

Яңы Усманда йәшәүсе әсәйебеҙ Фәриҙә Ғилметдин ҡыҙы менән Гәүһәр апайыбыҙ Ҡолһарина (ут күршебеҙ, атайыбыҙҙың ике туған һеңлеһе) М. Солтанова исемендәге Ислам колледжын тамамлап, диплом алдылар.
Ошо мәҙрәсәлә ҡатын-ҡыҙҙар өсөн ойошторолған курстың тәүге сығарылыш шәкерттәре улар. Дүрт йыл элек ҡурҡып ҡына уҡый башлағайнылар, беренсе сессияның уҡ имтихандарын тик "бишле"гә тапшырыуҙарына үҙебеҙ аптырап ҡалдыҡ. Тормоштоң белем алыуҙан күпкә ауыр һынауҙарына бирешмәй, алға, яҡтыға ынтылған оло йөрәкле әсәләр бит улар.
Курстарында әсәйебеҙ менән апайыбыҙ иң өлкәндәр рәтендә булды. Төркөмдәштәре уларҙы "Бөрйән инәйҙәре" тип йөрөттө. Ошо исемгә тап төшөрмәй, тырышып уҡыны яҡындарыбыҙ (үҙҙәре әйтеүенсә, ҡайһы саҡта хатта баҡырып торған һыйырҙарының тауышын да ишетмәйенсә, компьютерға ҡапланып). Мәғариф өлкәһендәге заманса белем биреү алымдары алдында ла ҡаушап ҡалманылар.
Уларға өлкән йәштәрендә дини ғилем туплау мөмкинлеген биргән, бар яҡлап хәстәрләгән Башҡортостан мосолмандары Диниә назаратына, мөфтиәт ҡарамағындағы Ислам колледжының төплө белемле, тәжрибәле уҡытыусыларына ҙур рәхмәт! Диплом тапшырыу тантанаһын, банкетты ла улар матур итеп "Бәрәкәт" кафеһында ойошторҙо. Аллаһ риза булһын, эштәре артабан да уңышлы барһын!
Әсәйем менән апайыма, уларҙың барлыҡ курсташтарына Аллаһ Тәғәлә ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, ғаилә именлеге, балалар ҡыуанысы бирһен. Артабан да әлегеләй һоҡландырып, өлгө күрһәтеп йәшәгеҙ, алған ғилемегеҙҙең мәнфәғәттәрен күрергә яҙһын.
Аллаға шөкөр, М. Солтанова исемендәге Ислам колледжын беҙҙең ғаиләнән хәҙер өс кеше тамамланы (2018 йылда - Фидан ҡустым, 2022 йылда - Даян ҡустым, быйыл - әсәйебеҙ). Ошо рәт артабан да тулылана барһын, динебеҙ үҫешһен, Аллаһ бирһә!
Дилбәр Ишморатова.
Сығанаҡ: https://vk.com/dilbarishmuratova