Бөтә яңылыҡтар
Рухиәт
30 Октябрь 2023, 14:45

“Мин – ҡатын-ҡыҙ” тигән матур сара

Баҙал биҫтәһе мәҙрәсәһендә Бөрйән районы йәш мөслимәләре иттифағы "Тәсниим" төркөмө районыбыҙҙың төрлө ауылдарынан йыйылған ҡатын-ҡыҙҙар өсөн "Мин - ҡатын-ҡыҙ" исемле йәнле аралашыу сараһы үткәрҙе. Сара иттифаҡ рәйесе Вәзимә Баязит ҡыҙының "Ҡөрьән" сүрәһе уҡыуҙан башланды.

“Мин – ҡатын-ҡыҙ” тигән матур сара
“Мин – ҡатын-ҡыҙ” тигән матур сара

 Ләйсән Шәрифйән ҡыҙы менән Саимә Ғәйнулла ҡыҙы кисәне бик күңелле итеп алып барҙылар. Ҡунаҡҡа күп йәш спикерҙар саҡырылғайны. Беренсе булып һүҙҙе Миләүшә Йәмил ҡыҙы алды һәм
" Ресурслы әсәй" темаһын бәйән итеп практик-дәрес үткәрҙе. "Мин сәләмәт тормош яҡлы " темаһына Гәлиә Хәбир ҡыҙы сығыш яһаны. Ул һаулыҡ, дөрөҫ туҡланыу тураһында һөйләне һәм уҙе бешереп алып килгән ПП торт менән һыйланы. Артабан Альбина Олег ҡыҙы тайм - менеджмент - ваҡытыңды дөрөҫ бүлеү, ғаиләңә, эшеңә ваҡыт табыу тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Гөлдәр Рәис ҡыҙы нейрографика менән таныштырҙы.Баштағы уйҙар,мейе менән эшләү, нейрон бәйләнештәр булдырыу, үҙ тормошоңа дөрөҫ йүнәлеш биреү тураһында бик күп яңы мәғлүмәт еткеҙе. Сараға махсус ҡунаҡ - Лилиә Муса ҡыҙы саҡырылғайны. Ул Бөрйән районында иттифаҡ ойоштороусы , дини дәрестәр биреүсе, әлеге ваҡытта Ишембай мослимәләрен туплаусы, ҡайҙа йөрөһәлә дин таратыусы. Лилиә Муса ҡыҙы илһамлы булыу, яратҡан эшең менән булышыу, яратҡан эш менән булышырға һәм үҙеңде яратыу серҙәренә өйрәтте. Фәһемле осрашыу тәмле сәй табыны артында дауам итте.


Байназаровская сельская модельная библиотека төркөмөнән.

“Мин – ҡатын-ҡыҙ” тигән матур сара
“Мин – ҡатын-ҡыҙ” тигән матур сара
“Мин – ҡатын-ҡыҙ” тигән матур сара
“Мин – ҡатын-ҡыҙ” тигән матур сара
Автор:
Читайте нас: