-Туғанлыҡ бәйләнешен нығытыу-сауаплы ғәмәл. Күптән түгел беҙ ҙә Ғәбиҙулла вариҫтарының шәжәрә байрамын гөрләтеп үткәреп ебәрҙек. Ошондай байрам үткәреү, туғандар менән осрашыу теләге һәр беребеҙҙең уйында булғандыр... Апрель урталарында Альфия Габидуллина еңгәйем шалтырата, Файруза Мухаметова менән күрештек, осрашыу үткәреп алайыҡ, тип һөйләшеп алдыҡ әле, давай һин ватсапта группа төҙө, тей. 1-2 көн уйланып йөрөгәндән һуң, байрамдың килеп сығырына әллә ней ышанмаһам да, чат асып ебәрҙем. Тиҙ арала 200- ләп кеше йыйылды. Ауылдағы туғандар, оҙаҡҡа һуҙмай, Зөһрә апайымдың өйөндә йыйылып, аяттар уҡып, ифтар ашы ашап, һөйләшеп, кәңәшләшеп, пландар ҡороп, ойоштороу комитеты төҙөп, эшкә ныҡлап тотондолар. Һәр эшләгән эштәрен ҡырҙағыларға фото, видео аша күрһәтеп барҙылар. Ә беҙ, ҡырҙа йәшәгәндәр, тәҡдимдәр, теләктәр, кәңәштәр менән ярҙам итеп торҙоҡ. Тиҙ генә етәрлек аҡса ла йыйылды, ҡорбандар салынды, кәрәкле аҙыҡ- түлек, бүләктәр алынды һәм тәүҙә һөйләшкән ваҡытта байрамыбыҙ гөрләп үтеп тә китте..
Һәр бер ваҡ мәсьәләләргә тиклем бик ентекле уйлап, теүәл, матур итеп ойошторған Сәлих, Ғәлийән, Рәхим, Илһам ҡустыларыма, Зәбирә, Заһиҙә һеңлеләремә, Раушания киленемә Аллаһы Тәғәләнең рәхмәттәре төшһөн.
Һәр бер эште күтәрмәләп, ярҙам итеп йөрөүсе Яҡуп, Ғайса ағайҙарыма, Зөһрә апайыма, Гәүһәр, Гөлсирә еңгәйҙәремә, Әлфирә киленгә изге эштәренең сауаптары насип булһын.
Байрам була торған урынды таҙалап, сәхнә, өҫтәл, скамейкалар эшләгән, ярыштар үткәреү урынын әҙерләгән, таҡта менән, үҙ техникалары менән ярҙам итеүсе барса ағай- энегә рәхмәт.
Архив документтарына таянып, шәжәрә төҙөүсе Миңзәлә апайға, Алтынай менән Байрасҡа рәхмәт..
Байрам сараһын ҡөрьән уҡып башлап ебәреүсе, дини йолаларҙы еренә еткереп үтәүсе имамдар Кәрим менән Сәлихҡа сикһеҙ рәхмәттәребеҙ.
Матур итеп сценарий төҙөп, туғандарҙы теүәлләп, барлаған ( иң оло, иң бәләкәй Ғәбиҙуллин, юбиляр ғаиләләр, Ғәбиҙуллин фамилияһын йөрөтөүсе ир- аттар, 17.06 тыуған көнөн билдәләүселәр, һ. б), сараның башынан аҙағынаса дәртле йырҙары, йор һүҙҙәре менән халыҡтың күңелен күтәреүсе Вәлимәгә, Маһираға эштәрендә уңыштар теләйбеҙ. Оҫта итеп алып барыусы дәртле йәштәребеҙ, йырсыларыбыҙ, бейеүселәребеҙ сараны тағы ла йәмләнеләр.
Батут килтереп ҡороп, бәләкәс балаларҙың көнө буйы күңелен күргән Юлай улыбыҙға, 13 йәшкә тиклемге бөтә балаларға ла бүләктәр биреп ҡыуандырыусыларға, бында үҙ өлөшөн индереүсе Зөлфиә апайыма изгелектәре меңләтә әйләнеп ҡайтһын. Һәр ғаиләгә шәжәрә, иҫтәлекле бүләк эшләп биреүсе Тамъян менән Фирүзәгә рәхмәтлебеҙ.
Матур- матур идеялары менән туғандарҙы дәртләндереп, күңелдәрҙе күтәреп тороусы Алмира һеңлебеҙгә алдағы көндәрҙә лә дәрт- дарманының ташып тороуын теләйем.
Тәмле аштары менән һыйлаған ашнаҡсыларыбыҙға ысын күңелдән рәхмәт.
Киске дискотекаға сығып, тере тауышҡа бейеп, осрашыуҙан көс- дәрт, әллә күпмегә етерлек йылы тәьҫораттар алдылар йәштәребеҙ. Кейәүебеҙ , республика мосолмандарының диниә назараты мөфтөйө Айнур Биргалиндың осрашыуға килеүе байрамға ҙур мәртәбә өҫтәне.
Тәбиғәт тә матур һауа торошо менән бүләкләне.
Уйланған уйыбыҙҙы, алдыбыҙға алған бурысты берҙәмлек, ихласлыҡ менән матур итеп тормошҡа ашырҙыҡ. Гел шулай берҙәм булайыҡ, шатлыҡ- ҡыуаныстарҙа осрашып торорға яҙһын, Алла бирһә, - тип яҙа Фәйрүзә Йәнсурина.