендә уҡырһығыҙ.

Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас: