Бөтә яңылыҡтар
Рухиәт
7 Февраль 2023, 14:50

“Ҡулымдан килгәнде эшләйем тиеп тырышыуым”, ти Хәлим

Брәтәк ауылында йәшәүсе Хәлим Ғәлиуллин таштан шкатулкалар эшләй башлаған. Әйткәндәй, уны моңло йырсы итеп тә белә күптәр. Был турала – сайтта.

“Ҡулымдан килгәнде эшләйем тиеп тырышыуым”, ти Хәлим
“Ҡулымдан килгәнде эшләйем тиеп тырышыуым”, ти Хәлим

-Үҙем ҡурҡһам да шул эште башлап ебәрҙем. Станок артына баҫып һәр бер ташты шымартып, дүрт түңәрәкте хәтерҙә ҡалдырып (әммә шул түңәрәктәрҙең 4-сеһе генә хәтерҙә ҡалған), ҡулға сепрәк тотоп ташты ҡоротоп, крем һөртөп ҡоролай ғына шымартып, ялтыратып ҡуйырға кәрәк.
Өйрәнеп киткәнсе күпме бармағың ҡанап бөтә. Уныһы ғына нимә, бармаҡтарҙың остары шып-шыма, бер ниҙә һиҙмәй. Өйрәнеп китәһең бит ул,тинеләр.
Ҡул менән баҫып эшләһәң, шымартҡанда бик аңғарып ҡына эш итер кәрәклеген төшөндөм. Кинәт баҫмай ғына, яйлап ҡына, ҡабаланмай ғына эшләр кәрәк икән. Бигерәк тә ҡул ҡалтырамаҫҡа тейеш. Шул ваҡытта ташың яҡшы итеп, тегеҙ генә шымартыла.
Оҫтаның мине шулай станок артына ҡуйып өйрәтеүе яҡшыға булғандыр. Шкатулканы ла эшләп өйрәндем. Күҙең ҡарап өлгөрғәнсә, ҡулың эшләп тә бөттө, 20 шкатулка эшләнең, тиеп маҡтап та ебәрҙе оҫта.
Эше ауыр булһа ла, тырышып-тырмашып эшләнем, - тип яҙа үҙенең сәхифәһендә Хәлим.

Эйе, егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ. Эшләгәнеңдең емешен татырға яҙһын.

“Ҡулымдан килгәнде эшләйем тиеп тырышыуым”, ти Хәлим
“Ҡулымдан килгәнде эшләйем тиеп тырышыуым”, ти Хәлим
“Ҡулымдан килгәнде эшләйем тиеп тырышыуым”, ти Хәлим
Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас: