Бөтә яңылыҡтар
Рухиәт
17 Апрель 2023, 16:50

Бөгөн – Ҡәҙер төнө

Ҡәҙер кисе – йылдың иң мөһим кисе. Был хаҡта Аллаһы Тәғәлә айырып әйткән, әлеге төнгә тиң ай ҙа, йыл да юҡ. Ҡәҙер кисендә эшләнгән изгелек мең ай эсендә эшләнгәненән дә яҡшыраҡ тип һанала Ислам динендә. Был кисәлә доға ҡылыусыларҙың теләктәре ҡабул ителә, гонаһтар ғәфү ителә.

Бөгөн – Ҡәҙер төнө
Бөгөн – Ҡәҙер төнө

Мөхәммәт Пәйғәмбәр ғәләйһис-сәләмдең, Ҡәҙер кисен Рамаҙан айының һуңғы ун төнөндә эҙләгеҙ һәм көтөгөҙ, тиеүе билдәле.

Мәғлүм итеүҙәренсә, был төндә бик тыныс була, йондоҙҙар атылмай, болот һәм яуым-төшөм булмай, һауа температураһы эҫе лә, һыуыҡ та түгел. Ай яҡтыртып тора. Таңға тиклем шулай дауам итә. Был төн үҙенә башҡа нурлы, ә ҡояш тулы ай кеүек, күҙҙе сағылтмай ғына сыға.

Башҡорт халҡында был мәл «Күк ҡабағы асылыу» тип атала. Ул төндөң бер мәлендә ҡапыл көн кеүек яҡтырып китеп, шул арала теләк теләп өлгөрөргә кәрәк, тигән инаныс та бар.

Ҡайһы төн Ҡәҙер кисе икәне аныҡ әйтелмәгән булғанға күрә, һуңғы ун көнлөктә сәннәт намаҙҙар уҡыу, игелектәр ҡылыу, гонаһтар өсөн тәүбә итеү хупланыла.

Тотош төн ғибәҙәттә тороп булмаһа, һис юғы төндөң һуңғы өстән берен доғала үткәреү хупланыла. Был төндә ҡалдырылған намаҙҙарҙы ҡаза ҡылыу, тәүбә итеү, кешеләрҙе кисереү хәйерле ғәмәл һанала.

Ҡәҙер төнө мосолмандар өсөн Аллаһы Тәғәләнең айырым бер рәхим-рәхмәте, шәфәғәте, шуның өсөн уны иғтибарһыҙ үткәреп ебәрмәү мөһим, сөнки был төндә доғалар ҡабул ителә.

Был төндә йөрәгең менән дә, телең менән дә тәүбәгә килергә, Хоҙайҙан бәхет һорарға кәрәк. Аллаһы Тәғәлә: «Һонолған ҡулдарға бирмәй ҡалмам», – тип юҡҡа ғына әйтмәгән.


Сәхәбәләр Пәйғәмбәребеҙҙән һораған: «Ҡәҙер кисендә ниндәй доға иң яҡшыһы?” — тиеп. Пәйғәмбәребеҙ яуап бирҙе: ”Аллаһүммә иннәкә ғәфү-үн, түхиббүлғәфүә, фәғфү ғәннии“. Йәғни: ”Йә Аллаһ! Дөрөҫлөктә Һин ғәфү итеүсе, ғәфү итергә яратаһың, ғәфү ит мине.”

 

Автор:Т. Баһауетдинова
Читайте нас: