Элек Нөгөш йылғаһы буйында, иҫ киткес мөғжизәле тәбиғәт ҡосағында, Кәшәле тигән бик матур ауыл бар ине. Был ауылға Мәләүез яҡтарынан килгән кешеләр нигеҙ һалған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Кәшәле перспективаһыҙ ауылдар исемлегенә индерелеп юҡҡа сыҡты, картала исеме генә ҡалды. Халҡының күбеһе Мәләүез районына, бер ни тиклем өлөшө Ғәлиәкбәр, Мәҡсүт, Үрге Нөгөш ауылдарына күсеп бөттө. Тыуған еренә тоғролоҡ һаҡлап, Күсәпов Рәшит ағай ғына бер үҙе оҙаҡ йылдар ауылында йәшәне.
Бына шул ауыл кешеһе Аллабирҙин Хәмзә Әскәр улына тормошҡа сыҡҡан да инде Нәсихә өләсәй. Уларҙың Әбдерәхим тигән улы, Хәкимә, Аҫылбикә, Кәримә, Нәғимә исемле ҡыҙҙары тыуалар. Нәсихә өләсәйем, ҙур кәүҙәле, бик уҡымышлы, изгелекле, ярҙамсыл, халыҡ йырҙарын яратып башҡарған кеше булып, ейән – ейәнсәрҙәре( әсәйемдең, Фатима инәйҙең, Мөхәммәтғәли, Миңлеғол, Шәкирйән бабайҙарҙың) хәтерҙәрендә уйылып ҡалған. Ауылда ололары ла, кеселәре лә уны хөрмәт иткәндәр. Берәй сетерекле хәл – ваҡиға килеп тыуһа, хатта ҡарттар ҙа:” Тәүҙә Нәсихә килен менән кәңәшләшәйек әле,”- тип әйтер булғандар. Уның әкиәттәрҙе оҫта итеп һөйләүен әсәйем әле булһа ла һағынып иҫкә ала. Ейән – ейәнсәрҙәренә “Таһир менән Зөһрә”не, “Йософ менән Зөләйхә”не, “Алдар менән Зөһрә”не, “Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу”ҙы, “Зыятүләк менән Һыуһылыу”ҙы һ.б. халыҡ ижады өлгөләрен һөйләгән. Нәсихә өләсәй әкиәт һөйләгәндә ҡыҙғаныс урындарында ейән – ейәнсәрҙәре илап ултырғандар. Әсәйемдең Нәсихә өләсәй тураһында хәтирәләрен тыңлап ултырһаң, уның шундай көслө рухлы кеше, ниндәйҙер әйтеп аңлата алмаҫлыҡ көслө, тылсымлы һәләткә эйә булыуына иҫең китер. Шуларҙың бер нисәһе тураһында яҙып китмәксемен.
Өләсәй дарыу үләндәрен, уларҙың ауырыу кешеләргә тәьҫир көсөн яҡшы белгән. Йыш ҡына:” Андыҙ барҙа ат үлмәҫ, ирәмән барҙа ир үлмәҫ,”- тип әйтә торған булған. Уның өйөнән бер ваҡытта ла артышһәм башҡа дарыу үләндәре өҙөлмәгән. Кешеләрҙе ауырыуҙан дауалағанда үҙенең “Тип” тип атап йөрөткән китабын ҡулланған. Ул ниндәйерәк китап булғандыр, белмәйем. Күп кешеләрҙән һораштырып ҡараным, ләкин аныҡ ҡына яуап ала алманым. Эх, бер тотоп ҡараға ине шул китапты, нимәләр яҙылды икән. Минең өсөн асылмаған бер сер булып ҡалды ул китап.
Элек Кәшәлә ауылында урыҫ ғаиләләре лә йәшәгән. Улар күпләп мәк сәскәһе үҫтергәндәр. Кешеләр ул ваҡытта мәктең наркотик икәнен белмәгәндәрҙер, матурлыҡ өсөн үҫтергәндәрҙер, орлоҡтарын тәмләткес итеп файҙаланғандарҙыр. Ләкин өләсәй ейән – ейәнсәрҙәрен:” Мәк сәскәһенә оҙаҡ ҡарамағыҙ. Кем мәк сәскәһенә оҙаҡ ҡарай, бер ваҡытта ла ожмахҡа керә алмай,”- тип иҫкәртә торған булған. Тимәк, ул мәктең кеше организмына нисек тәьҫир иткәнен белгән бит. “Урманда яңғыҙ йөрөгәндә йүкә ағасынан таяҡ тотоп йөрөгөҙ, ул һеҙгә төрлө бәлә - ҡазаларҙан ҡотолорға ярҙам итер,” - тигән. Нәсихә өләсәйҙең быуындан – быуынға, ҡулдан – ҡулға күсеп килгән, ата – бабаларыбыҙ хаждан килтергән тип, күҙ ҡараһылай ғына һаҡлап тотҡан, көрән төҫлө тауыҡ йомортҡаһындай ғына ташы булған. Ул шул ташы менән кешеләрҙе арпанан, ыйыҡтан (эйәк аҫты, урт тишелеү), һумдан( яман шеш ауырыуҙарынан) имләп, өшкөрөп дауалаған, үләнле, баллы сәйҙәрен эсергән. Таш быуындан-быуынға тапшырылып, беҙҙең көндәргә тиклем килеп еткән.(Тележурналист Луиза Фархшатова “Башҡа таштар” тигән фильм төшөргәйне ).
