Бөтә яңылыҡтар
Рухиәт
14 Август 2023, 09:25

Бөрйән егеттәре бит улар!

Ҡаты аурыу кисергәс, Иршат янына йыш ҡына барыштырып йөрөнөм дә, шәбәйә башлағас, ваҡыт тапмамыш булып, күптән барғаным юҡ ине. Өфөнән Рәсүл  (Сәғитов) килеп төшкәс, Иршатҡа шылтыратып, тиҙ генә Аҫҡар ауылына юл тоттоҡ.

Бөрйән егеттәре бит улар!
Бөрйән егеттәре бит улар!

Нафиға апайы шул арала аш һалып ҡуйған ине. Матур итеп, һөйләшеп ултырып, ҡунаҡ булып, Рәсүлдең гармунына ҡушылып, Иршатты йырлатып, бейетеп, ҡайтып киттек.
Ауыр саҡта иң ҙур таяныс булған апайы һәм еҙнәһенә һәм әлбиттә Иршатҡа хоҙай һаулыҡ бирһен.

Иршат Теләүәмбәтов - Башҡортостан яҙыусылар союзы ағзаһы. "Ленинсы" гәзитендә эш башлай. "Башҡортостан" гәзитенең редактор урынбаҫары, "Шоңҡар" журналының баш мөхәррире булып эшләй.
Бер нисә повест һәм хикәйәләр йыйынтығы булған китаптар авторы.

Фәрзәт Ҡаһарманов.

*


Ҡапыл Фәрҙәт шылтыратты:
- Өйөңдә бул! Хәҙер барып етәбеҙ. Рәсүл класташ Бөрйәнгә отпускаға ҡайтты бит!
Фәрҙәт Ҡаһарманов менән беҙ күптән инде дуҫтарбыҙ. Йәш саҡта комсомолда эшләгәндә сайырсыларҙың хеҙмәтен ҡарау өсөн Яуымбайҙан Әбделмәмбәт аша Кордонға тиклем тәпәйләргә тура килгәйне. Ана шунда үҙ эшен белгән, ихлас Фәрҙәт менән танышыу ғына түгел, дуҫтарға ла әйләнеп киттек. Әле Бөрйәнгә ҡайтҡас та хәлде белергә бер нисә мәртәбә килеп китте инде.
Рәсүл Сәғитов - прозаик, журналист. Бер нисә китап авторы. Әле "Юлдаш" радиоһында актуаль темаларға матур әңгәмәләр ойоштора. Студияға саҡырылған ҡунаҡтарға ҡайһылай шәп һорауҙар бирә, ниндәйҙер мәсьәләнең төбөнә тиклем төшөнмәйенсә туҡтамай тип йылмайып та, һоҡланып та ҡуям.
Әбделмәмбәттән Аҫҡар ауылына тиклем дәрт итһәң әллә ни ара түгел. Күп тә тормай рулдән Фәрҙәт, гармунында уйнай-уйнай Рәсүл килеп төштө. Шунан кемдәндер көтөп ятмайынса дуҫтар менән үҙебеҙгә бәләкәй генә байрам ойошторҙоҡ. Йәш саҡтан уҡ һаман да һағындырған "Оноттоң буғай", "Аҡ сәскәләр кеүек ҡар яуа", "Иҫеңдәме?" - бөтә йырҙар ҙа иҫкә төштө. Ә минең бейергә аяҡтар тыпырлағас, бер нисә мәртәбә өйрөлмәйенсә булманы!
Бер нисә сәғәт ваҡыт! .. Күңел өсөн күп тә кәрәкмәй шул. Ижадҡа - илһам, йәшәүгә дәрт-дарман биреп рух көсөн арттырҙы бит ул! Ана шуны мөһим, ана шуныһы ҙур байлыҡ!

Иршат Теләүембәтов.

Бөрйән егеттәре бит улар!
Бөрйән егеттәре бит улар!
Бөрйән егеттәре бит улар!
Автор:Т. Баһауетдинова әҙерләне.
Читайте нас: