Бөтә яңылыҡтар
Рухиәт
14 Апрель 2023, 11:25

ОСРАШЫУ

...Әсәһе илле йәшендә генә күлдә  батып үлде. Яҡты донъяларҙан китеүенә туғыҙ йыл.  Быйыл иһә   илле туғыҙ йәшлек ҡәйнәһе  операциянан  уянманы. Наркоздан сығара алманылар уны.

ОСРАШЫУ
ОСРАШЫУ

...Иҫ киткес йәмле йәйге көн.  Ағаслыҡта ҡоштар өҙҙөрөп һайрай.  Милә болонда дарыу үләндәре йыйып йөрөй. Йәш ҡатын әсәһе менән ҡәйнәһе килгәнен күрҙе.
  Ике әсә, ике ҡоҙағый  бер-береһенә йылмайып ҡарап, күптәнге әхирәттәр кеүек һөйләшеп киләләр ине. Бигерәк матур кейенгәндәр улар. Әсәһе һәр ваҡыттағыса ҡупшы: яратҡан зәңгәр күлдәгендә,   һары сәсен  бөҙрәләткән. Килештереп биҙәнгән- яһанған. Ул һәр саҡ бөхтә, матур кейенде.    Һыуға барғанында ла  биҙәнер ине.
Ҡәйнәһе   иһә  сағыу ҡыҙыл күлдәгендә,   иңендә – үтә  күренмәле аҡ шарф. Оҙон ҡара сәсен берҙән үргән. Үҙе бигерәк шат, матур  тойола... Шау сәскәле  болон буйлап атлап  килә улар. Атлауҙары шундай еңел, әйтерһең, сәскә  диңгеҙенән  йөҙөп кенә баралар.
–Ҡыҙым, бына беҙ осраштыҡ, дуҫлашып та  алдыҡ, – ти әсәһе.
– Беҙҙең өсөн ҡайғырма, бында рәхәт! – тип йылмая ҡәйнәһе.
Йәш ҡатын улар янына ынтыла. Йүгереп барып хәлдәрен белергә теләй.
   Тик ниндәйҙер ғәжәйеп, аңлатып булмаҫлыҡ көс  уны  туҡтата... Милә урынынан ҡуҙғалмай, бер аҙым да баҫа  алмай.
– Балам, һин ерҙә кәрәк әле. Фани донъяларҙан китергә ашыҡма, – әсәһенең   тауышы һағышлы, күҙ ҡарашы моңһоу...
–Китергә  иртәрәк, балам... –Ҡәйнәһе килененә матур итеп йылмая... Әкрен генә алға атлай...
Икеһе бергә:
–Үҙеңде  һаҡла, бирешмә! – тип хушлаштылар  һәм  китеп барҙылар.
Зәп-зәңгәр күктәге  бөҙрә болоттар аҡ, тип-тигеҙ баҫҡыстарға әйләнде. Ике ҡоҙағый, ике әхирәт, етәкләшеп баҫҡыс-болоттар  буйлап  күккә  күтәрелде...
...Милә йоҡоһонан   һулҡылдап илап уянды...  Оҙаҡ илағандыр, ахыры, күҙ йәштәренән мендәре   һығып алмалы булған.
Шундай матур ҙа, һағышлы ла төш булыр икән...
Уйҙарға һалыр, тетрәндерер сағыу төш...
Әсәһе илле йәшендә генә күлдә  батып үлде. Яҡты донъяларҙан китеүенә туғыҙ йыл.  Быйыл иһә   илле туғыҙ йәшлек ҡәйнәһе  операциянан  уянманы. Наркоздан сығара алманылар уны.
Иҫән саҡтарында бер-береһен   белмәгән, бөтөнләй таныш  булмаған ике әсә  (Милә әсәһен юғалтып,  биш йыл үткәс кейәүгә сыҡты) баҡыйлыҡҡа  күскәс     осраштылар булып сыға.
"Икеһе лә ожмахталыр, әсәкәйем, ҡәйнәм... Төшөмә бигерәк матур булып инделәр. Минең  ҡәҙерлеләрем  бигерәк яҡшы инеләр. Йәндәре йәннәттә булһын..." – Миләгә  ҡыйын да, бер үк ваҡытта рәхәт тә ине.  Ҡәйнәһенең ҡырҡынан  һуң күргән төшөн шулай юраны йәш ҡатын.  Үҙенең бирешмәҫкә, ныҡ булырға  тейешлеген аңланы...

Римма Әхмәтйәнова.


Автор:Т. Баһауетдинова
Читайте нас: