Бөтә яңылыҡтар
Рухиәт
18 Апрель 2025, 18:00

Милли кейем - хазина!

Милли кейем — милли төҫ, милли сифатты сағылдырған бер билдә генә түгел, ә һәр  халыҡтың оло тарихын, көнкүрешен, тормошон, ғөрөф ғәҙәттәрен,  ижадын, мәҙәниәтен күрһәтеүсе, тарих биттәрендә борондан һаҡланып килеүсе хазина ул.

Милли кейем - хазина!
Милли кейем - хазина!

Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының Милли кейем көнөн йылына ике тапҡыр — апрелдең өсөнсө йомаһында һәм сентябрҙең икенсе йомаһында билдәләйҙәр. Байрамға 2020 йылда нигеҙ һалынды.

Иң сағыу һәм матур байрамдарҙың береһе төбәктә йәшәгән халыҡтарҙың йолаларына һәм мәҙәниәтенә иғтибар итергә мөмкинлек бирә.

Ә Башҡортостанда 160-тан ашыу милләт вәкиле йәшәй. Һәр халыҡтың үҙенең тарихи, мәҙәни үҙенсәлеге бар, һәм улар милли кейемдә сағылыш тапҡан. Уны халыҡ йолалары һәм ғөрөф-ғәҙәттәре кеүек үк һаҡларға кәрәк.

Автор:
Читайте нас