– Нисек итеп имләй торғайны?- тип ҡыҙыҡһынып һораным әсәйемдән.
– Шеш ауырыуҙарын өләсәйем ай бөтөп килгәндә дауалай торғайны, - тип һөйләп алып китте әсәйем. – Тәүҙә доға уҡый. Шунан унға тиклем һанай: бер, ике,өс, дүрт, биш, алты, ете, һигеҙ, туғыҙ, ун. Ундан һуң кирегә һанай: ун – унлығың менән ҡайт, туғыҙ – туғыҙлығың менән ҡайт, һигеҙ – һигеҙлегең менән ҡайт, ете – етелегең менән ҡайт, алты – алтылығың менән ҡайт, биш – бишлегең менән ҡайт, дүрт – дүртлегең менән ҡайт, өс - өслөгөң менән ҡайт, ике – икелегең менән ҡайт, бер – берлегең менән ҡайт. Бур тоттом, йөҙөнә ҡара яҡтым. Ай ҙа ҡайтты, көн дә ҡайтты, һин дә ҡайт. Шул рәүешле һанаған һайын берәр һанға кәметеп, бергә тиклем килеп етә торғайны.
Ғәжәп бит: кешеләр ауырыуҙарҙы ай бөтөп барғанда имләп, өшкөрөп дауаларға тырышҡандар. Һандарҙы ла кәмеү тәртибендә һанағандар. Тәбиғәттә бөтә нәмә лә бер-береһенә бәйләнгән шул. Ә бына ауырыу кеше, йыһан, бөтөп барған ай, кирегә һаналған һандар араһында ниндәй уртаҡ бәйләнештәр бар икән? Бәлки, киләсәктә кемдер берәү асыҡлар, иҫбат итер.
Бер ваҡыт, Нөгөш буйында уйнап йөрөгәндә, Ишбикә исемле ҡыҙҙы йылан саға. Ул шул тиклем ныҡ шешенә, хатта теле ауыҙына һыймай башлай. Нәсихә өләсәй ҡарап тора ла:
-Ах, был бала үлә бит, - ти. – Йыланың ниндәй төҫтә ине? – тип һорай. Боронғоларҙың юрауы буйынса йылан үлмәһә, йыландан сағылған кеше үлергә тейеш була. Өләсәй йыланды арбап саҡырып килтерә. Йылан аласыҡ башына үрмәләп менә лә, шунда, урындыҡта, ултырған балаларҙың күҙ алдында юғарынан төшөп, эсе ярылып үлә. Ишбикә инәй мәрхүмә инде, оҙаҡ йылдар Ғәлиәкбәр ауылында йәшәне.
Хәйерниса инәй һыу эсеп торғанда, аяғының баш бармағына һыуыҡ һыу тамған һымаҡ була. Баш бармаҡтан алып һыҙлатып аяғы шешә башлай. Нәсихә өләсәй, тәрбиәләп, шеш юғары күтәрелмәһен тип, инәйҙең аяғын аттың ҡылы менән һығып бәйләп ҡуя. Шеш юғары күтәрелмәй, аяҡтың аҫҡы өлөшө яйлап һулый, кибә башлай. Берҙән – бер көндө Хәйерниса инәйҙең аяғы бөтөнләй өҙөлөп ятып ҡала. Инәй:” Уй, аяҡҡайымды ғына,” - тип һығылып илаған. Уны йәлләп башҡа ҡатындар ҙа илашҡандар.
– Һыңар аяҡ менән нисек кенә йәшәне ул? Ғаиләһе лә булғандыр бит, балаларын нисек ҡараны һуң?- тип һораным әсәйемдән, был хәлгә ышанырға ла, ышанмаҫҡа ла белмәй, аптырап.
– Һуң, Хәйерниса инәй Йомағол ағайҙың әсәһе бит. Ул әсәһенә ағастың эсен соҡоп, аяҡ эшләп бирҙе. Элек ҡатын-ҡыҙҙар оҙон итәкле күлдәктәр кейгәндәрен беләһең бит. Уның аяғы юҡ икәне лә һиҙелмәне, әҙ генә сатанлаңҡырай торғайны, - тине.
Аптырарлыҡ, ышанмаҫ инең, Хәйерниса инәйҙең ейән – ейәнсәрҙәре, бүлә - бүләсәрҙәре бар, Бөрйән районы Ҡотан ауылында йәшәйҙәр. Берәүһе хатта минең бер туған һеңлемдең тормош иптәше лә.
(Дауамы бар).
Шәһүрә Әхмәҙиева (Ишмөхәмәтова).