Бөтә яңылыҡтар
Сәнғәт
26 Сентябрь 2017, 19:12

Мөнәжәтселәр бәйгеһе үтте

20 сентябрь Сибай ҡалаһында бишенсе тапҡыр төбәк- ара мөнәжәтселәр бәйгеһе үтте. Мөнәжәт башҡарыусыларҙы күтәреү һәм уларҙы үҫтереү, киләсәк быуынды тәрбиәләү һәм уларға тапшырыу бәйгенең төп шарты һәм маҡсаты булды. Мөнәжәтселәр бәйгеһе өс номинацияла үтте: мөнәжәт, нәсихәт һәм Мәүлит Ямалитдиновтың Көрьән сүрәһенең шиғри формалағы башҡортса тәржемәһен башҡарыу.

Районыбыҙҙың данын яҡлап Әбделмәмбәттән Хәдиә Фәтҡуллина, Байназарҙан Фәнүзә Аҙанғолова, Мәһәҙейҙән Нурия Сәйәхова ҡатнаштылар. Бөрйән районы ҡатнашыусылары 3 –сө дәрәжәле диплом менән бүләкләнделәр. Хәдиә Фәтҡуллина мөнәжәтселәр бәйгеһенең ойоштороусыһы Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Сибай ҡалаһы «Ағинәйҙәр» ҡоро етәксеһе Асия Ғәйнуллинаның махсус призына лайыҡ булды.
Ҡатнашыусыларыбыҙ бәйгенән рух күтәренкелеге алып ҡайттылар. Уларға мәҙәниәт бүлеге исеменән ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ.
Район мәҙәнит һарайы методисы Г.Фәйзуллина
Читайте нас: