Бөтә яңылыҡтар
Сәнғәт
10 Февраль 2022, 12:15

Гөлнара кемгә һәм ни өсөн бик рәхмәтле?

Яҡташыбыҙ, Ҡолғана ауылы ҡыҙы, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисткаһы Гөлнара Вәлиева үҙенең бер сере менән бүлешә.

Гөлнара кемгә һәм ни өсөн бик рәхмәтле?
Гөлнара кемгә һәм ни өсөн бик рәхмәтле?

“18 йыл араһы~Бәләкәй генә тарих-хәтирә
"Зөлхизә" йыры тиһәң, иң беренсе күҙ алдына бәләкәй саҡ һәм Әлимә апай килеп баҫа. Ниндәйҙер концертта, ахыры, Әлимә апай Заһиҙуллинаның зыңғырлатып ҡына, моңло итеп "Зөлхизә”не йырлағанын иҫем китеп тыңланым. Миңә ул мәлдә 10-11йәш тирәһе ине, ҡайһы бер өҙөктәрен отоп та алдым.

Өйҙә эстән йырлап йөрөйөм, эй тулыһынса йырҙы белеп йырлағы килә. Тарихын уҡып бөттөм. Күҙ алдына шул мәлдә ниндәй картиналарҙа, образдарҙа тарихы баҫҡан, әле лә шулай һүрәтләйем.

Әсәйемә әйткәйнем, улай өйрәнгең килһә, үҙенә бараһың да әйтәһең инде, тине. Унан һуң оҙаҡ йөрөнөм әле әйтергә баҙнат итмәй. Ахыры, бер көн әсәйем һорашҡан. Киттем мин Әлимә апайға кассета, ҡағыҙ, ручка тотоп.

Теләгемде әйткәс,"Зөлхизә" әлегә һиңә ауырыраҡ булыр ул, әйҙә, еңелерәк йыр өйрәнеп ҡарайыҡ, артабан ҡарарбыҙ, тип "Хәйрүләкәй" йырын өйрәтте.
Сит илдәргә сыҡһаң, матур йөрө,
Йәнейем кеүек,Хәйрүләкәй,
Былбыл булып һайра әле.
Кем балаһы, тейеп тә һорарҙар,

тигән йырҙың һүҙҙәренә, әйе шул, кем балаһы тип һораһалар, матур яуап бирер кәрәк, уның өсөн тырышыр кәрәк, тип тулҡынланып киткәнем иҫемдә.
Ул йырҙы тиҙ отоп алып өйрәндем ул, шулай ҙа "Зөлхизә"не лә өйрәнәһе килә бит. Әлимә апай минең теләккә ҡаршы килмәй, ваҡытын йәлләмәй, ихлас өйрәндек ул йырҙы.

Уйлап ҡараһаң, төпкөл генә ауыл. Ауыл ерендә эштән бушап та булмай, ҡайҙан йырлап ултырыу.

 Хәҙер иҫләһәң ҡыҙыҡ.
Әлимә апай үҙе "Ирәндек моңдары", "Оҙон көй" бәйгеләре лауреаты (үҙешмәкәр йырсылар араһында). Шул дипломдарҙы күргәс үк, ә мин тырышһам, гран-при алам, тип, маҡсатланып ҡуйҙым. Әммә үҙемдең һис тә башҡа ла килмәй әле уның өсөн ниҙәр эшләргә кәрәк икәнлеге. Ә әртис булыу хаҡында уйлап та бирмәй инем.
Шулай башланып китте ҙурыраҡ конкурстар, балалар араһында үткән "Оҙон көй", "Ирәндек моңдары", район эсендәгеләр... Гран-прины "Ирәндек моңдары-2014" конкурсында  барыбер алдым. Ә "Зөлхизә" йыры миңә күп ишектәрҙе, сәхнәләрҙе уңышлы асты.
Был яҙманы 2014 йылда бер инәйем яҙҙырған булған, ҙур рәхмәт уға. Көлөп тынланым инде, бер әбекәй кеүек йырлағанмын, тип.

Ошо унайҙан Әлимә апайға ҙууур рәхмәтемде әйтәм! Һеҙ минең профессияға ҙур йоғонто яһанығыҙ. Тағы ла берҙе рәхмәт!

Автор:
Читайте нас: