Йәшерен-батырын түгел – бөгөн “Таң”гәзитенә киләһе йылға яҙҙырыу ҙур ауырлыҡ менән бара – мин бынан 21 йыл элек эшкә килгәндә 3 мең тираж менән сыҡҡан һәм таратылған “ Таң”ыбыҙға әлеге көндә 615 кеше генә яҙылған.
Район халҡы кәмегән, ҡайҙалыр киткән, тиер берәү. Юҡ шул, һуңғы халыҡ иҫәбен алыу районда халыҡ һанынын артҡанын күрһәтте.
Тормош-йәшәйеш ауыр, тиер бәғзе. 32-33 йыл әүәл Ҡолғанала уҡытҡанда һәм һайлау комиссияһында эшләгәндә ауылда тик рация бәйләнеше генә ине, хатта стационар телефон да юҡ ине. Бөгөн килеп һәр баланың ҡулында айфон, смартфон, текә телефон һәм ҡолғаналар менән рәхәтләнеп ватсап аша видеобәйләнеш менән һөйләшәбеҙ.
Халыҡ кәмемәгән, йәшәйеш яҡшы яҡҡа үҙгәргән, бәй , шулай булғас, сәбәп нимәлә һуң?
Рух шишмәбеҙ һайығыуҙа, рухи ҡиммәттәрҙән бикәр матди байлыҡҡа өҫтөнлөк биреп, уғата ныҡ донъяға бирелеп китеүебеҙҙә түгелме?
Бөгөн почта аша “Таң” ға яҙылыу ярты йылға (ташламалы хаҡҡа) 912, 96 һум, 1 айға – 152, 16 һум. Редакция аша килеп алыу юлы менән – 630 һум (ярты йылға), илтеп биреү юлы менән – 660 һум.
Был декада 5-15 июнгәсә дауам итәсәк. Ташламаһыҙ хаҡҡа ярты йылға почта аша яҙылыу мең һумдан артығыраҡ.
Һандар теле ошоно һөйләй. Магазинға, дарыуханаға көн дә тиерлек йөрөйбөҙ. Ундағы хаҡтар төшәме һуң? Һуңғы йылдарҙа нимәгәлер хаҡтар төшкәне күҙәтелмәй. Бер кило кәнфит-шоколадтың йәиһә Аллаһ тыйған харамдың – араҡының ғына хаҡтарын ҡарағыҙ! Бөтә нәмә ҡиммәтләнгән-үҫкәндә, рухиәтебеҙгә баһабыҙ, телебеҙгә иғтибарыбыҙ, ихтирамыбыҙ ғына кәмей.
Балалар баҡсаһына йөрөгән балабыҙ русса сатнатып һөйләшә, тип ҡупаябыҙ, йәше тулған бала ла телефондан үҙе йәнһүрәт табып ҡарай, тип ҡыуанабыҙ ҙа ул, балам башҡортса гәзит, китап уҡый, тигәне юҡ. Рухыбыҙға, милләтебеҙ яҙмышына, туған телебеҙ һағында йылдар дауамында уяу торған “Таң” ыбыҙ яҙмышына битараф булһаҡ, тиҙҙән һеҙгә үпкә ҡатыш оран ташлап ултырған әҙиптәр ҙә, яҙыусылар ҙа, башҡортса яҙған журналистар ҙа булмаҫ, тимә.
Һүҙ аҙағында бер ҡиссаны килтермәксемен: Вавилон батшаһы Нәмрүд Ибраһим ғәләйһис –сәләм осоронда идара иткән. Шул хәтлем яуыз, ҡара эсле булған ул – власы саманан ашҡас, үҙен хатта Алла тип (тәүбә, әстәғфируллаһ) иғлан иткән.Аллаһы Тәғәләнең хаҡты еткереүсе пәйғәмбәренә ысын мәғәнәһендә яу асып, Ибраһим ғәләйһис-сәләмде үлтермәк булып, тәрән итеп соҡор ҡаҙҙыртып, шунда пәйғәмбәрҙе төшөрөп, соҡорға әрҙәнә-әрҙәнә утын өйҙөрөп, ут тоҡандыртҡан.
Шул ваҡытта халыҡ сараһыҙҙан аптырап ҡалған, Нәмрүдтән ҡурҡып, берәү пәйғәмбәргә ярҙамға килмәгән.
Тик бер кескенә ҡырмыҫҡа, бер тамсы һыуҙы күтәреп, үҙ пәйғәмбәрен ҡотҡарам тип юлға сыҡҡан.
“Бәй, һин ошо сама уттан бер тамсы һыуың менән пәйғәмбәрҙе нисек ҡотҡармаҡ итәһең?-тип аптырашҡан көллөһө.
Аҡыллыға – ишара был тарих. Беҙҙең ғәмһеҙлек, битарафлыҡ,моңһоҙлоҡ арҡаһында телебеҙ гәүһәрҙәрен бар хәленсә һаҡларға тырышҡан, районыбыҙ тормошон тиҫтә йылдар сағылдырып, уның йылъяҙмаһына әүерелгән, башҡорт рухын, милләтебеҙ ҡотон үҙенсә һаҡларға тырышҡан гәзитебеҙҙе бөтөрөүгә алып барып еткерһәк, киләсәк быуындар ҙа ғәфү итмәҫ, ата-бабаларыбыҙҙың рухы ла был эшебеҙгә шат булмаҫ.
Гәзиткә яҙылайыҡ: 1000, 660 һум аҡсабыҙҙы йәлләмәйек. Ошо ҡиссалағы ҡырмыҫҡалай ҙа була алмайбыҙмы ни, йәмәғәт?
А.Ғарифуллина