Бөтә яңылыҡтар
Рухиәт
27 Март 2023, 17:25

80 ЙӘШЕҢ МЕНӘН, ИЛ ИНӘҺЕ!

...Был донъяның мөғжизәләре бик күп, тип әйтергә уҡталам да тыйылып торам. “Күп” тигән һүҙ урынһыҙ: донъя – үҙе мөғжизә, һәм беҙ мөғжизә эсендә йәшәйбеҙ. Уйҙы ғына алайыҡ. Ғәжәп бит! Керпек ҡаҡҡан арауыҡта беҙ донъяны урап ҡына түгел, йәшәлгән йылдарыбыҙҙы тотош байҡап сыға алабыҙ...

80 ЙӘШЕҢ МЕНӘН, ИЛ ИНӘҺЕ!
80 ЙӘШЕҢ МЕНӘН, ИЛ ИНӘҺЕ!

Бөгөн күренекле яҙыусы, йәмәғәт эшмәкәре, журналист, уҡытыусы, 1981 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Рәсәй Федерацияһының почётлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре, Зәйнәб Биишева һәм Рәми Ғарипов исемендәге премиялар лауреаты, Салауат Юлаев ордены кавалеры Мәрйәм Сабирйән ҡыҙы Бураҡаева 80 йәшлек күркәм юбилейын билдәләй! Милләтем һәм телем тип янып йәшәгән Ил инәһен ғүмер байрамы менән ихлас тәбрикләйбеҙ һәм уға Ағиҙел йылғаһылай оҙон ғүмер, ҡоростай ныҡлы һаулыҡ-сәләмәтлек, аҡ бәхеттәр, күңел тыныслығы теләп ҡалабыҙ! Халҡыбыҙ өсөн башҡарған изгелектәрегеҙ йөҙләтә әйләнеп ҡайтһын!

Мәрйәм Сабирйән ҡыҙы Бураҡаева 1943 йылдың 27 мартында Ейәнсура районының Иҫәнғол ауылында тыуған. Урта белем алғас, Башҡорт дәүләт университеты филология факультетының башҡорт-рус бүлеген тамамлай. Хеҙмәт юлын уҡытыусы булып башлай. Аҙаҡ уның журналислыҡ, уҡытыусылыҡ һәм яҙыусылыҡ эштәре аралашып бара. Артабан – профессиональ яҙыусы һәм йәмәғәт эшмәкәре.

«...Был донъяның мөғжизәләре бик күп, тип әйтергә уҡталам да тыйылып торам. “Күп” тигән һүҙ урынһыҙ: донъя – үҙе мөғжизә, һәм беҙ мөғжизә эсендә йәшәйбеҙ. Уйҙы ғына алайыҡ. Ғәжәп бит! Керпек ҡаҡҡан арауыҡта беҙ донъяны урап ҡына түгел, йәшәлгән йылдарыбыҙҙы тотош байҡап сыға алабыҙ. Бына әле минең һигеҙенсе тиҫтәне ваҡлап, уйҙарым менән үткәндәремә ҡайтып, бөгөнгөмдө барлап, киләсәгемде төҫмөрләп ултырыуым. Үткәндәрем – халҡым тарихына, бөгөнгөм – башҡарған эштәремә, киләсәгем беҙҙе алмаштырасаҡ быуынға әйтеп ҡалдыраһы фекерҙәремә барып тоташа. Уныһы инде айырыуса мөһим.

Был фекерҙәр халҡыбыҙҙың меңәр йылдар элек теҙә-тоташтыра башлаған йәшәйеш ҡулсаһын – рухи сылбырҙы өҙмәй-ысҡындырмай дауам итеүгә ҡайтып ҡала. Рухи сылбыр таралып һибелдеме – милләт йотолдо тигән һүҙ. Тарих ҡабатлана. Тарих Бөгөнгөбөҙ, Үткәнебеҙ нигеҙен нығытып, Киләсәккә яңынан-яңы бурыстар ҡуйып, нәҙер ҡалдырырға тейеш. Шуның өсөн Ижад-Ижадсы, Һүҙ-Ҡәләм-Ҡағыҙ тигән мөғжизәләр бар ителгән. Ә бит был тормошта “әммә” тигән һүҙ бар. Тимәк, төшөнсә бар. Ошо һүҙ-төшөнсә йәшәйештә туҡтауһыҙ көрәш барлыҡҡа килтерә лә инде. Ул Яҡшы менән Яман, Ыңғай менән Кире, Аҡ менән Ҡара кеүек ҡапма-ҡаршы күренештәр хасил итә. Халҡыбыҙҙың “Урал батыр” эпосындағы Урал менән Шүлгән ҡапма-ҡаршылығы кеүек.

Шуныһы иғтибарға лайыҡлы: Урал күренеп торған асыҡ дошмандарын ҡырып ҡына һала. Сөнки күренеп торған Аҡ менән Ҡараны айырыу бик үк ауырға тура килмәй. Иң сетереклеһе – Аҡ булып күренеп маташҡан Ҡара менән алыш, бигерәк тә, халыҡ билдәләгәнсә, “үҙеңдеке үҙеңә яу” менән алыш ауырға төшә. Өҫтәүенә Кешелек донъяһында дөйөм хәҡиҡәт булған Аҡ та ҡайһы берәүҙәргә – Аҡ, ә икенселәргә Ҡара була. Бөгөнгөбөҙ, йәғни үҙ тәжрибәбеҙҙән, ғәмәли эштәребеҙ, уңыштарыбыҙ һәм хаталарыбыҙҙан тупланған һабаҡтарҙан сығып, Киләсәкте рухи яҡтан нығытыу сараһын күрергә бурыслыбыҙ. Рухи сылбыр өҙөлмәһен-ысҡынмаһын, шауҙырлап ҡойолоп төшмәһен, бушаған урындары нығынһын, йөйҙәре бөтәшһен, Үткәнебеҙ ҡалдырған аманат дауам итһен, Киләсәк рәхмәтле булһын өсөн, кешелек донъяһы бар иткән мөғжизәне – һүҙ һәм ҡәләм ҡеүәтен файҙаланырға тейешбеҙ»

Мәрйәм Бураҡаева (“Башҡортостан” гәзите, 2016 йыл).

Автор:
Читайте нас: