Бөтә яңылыҡтар
Рухиәт
29 Март 2023, 11:25

Аллаһ байлыҡты һынау өсөн бирә

Ураҙа айы йомарт булыу кәрәклегенә лә өйрәтә - мосолмандар бер-береһен йыйып ифтарҙар үткәрә, саҙаҡа бирә, мохтаждарҙы хәстәрләй.Һаранлыҡ – насар ғәҙәт. Биргән ҡулда – бәрәкәт, тиҙәр бит. Билдәле бер хикә­йәтте иҫкә төшөрәйек.

Аллаһ байлыҡты һынау өсөн бирә
Аллаһ байлыҡты һынау өсөн бирә

 

Мәғлүм булыуынса, Муса ғәләйһис-сәләм заманында Ҡарун исемле бик белемле, хәлле кеше йәшәгән. Үҙе шул ҡәҙәр һаран бул­ған. Зәҡәт түләү хаҡында аят төш­кәс, мөлкәтенән өлөш сығарыуға ҡырҡа ҡаршы булған: "Үҙ көсөм менән тапҡанды ниңә бирергә тейешмен әле мин?!" Һөҙөмтәлә, иртәнсәк уянһа, барлыҡ байлығын ер йотҡан, ти. Был шул хаҡта һөй­ләй: донъяла барыһы ла Аллаһ Тә­ғә­ләнеке. Раббыбыҙ әгәр ҙә бәндәһенә байлыҡ бирә икән, был – һынау. Әҙәм балаһы ниғмәттең ҡә­ҙерен белерме, тәкәббер­лән­мәҫме, һауаланмаҫмы, кәрәкмә­гән­гә сарыф итмәҫме, мохтаждарға өлөш сығарырмы, йәмғиәткә файҙа килтерерме, үҙенә булышлыҡ ҡылған Аллаһ Тәғәләнең ҡушыуы буйынса йәшәргә кәрәклекте онотмаҫмы? Әгәр ҙә кеше ошо һынауҙарҙы үтә алһа, иншаллаһ, тормошонда ырыҫ арта ғына барасаҡ.

“Мораҙым” гәзите мәғлүмәттәре файҙаланылды.

Автор:
Читайте нас: