Айнур Бирғәлин ҡайтанан Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты рәйесе итеп һайланды. Уның кандидатураһы Өфөлә ойошманың съезы барған ваҡытта раҫланды, тип хәбәр итә Рәсәй мосолмандары Диниә назаратының матбуғат хеҙмәте.
«Бер тауыштан Башҡортостан Республикаһы мосолмандарының Диниә назараты мөфтөйө итеп Айнур хәҙрәт Бирғәлин һайланды. Рәсәй мосолмандарының Диниә назараты башлығы, мөфтөй Альбир хәҙрәт Крганов Айнур хәҙрәт Бирғәлинға сәллә һәм сапан тапшырҙы», – тиелә хәбәрҙә.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Айнур Бирғәлин 2019 йылдың апрелендә Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты рәйесе итеп тәғәйенләнде. 1992 йылдан был вазифаны биләгән Нурмөхәмәт Ниғмәтуллин отставкаға сыҡты. Республикала 1300 мосолман мәхәлләһенең 737-һе Башҡортостан мосолмандарының Диниә назаратына ҡарай.