Бөтә яңылыҡтар
Сәнғәт
29 Сентябрь 2017, 13:32

Мәндәғолда кәртүк байрамы

Үткән йомала Мәндәғолда картуф байрамы үтте. Икенсе икмәк булған картуфтан мул уңыш алған Мәндәғолдар башҡорт халҡында күптәнге онотолоп килгән йоланы атҡарҙы. Картуф ҡаҙыусы Мөхәррәм һәм Гөлназ Вәхитовтарҙың баҡсаһында күрһәтелде был йола. “Ырҙынға бәрәкәт!” - тип килеп ингән Сәмиғә апай Вәхитоваға баҡса хужалары “Һиңә кәтмән!” тип, биҙрәһенә иң эре картуфтарҙы һала башланы. .

Үткән йомала Мәндәғолда картуф байрамы үтте. Икенсе икмәк булған картуфтан мул уңыш алған Мәндәғолдар башҡорт халҡында күптәнге онотолоп килгән йоланы атҡарҙы. Картуф ҡаҙыусы Мөхәррәм һәм Гөлназ Вәхитовтарҙың баҡсаһында күрһәтелде был йола. “Ырҙынға бәрәкәт!” - тип килеп ингән Сәмиғә апай Вәхитоваға баҡса хужалары “Һиңә кәтмән!” тип, биҙрәһенә иң эре картуфтарҙы һала башланы. Был ваҡытта Сәмиға апай ҙа “Кәтмән, кәтмән! Кәтмән бирмәһәң китмәм!” тип һамаҡлап, баҡса хужаларына алған уңыштарына ҡыуанып, бала-сағаһы, яҡындары менән имен-һау ашарға яҙһын тигән изге теләктәрен теләне. Ошолай итеп, электән күрше-күлән, тыуған-тыумаса картуф ҡаҙып алған осорҙа бер-береһенә йөрөшөп уңыш шатлығы менән бүлешкән, изге теләктәрен әйтешкән. Ирекһеҙҙән мин дә бала саҡта картуф ҡаҙған ваҡыттағы хәл-ваҡиғаны иҫкә төшөрҙөм. Картуф баҡсаһына килеп ингән күрше Маһира инәйгә олатайҙың иң эре картуфтарҙы һайлап етәгенә һалыуын, уның араһында шаяртып кеше башына, йәнлеккә оҡшаған картуфтарҙы ла ҡушып ебәреүен хәтерләп, хәҙерге аңым менән ниндәй матур йола башҡарғандарын аңланым. Ул ваҡыт балалыҡ менән был йоланың айышына ла төшөнөп етмәгән булғанмын, күрәһең. Хәйер, бындай йола ауылдарҙа ололар араһында әлеге көндә лә йәшәй, тик үкенескә күрә, йәштәр генә белеп етмәй.
Мәндәғолдар картуф байрамын ошолай үҙенсәлекле итеп башҡарҙы. Сараға килгән ҡунаҡтарҙы ауыл клубы алдында ҡаршы алып, матур байрам концерты менән башлап ебәрҙеләр. Ауыл ҡатын-ҡыҙҙарының вокал ансамбле, мәктәп уҡыусыларының сығыштары яңғыраны.
Ауыл депутаты Мөхәррәм Вәхитов ауылдаштарын көҙгө уңыш менән тәбрикләп сығыш яһаны, именлек, бәрәкәт теләне.
Сараны алып барыусы ауыл мәҙәниәт йорто художество етәксеһе Розалия Иманғолова уңған баҡсасылар исемлеге менән таныштырҙы. Шулай итеп, иң күп картуф үҫтереүсе ғаилә Ғаяз һәм Фәнүзә Иманғоловтар, Рәсүл һәм Сәмиға Вәхитовтар булһа, иң куп картуф ултыртыусылар Әнүәр һәм Фәғилә Иманғоловтар, иң беренсе картуф сәсеүселәр Зәбир һәм Сабира Ғәлиевтар булып сыҡты.
Байрам шатлығын бүлешеп килгән район мәҙәниәт һарайы хеҙмәткәрҙәре йырлы-моңло күстәнәстәре менән сараны тағы ла йәмләне. Район мәҙәниәт бүлеге етәксеһе К. Теләүбаева етәкселегендә жюри ағзалары картуфтан әҙерләнгән ризыҡтарға баһа ҡуйҙы. Бәйгелә ҡатнашыусы уңған хужабикәләр: Лилиә Фәттәхова, Фәриҙә Исламғолова, Сәғүрә, Розалия, Рәсимә Иманғоловаларҙың картуфтан ғына 35 төр ризыҡ әҙерләп алып килгәндәр. Уларҙың тырышлығы бушҡа булманы, аш-һыу оҫтабикәләренә иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Сара байрам табыны менән тамамланды.
А. АҠЫЕВА.
Читайте нас: