Бөтә яңылыҡтар
Рухиәт
24 Май , 09:15

Биргән ҡулда – бәрәкәт...

Бер фәҡир Алланан: - Ни өсөн мин шул тиклем ярлы? - тип һорай. - Һин бирергә өйрәнмәнең, - тип яуаплай Алла. Бисара төшөнкөлөккә бирелеп: - Минең бирерлек бер нәмәм дә юҡ бит һуң? - ти.

Биргән ҡулда – бәрәкәт...
Биргән ҡулда – бәрәкәт...

- Бар. Һинең кешеләргә өләшерлек бер нисә нәмәң бар: ихлас йылмайып ҡарарға алсаҡ йөҙөң; ауыҙың: һин кәрәк ваҡытта кешеләргә һүҙ ярҙамы бирә, маҡтай йәки тынысландыра алаһың; һәр кемгә асыҡ йөрәгең, күңел йылың; игелек менән ҡараған күҙҙәрең; башҡаларға файҙа килтерә алған кәүҙәң...

Ысынбарлыҡта беҙ ярлы түгел бит! Рух ярлылығы - ысын фәҡирлек.

Сығанаҡ: 
Иман нуры төркөмө.

Автор:
Читайте нас: