-Башҡорттарҙың көнитмешендә кейеҙгә ҙур урын бирелгән, һарыҡ аҫрау, йөн эшкәртеү, кейеҙ баҫыу борондан килгән кәсеп. Өҫ һәм баш, аяҡ кейемдәрен дә йөндән әүәләп, төрлө биҙәктәр ҡулланып эшләргә яратҡандар. Йөн әйберҙәр һаулыҡ өсөн дә файҙалы икәне бөтәбеҙгә лә билдәле.
Сәхнә оҫтаһы Зилә Лира улы Ян менән 31 ғинуар көнө ауылыбыҙ сәхнәһендә концерты менән ҡыуандырып китһә, бөгөн мәҙәниәт йортонда, кейеҙ тәпешкәләр баҫып өйрәтеү өсөн, ҡатын-ҡыҙҙарға мастер-класс үткәрҙе. Үҙенең эшенән,шөғөлөнән йәм табып, уны башҡаларға өйрәтеп, ижад утында янып йөрөүсе Зилә Лираға ҙур рәхмәттәребеҙҙе еткерәбеҙ! Ныҡлы һаулыҡ,эшегеҙҙә уңыштар теләйбеҙ! – тип хәбәр итәләр Яуымбай ауыл мәҙәниәт йорто төркөмөндә.
Афарин, Зилә! Моңоң да, ҡулың да, улың да, юлың да ҡыуандырып ҡына торһон шулай!