Бәндә маңлайына яҙылғанын күрә инде, тиҙәр... Үткән тормошома байҡау яһайым да хайран ҡалам, был ысынлап та мин булдыммы икән, тигәндәй уйҙар ҙа тыуып ҡуя башымда...
Мин иң аҙаҡ почтала эшләнем, шунан пенсияға сыҡтым. Почта эшенең эш хаҡы түбән булһа ла яратып эшләнем. Бигерәк тә үҙемде яратып, килен, тип, ҡыҙым тип торған ололарымды яраттым.
Бына шул почтала йөрөгән саҡта "енәйәт" тә ҡылып ҡуйҙым. Енәйәт булғанмылыр, түгелмелер, һеҙҙең хөкөм инде, дуҫтар. Миңә ҡалһа, "срок давности" күптән үткән - яҙайым әле.
Балаларҙың атаһы иҫән ине әле ул мәлдә. Почтаны, күпселектә, ул Һарғая почта бүлексәһенән барып ала, мин бүләм, икәүләп таратабыҙ. Хатта уға исем дә тағып ҡуйҙылар, урамда уға - Гәзит апа килә, һаумы, Гәзит апа, - тейеүсе балалар ҙа булды.
Бер көн килгән почтаны теүәлләп ултырһам, хаттар араһынан ҡалын-ҡалын 4 хат килеп сыҡты, Бөрйәндән һалынған, әммә кире адресында Ҡолғана ауылы күрһәтелгән.
- Был ниндәй хаттар ул? - тип һораным балаларҙың атаһынан, хаттарҙы күрһәтеп.
– Ә-ә, Зәйнәб(почта начальнигы)– түләмәй һалғандар, бандероль кеүек ныҡ ҡалын, шуның өсөн эйәләрен табып, түләтеп, кире ебәрһен, тине, – тип яуапланы ул.
– Нисек була инде, унда кеше исеме юҡ, үҙебеҙҙең ауыл ғына күрһәтелгән.
– Булмаһа ни, иртәгә кире алып барырмын да Зәйнәб үҙе хәл итер, – тип яуапланы ла Ғәзиз мәрхүм урамға сығып китте.
Ул сығып киткәс, мин 4 хатты ла алдыма һалып алып тикшерергә керештем. Кемдеке икәне ысынлап бер ҡайҙа ла яҙылмаған. Тик һуңғы хатты ҡарап ултырһам, ниндәйҙер хәрефтәре конверт аша күҙгә салынды. Хат миндә ныҡ ҡыҙыҡһыныу уятты. Мин электр лампаһы аҫтына ултырғыс ҡуйҙым да шунда баҫып, сағыу лампа яҡтыһында хаттағы хәрефтәрҙе тикшерә башланым, ныҡыша торғас, 3-4 һөйләмдән өҙөк-мөҙөк уҡыным бит! Һәм... сәстәрем үрә торҙо, күҙ маңлайға менде - был һис шикһеҙ ялыу(жалоба) хаты ине.
Ҡайҙа ебәрелгәнлектәрен ҡабат ҡарап сыҡтым. Береһе "Башҡортостан" гәзитенә, икенсеһе - Байдәүләтовҡа, 3-сө, 4-сеһе лә шундай ҙур урындарға тәғәйенләнгән был хаттар минең хәлемде алды, ирекһеҙҙән:
– Кемдең башын ашарға йыйындылар икән, – тигән һорау мейене бырауланы.
Мин, Ғәзиз мәрхүм бер сәғәттәй йөрөп, әйләнеп ҡайтҡанда ла шок эсендә ултыра инем әле.
Ул минең ҡулдағы хаттарҙы күреп:
– Һаман тикшереп бөтмәнеңме? Кире бир ҙә ебәр, башыңды ауырытып, юҡҡа ҡаңғырып ултырғаныңса, – тине.
– Юҡ, Ғәзиз, был хатты кире ебәреп булмай, берәйһе түләп үткәреп ебәрһә, күңел тыныс булмаҫ, ә кемгәлер бик ауыр булыр, сөнки бында кеше өҫтөнән яҙғандар.
– Ҡайҙан беләң? Әллә астыңмы берәйһен?
– Юҡ, лампа яҡтыһына ҡуйып ҡараным...
– Сыщик, – тине ул мыҫҡыллы көлөмһөрәп.
Мин өндәшмәнем.
– Туҡта, берәүһен асып ҡарағандан ни була әле, уҡыйыҡ та ҡалған өсөһөн ебәрербеҙ, – тип Ғәзиз хатты асырға булып китте, миңә ышанмаһа ла ҡыҙыҡһыныуы еңде.
Ул, хатты асты ла уҡып сыҡты, төҫтәре боҙолоп китте(уның да, минең дә өҫтән күп яҙалар ине), хатты миңә һуҙҙы.
Беҙ нишләргә лә белмәнек. Ебәрмәҫкә булдыҡ.
– Иртәгә почтаға барып киләйек әле, Зәйнәб хаттарҙы һорамаһа, ебәрмәйбеҙ, тип кәңәшләштек тә ул гәзит, мин пенсия таратырға сығып киттек.
Иртәгәһен Ғәзиз үҙе почтаға китте, миңә асылған хатты сельсоветҡа алып барып күрһәтергә ҡушты. Ул саҡта сельсовет председателе булып Мөлөкова Зилара эшләй ине. Мин хатты уға алып барып тапшырҙым. Өсөнсө көнө Ғәзиз ҡалған 3 хатты районға алып барып тапшырҙы.
Ҡолғана ауылы халҡы исеменән район етәкселеге өҫтөнән яҙылған ҙур, бысраҡ ялыу ине ул.
Тик Ҡолғана кешеләрен үҙем ныҡ яратҡанға, ихтирам иткәнгә ул хаттарҙы уларҙың яҙмауына ышана инем.
Халыҡ исеменән яҙғас, яуаплылыҡтан ҡурҡҡан берәй һөйкөмһөҙө булғандыр инде.
Кем нимә әйтер икән, тип ҡурҡып йөрөлдө байтаҡ. Тик минең был "енәйәтем"де белеүсе булманы, шикелле.
Кемдәрҙер, бәлки, ни өсөн беҙҙең ялыуҙы тикшермәнеләр икән, тип тә уйлағандарҙыр, тик хатты район үҙәгенән һалғастары Ҡолғанаға кире ҡайтҡандыр ҙа барыр юлы яҙлыҡҡандыр, тип берәү ҙә уйламағандыр...
Зәйтүнә Айытбаева, Ҡолғана ауылы.