“Байлыҡ – ул мин өйрәнеп киткән тормош факты ғына. Мин ауырып постелдә ятҡанда үҙемдең тормош юлымды хәтерҙә генә яңынан барлап сыҡтым һәм шундай фекергә килдем – танылыу (дан алыу) һәм байлыҡ үлем йөҙө алдында бөтөнләй мәғәнәһеҙ төшөнсәләр.
Башҡаларҙы ихтирам итегеҙ һәм үҙегеҙҙең теләктәрегеҙҙе үтәгеҙ. Ни тиклем олораҡ була барабыҙ, шул тиклем аҡыллыраҡ та була барабыҙ. Һәм шуны аңлайбыҙ – ваҡыт 30 һумлыҡ сәғәт өсөн дә, 300 долларлыҡ сәғәт өсөн дә бер үк үтә. Беҙ 30 һумлыҡ аҡса янсығы йәки 300 долларлыҡ аҡса янсығы йөрөтә алабыҙ. Ә бит уларҙа шул уҡ, бер иш сумма ятасаҡ.
150 000 долларлыҡ автомобиль өсөн дә, 30 000 долларлыҡ машина өсөн дә юл һәм алыҫлыҡ бер иш. Һәм беҙ барыбер бер үк маҡсатҡа ирешәбеҙ.
Майҙаны 300 квадрат тәшкил иткән йортта ла, 3000 квадрат метр булғанында ла яңғыҙлыҡ бер төрлө. Ысын бәхет эстән килә, матди әйберҙәрҙән түгел.
Һеҙ самолеттың беренсе класлы йәки эконом класлы өлөшөндә осһағыҙ ҙа, әгәр ул ҡолаһа, һеҙ ҙә башҡа пассажирҙар менән бергә ҡолайһығыҙ. Шуға күрә шатлыҡты ла, ҡайғыны ла бергә уртаҡлашырлыҡ ысын дуҫтарығыҙ булһын.
Балаларығыҙҙы бай итеп тәрбиәләргә тырышмағыҙ, уларҙы бәхетле итеп тәрбиәләгеҙ. Үҫкәс улар әйберҙәрҙең ҡиммәтен аңларҙар, ә хаҡын түгел.
Ризыҡты дарыу һымаҡ итеп ашағыҙ, юғиһә дарыуҙы ризыҡ һымаҡ ҡабул итергә тура килеүе ихтимал.
Һеҙҙе ысын күңелдән яратыусылар, хатта һеҙҙән баш тартырға сәбәп булғанда ла, бер ваҡытта ла һеҙҙе ташлап китмәйәсәк. Улар һеҙҙең менән ҡалыр өсөн бер сәбәп табасаҡ.
Кеше булыу менән кешелекле булыу араһында ҙур айырма бар.
Әгәр тиҙ атларға теләһәгеҙ, яңғыҙ атлағыҙ, тик әгәр алыҫ китергә теләһәгеҙ, кешеләр менән бергә атлағыҙ”.
“Большая книга знаний” төркөмөнән алынып, тәржемә менән бирелде.