-Хәл ителмәҫ проблема юҡ, ӘлхәмдүлиЛләһ. Оҙон һүҙгә төшмәй генә, кемгәлер ҡыйынлыҡ тыуҙырған мәсьәләләр сәғәт эсендә хәл ителә.
Ауылға файҙалы эштәрҙе, беҙҙең идеяны хуплап торған эшҡыуар егеттәребеҙ булғандан шулай.
Ураҙаның һуңғы йомаһында мосолман егеттәр өс КамАЗ ташҡа аҡса йыйып, мәсет алдындағы юлды рәтләне. Был эште ойоштороусы Илнур ҡусты Шәмиғоловҡа, үҙ тракторы менән ярҙам иткән Марсель ҡусты Шәриповҡа рәхмәт.
Ғәмәл - ниәткә ҡарап баһалана. Джәрийә-саҙаҡаға өмөт итеп эшләүселәргә Алланың рәхмәте төшһөн. Ошо юлдан үтеүселәр, мәсеткә туҡтатыусы мосафирҙарға оҙаҡ йылдар хеҙмәт итһен, Ин шәә Аллаһ, - тип хәбәр итәләр Ҡыпсаҡ. Әбделмәмбәт төркөмөндә.
Ғәмәл ниәткә ҡарап баһалана.
Аллаһы Тәғәлә ризалығынан һәм рәхмәтенән айырмаһын изге күңелле, иманлы ир-егеттәрҙе.