+15 °С
Болотло
-Кисәге ифтар иҫтәлекле булды. Яҡташтар менән Милли йәштәр театрының кафеһында йыйылдыҡ. Күрешеп-танышып-һөйләшеп... Йәштәр чатта ойоштороп ебәргәйне, театр директоры, яҡташыбыҙ Рәфис Гәрәй улы Мөхәмәтйәнов сауап йөҙөнән һыйланы. Бына шундай шәп ир-егет икән ул! Беренсе йыйында артыҡ күп булманыҡ, әммә киләсәктә әүҙемерәк һәм ойошҡаныраҡ булырбыҙ, тигән өмөт ҡала, - тип хәбәр итә ифтарҙа ҡатнашҡан райондашыбыҙ, Яңы Усман ауылы ҡыҙы, яҙыусы, журналист Миләүшә Саяғәфәр ҡыҙы Ҡаһарманова.