-Эй, Илаһым, был яҙыуҙар минеке түгел, бер ҡасан да изгелек эшләгәнем булманы. Фәрештәләр яңылышҡан булһа кәрәк, - тине кеше.
Шул ваҡыт хитап (йәшерен тауыш) килеп:
-Дәфтәр һинеке. Ҡайһы бер әҙәмдәр һине яманлай, ғәйбәтеңде һата ине. Изге ғәмәлдәр һиңә шуның өсөн яҙылды, - тине.
Ҡиәмәт көнөндә икенсе берәүгә ғәмәлдәре яҙылған китапты һул ҡулына бирҙеләр. Яҙыуҙы уҡығас, ул намаҙ уҡыуы, ураҙа тотоуы, хәйер-саҙаҡа биреүе тураһында бер нәмә лә тапманы. Аптырағас, Аллаһ Тәғәләнән:
-Эй, Раббым! Донъяла намаҙ уҡыным, ураҙаны һәр ваҡыт тотоп килдем. Саҙаҡалар бирҙем. Был дәфтәргә ни өсөн уларҙың береһе лә теркәлмәгән? – тип һораны.
-Фәлән-фәлән кешенең ғәйбәтен һөйләгәйне, - тип хитап килде Хаҡ Тәғәләнән. - Шуға һинең изге ғәмәлдәрең юҡҡа сыҡты. Йәғни улар һин ғәйбәтен һөйләгән кешегә бирелде.
Ғәйбәт һөйләмә. Кешенең яманатын һатыу менән үҙеңдең изге ғәмәлдәрең юйыласаҡ...
(Асыҡ сығанаҡтан алынды).