Рухиәт
23 Октября 2023, 03:55

"Аҡыллы" тигән дөйөм төшөнсәне, нигеҙҙә, ете шарт билдәләй

-Аҡыллы кеше үҙ аҡылын үҙе тоторға тырыша. -Аҡыллы кеше һәр ваҡыт алтын урталыҡ таба белә һәм дөрөҫ һығымта яһай.

"Аҡыллы" тигән дөйөм төшөнсәне, нигеҙҙә, ете шарт билдәләй"Аҡыллы" тигән дөйөм төшөнсәне, нигеҙҙә, ете шарт билдәләй
"Аҡыллы" тигән дөйөм төшөнсәне, нигеҙҙә, ете шарт билдәләй

-Аҡыллы кеше эске рухи азатлығын юғалтмай.
-Аҡыллы кеше хатаны үҙенән эҙләй, үҙен төҙәтеүҙән башлай һәм бер эшләгән хатаһын ҡабатламаҫҡа тырыша. Әммә үҙ хатаһы менән даими рәүештә үҙен сыбыртҡыламай: кеше хатаһынан да, үҙ хатаһынан да фәһем ала.
-Аҡыллы кеше үҙен кеше урынына ҡуйып фекер йөрөтә белә.
-Аҡыллы кеше маҡсат менән йәшәй.
-Аҡыллы кеше үҙтәрбиә менән шөғөлләнә, төшөнкөлөккә бирелмәй, кешегә һылтанмай, яҙмышҡа зарланмай.

Мәрйәм Бураҡаева
"Арғымаҡ" китабынан.

Автор:Т. Баһауетдинова ҡуйҙы.
Читайте нас